«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ер аҫты кешеләре хаҡында



14.12.2010 Ер аҫты кешеләре хаҡында

Ер аҫтында бәләкәй генә ер кешеләре йәшәгән. Дөйөм алғанда, улар үҙҙәренең тормошо менән ҡәнәғәт була. Тик бер ваҡыт улар араһында, ер өҫтөндә бик матур, яҡты, әммә бик ҡурҡыныс, имеш, тигән хәбәр тарала.
Бынан һуң ер аҫты кешеләренең тыныс тормошо бөтә. Уларҙың өҫтәге матур, үҙҙәренең буйы етмәҫлек тормошто күргеһе килә. Тик күтәрелергә ҡурҡалар. Һәм, бөтәһен дә күреп ҡайтып, беҙгә һөйләһен, тип, Ер өҫтөнә бер ҡыйыуыраҡ кешене ебәрергә булалар.
Ул кеше ергә күтәрелә, башын сығарыуы була, ҡото оса. Урамда ҡышҡы көн. ҡар уны үҙенең йомшаҡ бөртөктәре менән һырып ала. Ел-буран һыҙғыра. Ул тиҙ генә ер аҫтына кире төшөп, ундағы халыҡҡа өҫтәге ҡот осҡос һыуыҡ, ыжғыр буран, ел-дауыл хаҡында һөйләй.
Ер аҫты халҡы бер аҙға тыныслана. Әммә күп тә үтмәй, тағы ла Ерҙәге матурлыҡ, сафлыҡ, яҡтылыҡ хаҡында хәбәр тарала. Һәм улар икенсе берәүҙе тағы Ер өҫтөнә ебәрергә була. Ул бөтөнләй икенсе тормошто күреп, шаҡ ҡата: ҡояш ҡыҙҙыра, ҡоштар һайрай, төрлө төҫтәге сәскә һымаҡ күбәләктәр оса. Ер аҫты кешеһе рәхәтләнеп сәскәләр менән үлән еҫе аңҡыған саф һауаны һулай, ҡояш йылыһында йылына. Был матурлыҡҡа, хозурлыҡҡа иҙрәп ҡала. Ер аҫтына ҡайтҡас, ул былар хаҡында сәсәй-сәсәй, ашығып, бер нәмәне лә онотмаҫҡа тырышып, ләззәтләнеп һөйләй.
Ер аҫты кешеләре, нимәгә ышанырға белмәй, аптырап ҡала.
Башҡа илселәрен яҙ һәм көҙ айҙарында ебәрәләр. Әммә улар был хаҡта бер нәмә лә белмәй. Һәм, әлбиттә, тағы ла төрлө-төрлө тәьҫораттар менән ҡайта Ер өҫтөнән.
Бынан һуң инде ер аҫты кешеләре бөтөнләй аптырашта ҡала. Хәҙер нимәгә ышанырға инде? Сәскәләр һәм ҡояшҡамы, әллә һыуыҡҡа һәм ҡарғамы? Шунан бөтәһе бергәләшеп, бер һығымтаға килә: ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫҡа һәм мәңгелеккә ер аҫтында йәшәргә ҡалырға.
Уңышһыҙлыҡтар, ҡыш һымаҡ, булып тора. Уларға нисек ҡарарға кәрәклеген һәр кем үҙе белә: һалҡын, тип күңелһеҙләнергәме, әллә шатланып, саңғыға үрелергәме? Һәр эштә лә төрлө йыл миҙгелдәре була. Тик ауырлыҡтарҙы ғына еңеп сығырға кәрәк. Йәй бит мотлаҡ киләсәк.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға