«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Тарихҡа баҡ! Ҡайғы-хәсрәттәрҙе Башҡорт башҡайҙары күп күргән»



28.01.2017 «Тарихҡа баҡ! Ҡайғы-хәсрәттәрҙе Башҡорт башҡайҙары күп күргән»

«Тарихҡа баҡ! Ҡайғы-хәсрәттәрҙе Башҡорт башҡайҙары күп күргән»Шағир, драматург, журналист Салауат ӘБҮЗӘРГӘ – 50 йәш
Шиғыр
Шиғыр – мөхәббәт кеүек ул,
Һөйөү утылай илһам...
Ғүмергә яныр йөрәгең,
Бер тапҡыр ғашиҡ булһаң.
«Яратам!» тип әйтмәй генә
Яраттыра ул шиғыр.
Йоҡоларыңдан уятып,
Йөрәк майыңды һығыр.
Көсләп ғашиҡ итеп булмай,
Яратып булмай көсләп.
(Ул утта яныу ләззәте
Татылмай шиғыр «эшләп»).
Шиғыр – мөхәббәт кеүек ул,
Күҙгә эркелгән йәштәй...
Улар ике игеҙәк булып,
Йөрәк түрендә йәшәй!

Шар
Ел осорған шар артынан
Йүгергән малай кеүек,
Минең йөрәгем һаман да
Хыял ҡыуалай кеүек.
Ана тотам, бына тотам,
Тик бер генә уҡталһам...
Мин йүгергән һайын ҡаса,
Туҡтай, әгәр туҡталһам.
«Тота яҙып ҡына ҡалдым!» –
(Шуға ла шатланаһың!)
Өмөтләнеп, тағы ҡыуаң, –
Шар ғына шартламаһын...

***
Йылғалар хәҙер һайыҡты,
Күктәр шундай тәпәш.
Аҡһаҡаллы ҡарттары ла
Сабый менән йәштәш.
Бөркөттәр ҙә, йыландар ҙа
Ерҙә генә шыуа.
Хатта Гулливерҙарҙан да
Лилипуттар тыуа.
Тәхеттәр ҙә кесерәйҙе
Һәм бәләкәй тажы.
Үҙ башына үлсәп ҡарай
Уны һәр бер таҙы.
Ер шары ла усҡа һыйыр, –
Тәтәй ҡурсаҡ ҡына.
...Тик үҫкәндән-үҫә бара
Бары ҡорһаҡ ҡына...

Һөйәк
...Йөрөнөм инде мин дә, ижад,
тиеп, –
Яҙғандарым ыуаҡ-төйәк булды.
Ҡайнап торған шиғыр баҙарына
Сығарғаным итһеҙ һөйәк булды.
Күптәр ыңғайына быҫҡып йәшәп,
Әүерелдем мин дә «уртасы»ға.
Ә шулай ҙа... (әгәр ҡайнатҡанда),
Һөйәктән дә татлы һурпа сыға...

Беҙ!..
Беҙ – ирекле ирекһеҙҙәр!..
Беҙ – ҡол түгел ҡолдарбыҙ!..
Беҙ – хоҡуҡлы хоҡуҡһыҙҙар!..
Беҙ – юлсылар юлдарһыҙ!..
Беҙ – күҙле килеш һуҡырҙар!..
Беҙ – телле көйө телһеҙ!..
Беҙ – ишеткән һаңғырауҙар!..
Беҙ – илле көйө илһеҙ!..
Беҙ – тоҡанмаған уттарбыҙ!..
Беҙ – йәйә, ләкин уҡһыҙ!..
Беҙ – йөрәкле йөрәкһеҙҙәр!..
Беҙ – була тороп, юҡбыҙ!..

Аладдин шәме
Теләктәреңде үтәрмен,
Һин әйт кенә, йәме!
Минең күкрәгемдә ята
Аладдин шәме.
Бар теләгең ҡабул булыр,
Мин – ҡолоң һинең!
Йөрәкте асып сығарҙың
Мөхәббәт енен...

***
...Әллә нишләне лә ҡуйҙы, –
Ара тора боҙолоп.
Бөгәрләнеп кенә ята
Ҡуйынымда боҙ булып.
Йыуатып һүҙ әйткән булам,
Ҡарайым инәлеп тә...
Әллә нишләне лә ҡуйҙы, –
Килмәгәс килмәй ипкә.
Һөйләшмәй бына нисә көн,
Йылмаймай нисәмә ай.
Ни ҡылырға ла белмәйем
Артабан барһа былай.
Әллә... ғашиҡ булды микән?..
Ташларғамы самалай?..
Уйламаған уй ҡалманы,
Баш ҡатты инде, малай.
Тағы күпме ғазаплар ул,
Йөрәкте күпме һығыр?..
Әллә нишләне лә ҡуйҙы...
Ни булды һиңә, Шиғыр?

Ҡәҙерле кеше
Минән ҡәҙерле кеше юҡ,
Китерлек иҫең!
Күпме халыҡ башын вата
Тик минең өсөн (!).
Ҡайҙан беләләр хәлемде –
Ултыр ҙа ила...
Һәр бер әйткән һүҙҙәренән
Күңелем тула.
Иҫәпләйҙәр эш хаҡымды:
«Әҙ!» – тип көйәләр.
Хатта талашып китәләр,
Өҫтәл төйәләр...
Тыңлай-тыңлай, үҙ-үҙемде
Ҡуям йәлләп тә:
Мин йәшәргә тейеш икән
Күптән йәннәттә!
Төшөмдә түгел был хәлдәр,
Бара өнөмдә.
Иң ҡәҙерле кешемен мин
Һайлау көнөндә...

***
...Борондан ата-бабалар
Эшләгән башын эйеп:
«Матур тормошто, исмаһам,
Балалар күрер», – тиеп.
Ғүмер буйы килә шулай,
Үҙгәрмәй донъя хәле.
Эшләйбеҙ: «Беҙҙең балалар
Матур йәшәрҙәр әле...»

***
Хоҙай алдында тигеҙбеҙ,
Бер кемгә айырма юҡ.
Батшаға ла шул бер ҡояш,
Көтөүсегә лә шул уҡ.
Бер үк йыһан, бер Ер шары,
Бер үк һыу, бер үк һауа.
Бер үк ҡоштар моңон түгә,
Бер үк ямғырҙар яуа...
Был һүҙҙәрем асыш түгел,
Быны һәр кем дә белә.
Тик көтөүсе булғы килмәй,
Батша булаһы килә...

Аҡ шаҡмаҡ
(Малевичтың «Ҡара квадрат»ын ҡарағас)

Алдымда ятҡан аҡ шаҡмаҡ
Мәңгелектең әллә ишегеме?
Әллә бар ғаләмгә өмөт һирпеп,
Яңы тыуған сабый бишегеме?
Ошо аҡлыҡ шәм осонда тертләй,
Ҡояш итеп күрәм был аҡлыҡты.
Йә уйнай ул сабый ҡарашында,
Йә сал керпектәге нур аҡтыҡҡы.
Бында ғүмер башы һәм аҙағы,
Биләү менән кәфен төҫө бында.
Һүнеп барған донъя иңрәүе был,
Дөрләп китер донъя көсө бында...

Алма тәме
Борон-борон заман
булдымы был,
Әллә таңда күргән төш ине, –
Хәтер һаҡлай йылы тынын өрөп,
Бер бәләкәй ғашиҡ кешене.
Ҙур мөхәббәт нисек һыйҙы икән
Леп-леп типкән кескәй йөрәккә?!
Йөрәкме ни – ул һандуғас ине,
Бөркөт булыр ине – кәрәкһә.
Ә кисе һуң! Йыһан баҡсаһына
Һикереп төшөп, йондоҙ
тирерлек.
(Бала саҡтан ҡанға һеңеп ҡалған:
Баҡсаларға төшөү – бер ирлек).
Төшмәнекме кеше баҡсаһына,
Өҙмәнекме яттар алмаһын?!
Мөхәббәттән тыуған
сауапмы был,
Йә гонаһмы – кем һуң аңлаһын...
Мин иҫләйем. Һин дә
иҫләйһеңдер, –
Йөрәгеңә һағыш тулғандыр.
Баҡсағыҙҙа өҙгән алма тәме
Иренеңдең таты булғандыр!

Ҡунаҡсыллыҡ
Ҡунаҡсыл ул беҙҙең халыҡ.
Ҡунаҡ килһә, табын ҡорған
Һәм ҡалъяның иң һимеҙен
Ҡунағына һоғондорған.
Халҡыбыҙҙың был йолаһы
Ҡаныбыҙға һеңгән һымаҡ.
Күпме тапҡыр һыйлаһаҡ та,
Туя белмәҫ булды ҡунаҡ.
Һоғондо ул бар байлыҡты,
Иркебеҙҙе һоғондо ул...
Нәфсеһенә хужа булмай,
Еребеҙгә йоғондо ул.
Кикерә-кикерә һыйланды ла,
Маҡтай-маҡтай ашыбыҙҙы,
Хәҙер килеп, һоғонорға
Теләй беҙҙең башыбыҙҙы!
Шапылдата ябырлыҡ бер
Юҡ бит шунда ишеге лә!..
«Беҙ – ҡунаҡсыл» тигән һүҙҙәр
«Беҙ – ҡол» тиеп ишетелә!..

Йырлы башҡорт
Ниндәй заман һуң был?! Ниндәй
заман?!
Ялҡа кеше хатта йыр-моңдан.
Хөкөм сығарырға тора бәғзе,
Йыр ағылһа әгәр йортоңдан.
Кемдәргәлер ҡурай тынғы
бирмәй,
Бимазалай башҡорт бейеүе.
Улар өсөн бер енәйәт һымаҡ
Халҡыбыҙҙың моңдо һөйөүе.
Имеш, башҡорт йырлап ҡына
йәшәй,
Уйын ғына, имеш, уйында.
Ҡурай тартып ятыуын ул белер,
Һуңғы атын хатта һуйһаң да.
Тарихҡа баҡ! Ҡайғы-хәсрәттәрҙе
Башҡорт башҡайҙары күп күргән.
Ғазаптарҙы ләкин илап түгел,
Ҡурай уйнап, йырлап үткәргән.
Йәне моңдоң йөрәге туң
булмай.
Ул йырҙарҙан күңел нурланды.
Дошмандарың әйҙә
көнләшһендәр,
Йырла әле, башҡорт, «Урал»ды!

Мунса ташы
Төштә түгел, өндә булды.
Ул хәл әле лә иҫтә:
Шаулатып Еҙем буйҙарын,
Уйнаныҡ Айлы кистә.
«Арҡа терәп торған икәү
Бер яҡҡа борһа башын,
Килтерергә тейеш улар
Кемдеңдер мунса ташын».
Был хөкөм беҙгә эләкте –
Беҙгә эләкте хөкөм!..
Был хөкөмдө мин бит күптән
Шундай зарығып көттөм.
Бер бите – Ай, береһе – Ҡояш,
Тал кеүек нескә биле...
Һөйләргә был гүзәллекте
Кәрәк һандуғас теле.
Ул һынды бәндә телендә
Һөйләһәм, булыр яҙыҡ.
Булалыр тик фәрештәнең
Ҡаурыйы менән яҙып.
(Артығын һөйләп ташланым
Шикелле, шашып китеп.
Туҡтайым, юҡһа һеҙҙе лә
Ҡуйырмын ғашиҡ итеп).
Ҡайтыр инем ул саҡтарға.
Эх, һыуҙар кире аҡһа!..
Тик яҙмыш беҙҙең баштарҙы
Борҙо бит ике яҡҡа.
Үкенһәк тә, булманы шул
Яҙмыштарға баш булып.
Мөхәббәтем тороп ҡалды,
Утта янған таш булып.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға