«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (07.10.2016)



14.10.2016 РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (07.10.2016)

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (07.10.2016)
* * *
Бөртөк һаламды ла, бел,
Һөйрәтмәйҙәр егеп пар үгеҙ.
(“Һинең йөрәк, дуҫым, сапсып тора...”).

* * *
Буй етмәһә – уй етә,
Ә уй етһә – буй етә.
(“Буй етмәһә – уй етә...”).

* * *
Буш һүҙ менән
Тормош ҡороп булмай.
(“Мин ялғансы түгел...”).

* * *
Буш янсыҡтан тулы ҡапсыҡ
Мең ҡат еңел, мең ҡат еңел.
(“Донъя киң. Шул киң донъяла...”).

* * *
Был донъяға
Тынлыҡ өсөн тыумай кеше.
(“Һаҡла уны, кеше”).

* * *
Был донъяла ғүмер берәү,
ерҙә ике үлем юҡ.
(“Дүрт юллыҡтар”).

* * *
Был тормоштоң ҡанундарын боҙоп,
Йылдар ҡосағында еләһе ине.
Киләсәктә ниҙәр көтә мине?
Их, туғандар, беләһе ине!
(“Был тормоштоң ҡанундарын боҙоп...”).

* * *
Бысраҡ ҡулдар таш бәрһә лә
дәүеремә,
Юҡ, шишмәләр аҡмай барыбер тау
үренә!
(“Ике юллыҡтар”).

* * *
Бәндә йәнен алмаҫ, тимә,
Кисә кендек киҫкән бысаҡ.
(“Һүҙ йәнһеҙ ул, һәр тел уға...”).

* * *
Бәхет йыры – иң бөйөк йыр,
Ул йөрәкте ялмап ала.
...Ҡайғы йыры – күңелһеҙ йыр,
Ул йөрәктең һутһыҙ йәше.
(“Бәхет йыры – иң бөйөк йыр...”).

* * *
Бәхет китһә – хәсрәт ҡалһын,
Һөйөү китһә – нәфрәт ҡалһын.
(“Күңелем ҡапыл бушап ҡалды...”).

* * *
Бәхет – наҙлы ҡунаҡ, гел көттөрөп
килә.
Көтөп тормай үҙе, борола ла елә.
Һул ҡулы: “Һаумы, дуҫ!” – ти,
Уң ҡулын бирә: “Хуш!” – ти.
(“Бәхет – наҙлы ҡунаҡ, гел көттөрөп килә...”).

* * *
“Бәхет” һүҙе бәхет юҡта йыш була,
Бәхет килә – “бәхет” һүҙе юғала.
(“Йәй хаҡында йылы тойғо ҡыш була...”).

* * *
Бәхетте мин мәңге эҙләп туймам.
(“Мин бәләне күктән көттөм иһә...”).

* * *
Бәхеттең мин ни икәнен беләм.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға