«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Таңһылыу Ҡарамышева: “Өләшәмен дуҫтарыма Кәрәҙле йөрәгемде”



07.09.2016 Таңһылыу Ҡарамышева: “Өләшәмен дуҫтарыма Кәрәҙле йөрәгемде”

Таңһылыу Ҡарамышева: “Өләшәмен дуҫтарыма Кәрәҙле йөрәгемде” Шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңһылыу Ҡарамышеваның “Көҙ йәйе” исемле яңы шиғыр китабы донъя күрҙе. Ошо уңай менән иғтибарығыҙға уның бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Тел төбө

Ҡул бирешеп күрешкәндә,
Әйтәбеҙҙер: “Һаумыһығыҙ!”
Ауырымай, сырхамайса,
Әле һаман бармыһығыҙ?
Ҡаршы килеп ҡул өндәшкәндә,
Әйтәбеҙҙер: “Арыумығыҙ?”
Арымаймы, талсыҡмаймы
Ғүмер тигән яғымлығыҙ?
Ҡосаҡлашып осрашҡанда,
Әйтәбеҙҙер: “Иҫәнме һеҙ?”
Үлмәнегеҙ, терегеҙме?
Ни нәмәгә иҫәбегеҙ?
Иҫәп иҫәпкә киләме:
Телдең төбө хуплатмаҡҡа,
Уйыбыҙҙы раҫлатмаҡҡа,
Тормош менән хушлашмаҫҡа!

Үҙлек

Иҫ, тимәнем һис тә елгә,
Хәрәкәткә үҙе килде.
Елгә елберлә, тимәнем,
Япраҡ быны үҙе белде.
Ботаҡ һайын һайрар ҡоштар
Үҙҙәре бит сутылданы.
Үҙе кинәнгән донъянан
Йөрәккенәм тупылданы.
Минән башҡа йырлай шашып!
Күккә ашҡан тауҙар үҙе!
Үҙ нурынан ҡояштың да
Яҡтынан да яҡты йөҙө!
Әллә ниндәй хистәр менән
Тулҡынлана йәйҙәр еле!
Үҙлегенән йән елкенә,
Телгә килә һүҙҙәр үҙе...

Бәйләнеш

Йәй йәйләйҙер йәйләүендә –
Ҡырҙарында, тауында!
Йәйләп ҡалам йәйҙәремде,
Йәй йәйендә сағында.
Көҙ көҙләйҙер көҙләүендә,
Ерҙе һары алғанда.
Көҙләп ҡалам көҙҙәремде,
Көҙ көҙөндә ҡалғанда.
Ҡыш ҡышлайҙыр ҡышлауында,
Донъя өшөп туңғанда.
Ҡышлап ҡалам ҡыштарымды,
Ҡыш ҡышында булғанда.
Яҙ яҙлайҙыр яҙлауында
Сәскәләнеш хәлендә.
Яҙлап ҡалам яҙҙарымды,
Яҙ яҙында мәлендә.
Яҙҙар, йәйҙәр, көҙҙәр, ҡыштар
Күңелемдә йәм тапһа,
Йәшәп ҡалам ғүмеремде,
Үҙем үҙемдә саҡта.

Бер ҡатлылыҡ

Яраһы япраҡ ярылған,
Сың-сың итә тәңкәһе.
Атаһы япраҡ атылған,
Көлөп тора сәскәһе.
Эсендә сере ҡалмаған
Шарран асыҡ бөрөнөң.
Бәхетенең тантанаһы
Тора күҙгә күренеп.
Ҡатлы-ҡатлы түгел инде –
Ярған япраҡ бер ҡатлы.
Атҡан сәскә шундай алсаҡ,
Һоҡландырғыс шул саҡлы!
Көтмәгәндә күҙ сағылта
Көлөп торған көләслек.
Иҫеп үткән еләҫ елдәй,
Тула йәнгә иләҫлек.
Аңғармаҫтан әллә ниндәй
Тулҡын үтә еңелдән.
Осҡонлатып, күккә сөйөп,
Ялҡын һирпә күҙеңдән!
Шатлыҡ сәскә атҡанында
Йыһан тын алмай тора.
Керпеккә ҡояш элергә
Донъя иламай тора.
Бер ҡатлылыҡ – ниндәй сафлыҡ!
Хистәр хилеүәт кеүек.
Хәлдәр нисек? Гөлдәр кеүек!
Йырлап ебәрәм кеүек.

Кәрәҙ

Кәрәҙҙәргә ҡорттар балды
Әҙ-әҙләп килтерәләр.
Ҡанаттарын елпей-елпей,
Әкренләп киптерәләр.
Ҡапыл булмай бер нәмә лә –
Эш ҡайнай бында әҙләп.
Ҡорттар балды ҡабаланмай
Ҡуялар бит кәрәҙләп.
Сәскә һуты татлы балға
Әкренләп әйләнә.
Әкрен генә, һиҙҙермәйсә
Һеркәһе һитәләнә.
Ботлап-ботлап йыйыла бал,
Йыйылмай тик бер көндә...
Көн дә, көн дә кеше булыу
Һәр кемдең дә иркендә.
Ҡапыл атмай хатта вулкан,
Әкренләп әҙерләнә.
Бал булырҙан алда аң да
Әкренләп кәрәҙләнә.
Өләшәмен дуҫтарыма
Кәрәҙле йөрәгемде.
Балға тулғас, был донъяға
Беләмен кәрәгемде.

Милләт

Быуаттарҙан быуаттарға
Һуҙылып килгән сылбыр.
Ваҡыт аты дуғаһында
Сыңғырап килгән ҡыңғыр.
Уттан ҡалған, һыуҙан ҡалған,
Төшмәгән уға ҡырғын.
Теймәгән уға торғон.
Өҙөлмәгән нәҫелебеҙ,
Юғалмаған ҡаныбыҙ,
Киҫелмәгән телебеҙ ул,
Мәртәбәле даныбыҙ.
Осорҙарҙан осорҙарға
Һаҡланған ҡотобоҙ ул.
Йәнебеҙҙең сығанағы –
Терелткес рухыбыҙ ул.
Беҙҙе һаман йәшәтеүсе
Сылбырҙарҙы һуҙып килгән
Лайыҡлы юлыбыҙ ул.

Бурыс

Һәр кем әсә балаһы.
Һәр кем ата балаһы.
Бала әсәһе, атаһы
Балаға бит булаһы!
Балалар олатаһы,
Балалар өләсәһе –
Сабыйҙың киләсәге,
Ғүмерҙең гөлсәсәге.
Сабыйҙар гөл баҡсаһы,
Йәндән артыҡ күрерлек.
Тәрбиәләп үҫтерһәң,
Үҙеңде үҫтерерлек.
Кем балаһы – шуныҡы!
Үҙеңде ололарлыҡ.
Буласаҡ ата-әсәне
Ғүмер баҡый ҙурларлыҡ!
Ниндәй бала үҫтерҙең?
Күрәйексе, йә, ҡана!
Һәр кем әсәле бала,
Һәр кем аталы бала.
Күрһәткесебеҙ беҙҙең –
Күркәм холоҡло бала.
Ҡай милләттән тиерҙәр –
Һәр кем халыҡлы бала.

Башҡорт башы

Әгәр ул яуыз булһа,
Аяма һис, йәлләмә һис,
Кешелек йөҙөн юйһа!
Аҡлама, ҡуй, ҡаралығын
Ҡарындаш, туғаныңдың.
Халҡын һатҡан башҡорт түгел!
Милләте юҡ яуыздың!
Таштарҙы яр – тәүәккәллә,
Өҙә баҫ та тимер өҙ!
Дөрөҫлөккә текләп ҡара:
Кемдәрең ят, кемең үҙ?
Ҡыйыш түгел, тура ҡара
Күҙҙәренә хаҡлыҡтың.
Дәрәжәһен төшөрмәсе
Изге хис – башҡортлоҡтоң.
Йоғонма үҙ башҡортоңа,
Әгәр ул изге икән,
Яҡшылыҡ юлын ҡыуыусы
Халҡына өлгө икән!
Ҡандашлыҡ ни? Рухташлыҡ ни?
Бутама төшөнсәне.
Йыртҡыслыҡ менән бутама
Әҙәмсә, кешесәне!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға