«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА-ФӘЙЗУЛЛИНА: “Һыҙылыуын тойҙом йәнемдең”



09.09.2016 Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА-ФӘЙЗУЛЛИНА: “Һыҙылыуын тойҙом йәнемдең”

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА-ФӘЙЗУЛЛИНА: “Һыҙылыуын тойҙом йәнемдең”Ишембай районының Иҫәкәй ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, әлеге ваҡытта Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия - интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Яҙыусылар союзы ағзаһы, ике китап авторы. Ире менән ике бала тәрбиәләй.

Ҡабатла (ә)ле тағы


Мин йылмаям,
Мин көләм бит, ишетәһеңме?
Йөрәгемә кем ҡыңғырау таҡты,
Йөрәгемде иш итәһеңме?..
Мин йылмайҙым!
Күптән онотолған
Тәмме, йәмме телем осонда?..
Гонаһ түгелдер ҙә, шулай икән
Ер убылһын бына ошонда!
Түгел, тиең.
Ҡабатлай һал әле,
Һыҙылыуын тойҙом йәнемдең.
Йөрәгемдең ҡыңғыраулы мәле
Һағыныуылыр ул йәремдең...

* * *
Һағынғанһың, һағынғанһың!
Беләм, күрәм, һиҙәм!
Мин дә һағындым, теш ҡыҫып,
Түҙәм әле, түҙәм!..
Тыныс ҡына (йәнәһе лә!)
Үткәнемдә атлап.
Түҙемлегем дә, исмаһам,
Өҙөлмәй бит шартлап!..
Һин дә ҡыланған булаһың:
Һин – бәхетле, сабыр!..
Һайлағаның дөрөҫ булғас,
Башың ниңә ауыр?

* * *
Йәй үтте
Йөрәк сихырлы
Таңдарынан төңөлдө.
Күҙҙәргә, төпһөҙ күк үҙе,
Һағыш булып өңөлдө.
Йәй үтте.
Һөйөү – нәжәғәй
Ҡасты офоҡ артына.
Шаңдау барып етмәй хәҙер
Күктең ете ҡатына.
Йәй үтте.
Көҙгө ямғырҙар
Илатыр донъяларҙы.
Ел туҙҙырмаһын, тип ҡурҡам,
Саҡ торған ояларҙы.
Йәй үтте.
Ҡырауға тиклем
Сыуаҡтар көтә күңел…
Ҡышҡа алмайыҡ хыялдың
Янғындан ҡалған йөгөн.

* * *
Күптән күнеккәнмен мин
күрмәмеш
Һәм белмәмеш булып.
Шуға микән, йөрәк һиҙмәгән дә
Барғанлығын туңып.
Уянғайны, донъя асылдары
Аймылышып бара...
Туңып барған йөрәк менән уны
Һин төҙәтеп ҡара?!
Иреренә өмөт бар кеүек тә
(Донъя бер көйләнер?!),
Бына уның тере булыуына
Хәҙер кем өйрәнер?!

* * *
Ҡыңғырауһыҙ дуғалар
Дуғалар буш әле һаман,
Дуғалар ҡыңғырауһыҙ.
Ҡыңғырауҙы урланылар,
Их мине, асығауыҙ!..
Ҡыңғырауҙы ҡаҙаҡлаған
Урыны ғына ҡалған.
Ят ҡулдарҙа ул ҡыңғырау
Тилмерә кеүек һаман...
Ят ҡулдарҙа ҡыңғырауым
Сыңламайҙыр үҙ көйөн.
Һағыналыр әле ул да
Үҙ дуғаһын, үҙ өйөн.
Аҫыулы килеш моңая
Ҡыңғырауһыҙ дуға ла.
Ғүмер буйы ҡыңғыраған
Бер йыр етмәй уға ла.
Баҫыла бара йөгөнән
Дуға элгән сөй генә.
Ҡыңғырауһыҙ ҡалған дуғам –
Йөрәктәге йөй генә...
... Йөрәгем буш әле һаман,
Йөрәгем – ҡыңғырауһыҙ.
Хыялымды урланылар,
Их мине, асығауыҙ!..

Туҡтайыҡ

Бөтмәҫ ул донъяның
Ямаулыҡ һораған ерҙәре.
Турайып булмаҫмы? Бына бит
Ҡан һарҡып торалар теҙҙәрем.
Йәнемдән бигерәк тәнемә
Ял кәрәк. Йонсоном. Арыным.
Артмаҡлап барған йөк
бүҫкәрмәй,
Бер ишәк хәленә тарыным.
Ғарҡ булдым. Ниңәлер гел артын
Күрһәтеп тик тора был донъя.
Һәм ошо килеш тә һинең дә,
Минең дә йөрәккә ул һыя!
Йөрәктән алдараҡ туҡтайыҡ,
Белмәй ул ҡайҙарға бараһын.
Ишегем шар асыҡ. Имләйек.
Ҡан һарҡҡан йәнеңдең яраһын.
Туҡтайыҡ!
Ял ит һин саҡ ҡына.
Арыным мин һине йәлләп тә!
... Һөйәлдем! Арҡалар терәлгәс,
Тойҙоңмо үҙеңде йәннәттә?!

Үҙ кешем

Башҡаларҙың һиндә ни эше бар?
Һинең ни эшең бар башҡаларҙа?
Бәндә яңылыша. Бәндә түгел,
Яңылыша хатта ҡашҡалар ҙа.
Имеш, һүҙ һөйләгән һиңә берәү,
Имеш, уны мин, ти, һөйләгәнмен.
Мин бит инде күптән үҙ көйөмдө
Ҡәләм көйҙәренә көйләгәнмен.
Ҡәләм өсөн ғәйбәт һүҙе – артыҡ,
Һөйөү һүҙе булһа инде – башҡа...
Доға итеп уны ятлар булһаң,
Яҙыр инем соҡоп хатта ташҡа.
Һыҙ(ы)лып ҡына янған йөрәк уты
Һығылып сыҡҡан саҡта ҡәләмдән.
Кеше һүҙе ҡайғылары юҡ ул,
Мин баш тартам хатта хаҡ
тәғәмдән.
Башҡаларҙың миндә ни эше бар?
Башҡаларҙа минең һуң ни
эшем?
Һин бит минең – аҡты-аҡ, тип
белгән,
Хаҡты-хаҡ, тип белгән үҙ кешем.

Вулкан


Һине һөйөүҙәрем – яза ла ул,
Яҡлау ҙа ул йырлы күңелемә.
Аҡлау ҙа ул,
Һине юғалтыуҙан
Һөйөү һағышының үлеүенә.
Аҡтарылды йәнем!.. Бына ҡайҙа
Йәшеренеп ятҡан икән ул ут!
Яратмайһың бит, тип, әйтеп ҡара –
Даръя булып түгелер бер болот.
Баҫып ҡына яуған ямғырҙарҙан,
Быҫҡып ҡына сыҡҡан
хис-төтөндән
Арыным да – шуға терелдем мин!
Мин көслөрәк хәҙер үҙ-үҙемдән!
Аҡла мине хәҙер ошо килеш,
Яҡла мине – утты һәм даръяны!
Һине һөйөү – йәшеренеп ятҡан
Тойғоларҙан… вулкан яһаны!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға