«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (9.12.2016)



12.12.2016 РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (9.12.2016)

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (9.12.2016)
Ҡанатһыҙ ҡош – йәнһеҙ кеше.
(“Ҡояш аҫтында”).

* * *
Ҡаш өҫтөндә һыр күбәйһә,
Ҡайғырма, дуҫ:
Уның аҫты һис ҡасан да
Булмай бит буш.
(“Ҡаш өҫтөндә һыр күбәйһә...”).

* * *
Ҡолаҡһыҙ ишәк шул
Моралһеҙ мәҫәл!
(“Борсаҡ”).

* * *
Ҡоралы бар – ҡорал тотоп йәнен
һаҡлай,
Ҡоралһыҙҙар – йәнде бирә,
намыҫын аҡлай.
(“Ғәйрәтле усаҡтың үлеме”).

* * *
Ҡорос – утта, осҡон – йәшен
эсендә,
Егет яуҙа, ауырлыҡта һынала.
(“Әсә хаттары”).

* * *
Ҡорт ҡыжмырҙай, тиеп, тиреҫтә,
Бысранырмы бөркөт ҡанаты?
Уның урыны зәңгәр киңлектә,
Ә сүплектә ҡорттоң хаяты.
(“Бер дуҫҡа”).

* * *
Ҡош һәм йылан йәшәй алмай бер
ояла.
(“Гөлбикә”).

* * *
Ҡояш менә зәңгәр аяҙ күккә,
Ул – тынғыһыҙ – бөйөк сәфәрҙә,
Кешеләрҙе мәңге өндәп йөрөй,
Өндәп йөрөй тыныс йәшәргә.
(“Баҫыуҙа таң”).

* * *
Ҡулға ҡыҫып ғәҙел ҡоралын
Һаҡлап тора һалдат Ер шарын.
(“Һалдат”).

* * *
Ҡулдарыма тупраҡ услап алам,
Йылдар ята усым өҫтөндә.
Күрәм унда күҙ йәше һалған эҙҙе,
Тоям унда ал ҡан еҫен дә...
(“Хәҙерге”).

* * *
Ҡурҡаҡ – мең ҡат ҡурҡағыраҡ төндә,
Мең ҡат батыр – ҡыйыу ыласын.
Юғарылар төнөн – күктән бейек,
Саңдан түбән – йәндең түбәне...
(“Төн фәлсәфәһе”).

* * *
Ҡыҙыл ялҡын яна көнө-төнө,
Ҡара булып сыға төтөнө.
(“Ике йөҙлөлөк”).

* * *
Ҡылыҡтарҙан, беләм, күп ботаҡтар
Яһау мөмкин – булһын тик теләк.
Онотмасы! Бит ботаҡтар була
Ҡояш төшкән яҡта күберәк.
(“Дүрт юллыҡтар”).

* * *
Ҡылыс – яуҙа ғына дөрләй.
(“Ҡырыҫ булдым ерҙә ҡылыс кеүек...”).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға