20.09.2016 РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (16.09.2016)
* * *
Ауыр булыр... Тик эйелеп төшөрмө
баш,
Күҙең күккә – бейек, яҡты күккә
баҡҡас!
(“Ауыр булыр...”).
* * *
Ауыр саҡта изге ҡулын биргән
Ерме түгел беҙгә һөйөклө?!
Айырылһа әгәр кеше ерҙән,
Ерәндерер хатта кейекте!
(“Әсә”).
* * *
Ашҡыныуҙан йөрәк туҡтаһа,
Ғүмерлеккә уны тут баҫа.
(“Ашҡыныуҙан йөрәк туҡтаһа...).
* * *
Байлығым – минең ирегем,
Сикһеҙ ер, төпһөҙ күгем.
(“Алыҫ йондоҙҙар, саҡырып...”).
* * *
Бала бишеге ата күргән донъянан киң.
(“Киләсәккә бер сәйәхәт”).
* * *
Бала өсөн бишек кәрәк,
Донъя күрер ишек кәрәк.
(“Киләсәккә бер сәйәхәт”).
* * *
Бала сағым – ғүмерең, гүйә, тап
бер минут,
Йөрәктә тик әрнеп ҡалды татлы
бер ут...
(“Бала сағым – гөлгә ҡунған ысыҡ сағым...”).
* * *
Бала саҡтан белгән кеше –
Ҡылды ҡырҡҡа телгән кеше.
(“Бала саҡтан белгән кеше...”).
* * *
Бар донъяны һинән ҡаплай,
Күҙгә төшһә, бөртөк саң да.
(“Дүрт юллыҡтар”).
* * *
Барыһы шиңә Ваҡыт һулышынан,
Һөйөүе лә ирҙең, үсе лә.
Ер йөҙөнә һыймаҫ ваҡиғалар
Һыя ҡала бетеү эсенә.
(“Барыһы шиңә Ваҡыт һулышынан...”).
* * *
Батҡаҡ бәрмә, дуҫ, ҡояшҡа,
Үҙеңдең бит төшөр башҡа.
(“Ике юллыҡтар”).
* * *
Батыр егет! Ҡурҡ һин, ҡурҡһаң –
Хурлыҡтан һәм ҡурҡаҡ дуҫтан.
(“Ике юллыҡтар”).
* * *
Батыр еңә ҡурҡаҡты гел.
Был – хәҡиҡәт.
Тик батырлыҡ һәр саҡ еңмәй
ҡурҡаҡлыҡты,
Бит ҡурҡаҡлыҡ еңгәс кенә
батырлыҡты
Ҡурҡаҡ тыуа. Онотма, ир, шул
хаҡлыҡты.
(“Дүрт юллыҡтар”).
* * *
Батырлыҡты еңер көс юҡ ерҙә.
(“Тәбиғәттең серле аҡылының...”).