«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (18.11.2016)



22.11.2016 РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (18.11.2016)

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (18.11.2016)
Йөрәктең һүҙе – хаҡлыҡтың үҙе.
(“Ҡулдар”).

* * *
Йөрәктә йөҙ яуап –
килһә йөҙ хат,
Тик һөйөүгә, кисер, – бер генә.
(“Кисер”).

* * *
Йылға ла бит йәшлек шикелле,
Бик аҡыллы һәм ул бик тиле.
(“Ярһыу йылға”).

* * *
Йырағыраҡ һикерер өсөн ҡайһы
саҡта,
Ғәжәпләнмә: сигенәләр хатта
артҡа.
(“Ике юллыҡтар”).

* * *
Йырҙар яҙам. Һәр бер юлы һайын
Күңелемдең таңы яҡтырһын:
Һәр һүҙенән дуҫтарыма – гөлдәр,
Дошмандарға уҡтар атылһын.
(“Дүрт юллыҡтар”).

* * *
Йырға йомарт йомаҡлы ҡарт –
минең ерем.
Һәр бер гөлө һаҡлай йыр һәм йәшәү
серен.
Әгәр шуны тоя белһәң, бәхетле
һин –
Йыр килтерер ергә тамған ҡайнар
тирең.
(“Йырға йомарт йомаҡлы ҡарт – минең ерем...”).

* * *
Йырым минең – йөрәгемдән
Осоп сыҡҡан шатлыҡ ҡошо,
Йә шул ҡоштоң ҡанатынан
Тамып торған ҡан тамсыһы...
(“Йырым минең – йөрәгемдән...”).

* * *
Йә һин кимер донъяны –
Тәхеттә бул,
Йә ҡорттар һине кимерер –
Ләхеттә бул.
(“Йә һин кимер донъяны...”).

* * *
Йәнем! Аттым аяҡ аҫтына мин
Йөрәгемде...
Ерҙә ята... Түгелме инеме ни
Ул да бөркөт?!
Йә үрелеп ал һин уны,
Йә тапап үт...
(“Күптән үткән сая шуҡлым мәлем...”).

* * *
Йәнем! Әгәр сыҡһаң тышҡа
Таңын, ҡара көнсығышҡа, –
Бер йондоҙ унда нур һипһә,
Һәм хистәрең дөрләп китһә,
Бел:
был йондоҙ – минең йөрәк,
Тик инде ул бейегерәк.
(“Йөрәк”).

* * *
Йәшен булһам,
Яуыздарҙың йөрәгендә ярылыр
инем.
(“Йәшен булһам...”).

* * *
Йәшен һүнгәс,
Көл-күмер ҡала.
Һөйөү үлгәс,
Гөл-ғүмер ҡала.
(“Йәшен йәшнәй...”).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға