06.12.2016 Үәт, ҡыҙыҡ!
– Юлдаш, һине ниңә армияға алманылар?
– Күҙем насар күрә. Бына һин анау сөйҙө күрәһеңме?
– Ҡайҙағы?
– Ана, тегендәге.
– Күрмәйем бит.
– Ана бит.
– Ә-ә, күрәм.
– Ә мин – юҡ.
* * *
– Әхирәт, был шәшке туның күпмегә төштө?
– Ирем алдында 30 мәртәбә «пар сығарып» алырға тура килде…
– Ҡиммәткә төшкән икән…
* * *
– Атай, әсәйем һиңә өйҙә тапочка кейергә ҡушманы. Нәскиҙә йөрө!
– Ниңә?
– Сер. Был турала ул һиңә әйтмәҫкә ҡушты.
– Йә , һөйлә әле, ҡыҙым.
– Уф, ярай инде серҙе асам. Әсәй энәне юғалтты һәм уны табырға теләй.
* * *
Туйға тиклем СМС: «Яратам, көтәм, һағынам».
Туйҙан һуң: «Икмәк, һөт, бәҙрәф ҡағыҙы».
* * *
– Ирегеҙ менән оҙаҡ йәшәнегеҙме?
– Икенсе айфондан бишенсегә тиклем.
* * *
– Кисә һинд киноһы ҡараным. Их, шулар кеүек йәшәргә ине ул. Проблемаларынан күп нәмәләре юҡ. Ә улар бейейҙәр ҙә йырлайҙар…
* * *
Театр гардеробында.
– Минең курткамды элегеҙ әле.
– Элмәге юҡ, элмәйем!
– Һуң, капюшонынан элегеҙ!
– Юҡ, тим бит!
– Спектакль башлана бит хәҙер!
– Башланмай. Ҡара, актерҙар менән тамашасыларҙың барыһы ла элмәк тегә.
* * *
– Ләйлә менән Кәрим өйләнешкән икән. Нисек йәшәп яталар?
– Күгәрсендәр кеүек. Тәүҙә тәҙрәнән береһе осоп сыға, һуңынан икенсеһе.
* * *
Сәғәт төнгө өс. Ир менән ҡатын йоҡлап ята. Ишектә ҡыңғырау яңғырай. Ир барып асһа, унда иҫерек кеше тора.
– Һеҙ мине этеп ебәрмәҫһегеҙме икән?
– Һин нимә?! Сәғәтте ҡара! Башың эшләмәйме әллә?
Ир кире урынына барып ята. Ҡатыны кем килеүен һорай.
– Ә унда бер алйот машинаһын этеп ебәреүҙе һорай. Юҡ, тинем.
– Ярҙам итеп ебәрһәң дә була инде. Теге юлы бер егеттең беҙҙең батҡан машинаны төндә ямғыр аҫтында тарттырып сығарғанын оноттоң дамы?
Ир подъезд алдына ярҙам һораусыны эҙләп сығып китә.
– Эй, һин ҡайҙа?
Ҡараңғылыҡтан:
– Бында мин. Бәүелсәктә эйәм.