01.09.2016 “Әҙәбиәткә хеҙмәт итеүем менән бәхетлемен”
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим АРАЛБАЙҒА – 75 йәш
“Атай-олатайҙарҙың, боронғо бабаларыбыҙҙың ауаз-орандары Аралбайҙың ижади намыҫына, шәхси булмышына ла туранан-тура йоғонто яһай һымаҡ. Тормош ваҡиғаларына, осоробоҙҙоң аҡлы-ҡаралы күренештәренә ул ана шул тарихи намыҫ, тарихи әҙәп талаптарынан сығып ҡарай. Был ҡарашта ижади тәрәнлек күренә. Уның күп шиғыры, поэмаһы быға дәлил булып тора”, – тип яҙғайны Мостай Кәрим.
Ысынлап та, замандашыбыҙың һәр әҫәре ата-бабаларыбыҙҙың намыҫы һәм халҡыбыҙға тоғролоҡ үлсәменән сығып яҙылған. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбай бына инде ярты быуаттан ашыу арымай-талмай әҙәбиәтебеҙгә хеҙмәт итә. Ижад баҫыуындағы фиҙакәрлеге һөҙөмтәһе булараҡ егерменән ашыу китабы донъя күрҙе, әҫәрҙәре рус, татар, сыуаш, алтай, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде. Бөгөн арҙаҡлы замандашыбыҙ оло юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан халыҡ шағиры менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Ҡәҙим ағай, оло юбилейығыҙҙы ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ? Ғөмүмән, шундай йәшкә еткәндә күберәк нимәләр хаҡында уйланаһығыҙ?
– Йәштәрсә дәртле, шаян холоҡло булып йөрөһәм дә, 75 йәшкә лә килеп еткәнмен икән. Был йәш, әлбиттә, уйға һала. Күберәк үҙеңдең башҡарған эштәрең хаҡында уйланаһың, ижади багажыңды барлайһың. Шөкөр, ошо йәшемә етһәм дә, ҡул ҡаушырып ултырмайым. Ижад бара, ҡулдан ҡәләм төшмәй. Яңыраҡ ҡына “Китап” нәшриәтендә “Йыр йылыһы” исемле китабым сыҡты. Был да минең өсөн дә, уҡыусыларыма ла һөйөнөслө ваҡиға. Әйткәндәй, ошо йыйынтыҡҡа өр-яңы поэмаларым, һуңғы биш йылда яҙылған әҫәрҙәрем индерелде.
– “Ниндәй генә районға сәфәргә сыҡмайыҡ, Ирек Кинйәбулатов менән Ҡәҙим Аралбай – һәр саҡ алғы сафта. Бүтән әҙиптәр яйлап ҡына ҡуҙғала, йә юлдың алыҫ булыуына зарлана. Ә ике олпат ағайыбыҙ йәштәрсә һәр саҡ әҙер тора”, – тигәйне бер саҡ Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев. Ысынлап та, һеҙ әле лә ижад дәрте менән йәшәйһегеҙ, һәр мәҙәни сараның үҙәгендәһегеҙ. Бындай әүҙемлеккә көстө ҡайҙан алаһығыҙ?
– Йәшерәһе түгел, был йәштә һәр кеше физик яҡтан туҙа. Һыҙланып, тора алмай ятҡан саҡтар ҙа була. Беҙ бит – һуғыш осоро балалары. Бәләкәй саҡта ниндәй генә йотлоҡ, аслыҡ-яланғаслыҡ күрелмәне... Ләкин “рух” тигән төшөнсә бар. Ул бөтәһенән дә юғарыраҡ икән. Рух көсө кешене йәшәтә, йөрөтә, кешене кеше итә. Ҡайҙалыр осрашыуға саҡырһалар, арыған саҡтарға ла тура килә. “Мин халыҡҡа, яҡындарыма изгелектәр эшләйем әле”, – тип уйлайһың да, көс табып, кеше алдына сығаһың.
Ә инде халыҡ менән осрашыуҙан үҙем шул тиклем илһам, көс, дәрт, ләззәт алам. “Беҙҙе тыңлайҙар, халыҡҡа әҙәбиәт кәрәк икән”, – тип ҡайтаһың. Ысынлап та, кешеләр яҙыусы һүҙенә мохтаж. Ана шул саҡта уларға әйтер һүҙебеҙҙе еткерә алыу ҙа – үҙе бәхет.
– Әйҙәгеҙ, бала сағығыҙға әйләнеп ҡайтайыҡ. Тәүге яҙған шиғырығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?
– Эйе. Хәтерләйем. Тәүге шиғырым беҙҙең Таңатар ауылында яҙылды. Ауылда бик иҫке генә клуб бар ине. Ҡышын эсе һыуыҡ. Шунда кино ҡарарға килгән халыҡ толопҡа уранып ултыра ине. Экранға ҡарайһы урынға, күҙҙе иҙәндән алмайбыҙ. Сөнки сысҡандар, ҡомаҡтар тегеләй ҙә, былай ҙа йүгерекләй. Шунан мин район гәзитенә ике куплетлы шиғыр яҙҙым. Яңылышмаһам, исеме “Сысҡандар кино ҡарай” тип аталды. Әлбиттә, бының өсөн аҙаҡ ҡолағымды борҙолар...
Ә инде “Ҡәләмем дә ҡорал” исемле беренсе етди шиғырым 1963 йылда “Ленинсы” гәзитендә баҫылды. Ул саҡта мин әрмелә хеҙмәт итеп йөрөй инем. Әҫәремдең республика матбуғатында баҫылыуы шул тиклем дәрт өҫтәне. Әрменән ҡайтҡас та Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем.
– Ҡәҙим ағай, һеҙ – һуғыш осоро балаһы. Атайығыҙ яу ҡырында ятып ҡалған. Бар ауырлыҡты әсәйегеҙ үҙ иңендә күтәргән. Ниндәйерәк ҡатын ине әсәйегеҙ?
– Беҙ ғаиләлә алты бала булдыҡ. Мин – иң кинйәһе. Колхозда тракторсылар бригадиры булып эшләгән атайым 1941 йылдың июлендә һуғышҡа китә. Ике айҙан һуң мин донъяға килгәнмен. “Улың тыуҙы. Ауыл аҡһаҡалы Сабирйән олатай уға Ҡәҙим тип ҡушты”, – тип уға һөйөнсөләп хат яҙалар. “Хатығыҙҙы алдым, ҡыуандым! Ҡәҙерле Ҡәҙимемә сәләм”, – тигән юлдарҙы яҙып ебәрә атай. Ә инде ноябрь айында уның хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында ҡағыҙ килә... Бына шулай. Атайымдан башҡа хәбәр алған да, уны күргән дә булманы...
Уның үлеме хаҡында аҙаҡ яуҙашы Ғибаҙулла Ҡәйепов һөйләгәйне. Баҡтиһәң, атайым һалдаттарҙы алғы һыҙыҡҡа алып китеп барғанда бомбежкаға эләгә. Ул йөрөткән йөк машинаһына снаряд төшкән.
Ә инде әсәйемде һәр саҡ һоҡланып телгә алам. Иртә тол ҡалһа ла, алты баланы аяҡҡа баҫтырған. Ул шул тиклем егәрле ҡатын булды. Бәләкәй саҡтан ҡара эшкә өйрәнеп үҫкән. Һуғыш ваҡытында колхозда эшләне, өлкән ағайым, ике апайым да уға ярҙамлашты. 12 – 13 йәштән мин дә уларға ҡушылып, эшкә тотондом. Колхозда бесән әҙерләүҙә, уңыш йыйыуҙа ҡатнаштыҡ, көҙөн ырҙынға иген ташыным. Хәтерләйем, 54-cе йылда беҙҙең ғаиләгә иң күп иген бирелде. Сөнки беҙ ете кеше эшләй инек. Шунда беренсе тапҡыр туйғансы икмәк ашаныҡ. Әсәйем Фәрхиямал беҙгә терәк тә, яҡшы ойоштороусы ла булды.
– Билдәле булыуынса, мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләйһегеҙ. Юғары белем алғас, Хәйбулла, Бөрйән, Баймаҡ райондарында уҡытаһығыҙ. Ә ижад юлын һайлауығыҙ нисегерәк килеп сыҡты?
– Ижадҡа ынтылыш мәктәптән үк килгәндер тип уйлайым. Иләс ете йыллыҡ мәктәбендә уҡығанда уҡытыусыбыҙ Миңниса Туҡбаева класс стена гәзиттәре өсөн йыш шиғыр яҙҙыра ине. Аҡъяр урта мәктәбендә буласаҡ балалар шағиры Ҡадир Әлибаев менән бер класта уҡыныҡ. Уның менән төрлө байрамдарға, ҡыҙҙарға арнап ярышып шиғыр яҙа торғайныҡ. Әрмелә хеҙмәт иткәндә лә бик күп яҙыштым.
Хәрби часыбыҙ Лев Толстойҙың имениеһы булған Ясная Полянанан 40 – 50 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡайны. Шунан файҙаланып, беҙҙе өс тапҡыр уның йорт-музейына экскурсияға алып барҙылар. Билдәле булыуынса, Толстой Һамар башҡорттарында ҡунаҡта булған. Шунда, уның музейында, башҡорттар бүләк иткән семәрле ижауҙы күрҙем. Ошондай рухи мөхит тә ынтылыш биргәндер. Өс йыл хеҙмәт иткәндән ҡалын ғына шиғырҙар дәфтәре алып ҡайттым.
Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда ижади тормош тағы йәнләнеп китте. Унда “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенә йөрөнөк. Бында беҙҙе әҙәбиәт донъяһында ныҡлап “осорға” өйрәттеләр.
– Тормошоғоҙҙа иң ҙур ҡаҙанышығыҙ тип нимәне иҫәпләйһегеҙ?
– Әҙәбиәтебеҙгә ғүмеремде арнауым менән бәхетлемен. 50 йылдан ашыу ғүмерем ижад менән бәйле. Әлбиттә, мин төрлө өлкәлә үҙемде табыр инем. Мәктәптән һуң шофер һөнәрен үҙләштереп, Сибайҙан – төҙөлөш материалдары, Йылайырҙан утын, таҡта ташый торғайным. Университеттан һуң биш йыл мәктәптәрҙә уҡытып та алғайным. Бәлки, минең юлды дауам итерлек уҡыусылар ҙа үҫеп сығыр ине. Йәшермәйем, уҡытыусылыҡты ла, шоферлыҡты ла яратып башҡарҙым. Ләкин тормошомдо шуға ғына арнаһам, халҡыма хеҙмәтем нисектер тулы булмаҫ ине.
Аллаға шөкөр, 90-сы йылдарҙа Башҡортостан суверенитеты өсөн көрәштә беҙ алғы сафта йөрөнөк. Һүҙебеҙ менән дә, матбуғат аша ла, трибунанан да халыҡты үҙ еребеҙгә хужа булырға өндәнек. Шул йылдарҙа Өфөгә Борис Ельцин килгәйне. “Башкиры, берите суверенитета столько, сколько можете проглотить”, – тине ул. Ул йылдарҙа республика, ысынлап та, иркенләп йәшәп алды. Бөтә йыйылған һалым аҡсаһы үҙебеҙҙә ҡалды. Шул осорҙа күпме яңы юл түшәлде, яңы социаль объект төҙөлдө, йорттарға газ үткәрелде... Аҙаҡтан Рәсәй хөкүмәте етәкселеге уйлай төштө: был үҙаллылыҡ бит үҙәккә күп нәмәне бирмәй! Шулай итеп, яйлап беҙҙең ҡаҙна Мәскәүгә китә башланы. Ә унан тамыҙып ҡына беҙгә бирәләр. Башҡортостан, Татарстан кеүек ҡеүәтле республикалар иҫәбенә йәшәгән төбәктәр әле илдә етерлек.
Хәҙер бөтә ерҙә лә тигеҙләү бара. Шуны оноторға ярамай: төбәктәр ни тиклем көслө булһа, Рәсәйҙең дә ҡеүәте арта. Ә шуны онотоусылар ҙа бар. Ни тиһәң дә, Башҡортостан – беренсе булып автономия алған, федерализмға нигеҙ һалған республика.
– Һеҙҙең ижадығыҙҙа ер, тел, халыҡ мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүленә. Яңы шиғырҙарығыҙҙың береһендә лә шундай юлдар бар: “Киләсәктә халҡың булһын тиһәң, Иң әүәлдә һаҡла телеңде!” Балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең саф башҡортса аралашыуын беләбеҙ. Бына шул туған телгә һөйөүҙе нисек тәрбиәләргә икән?
– Балаларҙы туған телдә тәрбиәләү, уға һөйөү уятыу – бик актуаль мәсьәлә. Ысынлап та, үҙ телен белмәй үҫкән башҡорттар етерлек. Аҙаҡ иһә ата-әсәһе был етешһеҙлектә мәктәпте ғәйепләй башлай. Ә мәктәп 45 минут эсендә нимәгә өйрәтеп өлгөрһөн инде? Бөтә тәрбиә ғаиләнән тора! Быны бер кем дә инҡар итә алмай. “Һин башҡортса белергә тейешһең”, – тип кенә тәрбиәләп булмай. Көндәлек тормошта күберәк әсә телендә аралашырға, китап, әкиәттәр уҡырға кәрәк. Өйҙә булдырылған ошо мөхит баланы үҙенән-үҙе тәрбиәләй бит.
Әгәр мөмкинлек бар икән, баланы йышыраҡ ауылға алып ҡайтырға кәрәк. Бына ундағы мөхит тә уға бик файҙалы. Ҡыҙҙарым Айгөл дә, Ләйлә лә йәйге каникулда гел олатай менән өләсәләрендә булды. Өйҙә лә улар менән саф башҡортса һөйләштек. Шөкөр, хәҙер улар ҙа, ейән-ейәнсәрҙәрем дә үҙ телендә иркен аралаша.
– Һеҙҙе бөгөн күберәк ниндәй мәсьәлә борсой?
– Ауылда күптәрҙең эшһеҙ йөрөүенә йөрәк әрней. Күпме ир-егетебеҙ сараһыҙлыҡтан Себергә китә. Ә бит үҙебеҙҙә лә эш урындары булдырып була! Ана, күпме еребеҙ буш ята. Шуны эшкәртһәң, ниҙер үҫтерһәң – шул эш түгелме? Халыҡ эшләр ине лә ул, тик ойоштороусыһы кәрәк. Эшҡыуарлыҡ тураһында күп һөйләйбеҙ. Уны башлап ебәрер өсөн дә аҡса кәрәк бит. Ябай ауыл кешеһе яңғыҙы был кәртәләрҙе йырып сыға алмай. Әллә күпме документ йыйырға, һалым түләргә ҡайҙан хәленән килһен? Бына шуларҙы ойоштороп ебәреүгә ярҙам итергә ине. Фермерлыҡ эшен башлап, ҡул һелтәп ҡуйған егеттәрҙе лә беләм. Күтәрә алмайҙар, сөнки төрлө ҡатмарлыҡ, һалым баҫа.
Заманында, үҙгәртеп ҡороу тип, колхоздар, совхоздар, кооперативтар юҡҡа сығарылды. Ә бит ауылдарҙың яҙмышы шуға ныҡ бәйле ине. Бындай шарттарҙа ауыл яҙмышы, әлбиттә, барыбыҙҙы ла борсоуға һала. Йәштәрҙе тыуған еренә ылыҡтырыу өсөн ниндәйҙер стимул кәрәк. Киләсәк уларға бәйле.
Башҡорт әҙәбиәтенең, матбуғатының киләсәге лә борсомай ҡалмай. Былар бит телде һаҡлаусы ҡалҡандар! Сағыштырып, шуны әйтә алам: күрше Татарстанда әҙәбиәткә, милли матбуғатҡа шундай ҙур иғтибар бүленә. Ә беҙҙең Яҙыусылар союзының бөгөнгө торошо ла шәптән түгел. Беҙҙә бөтә нәмә үҙ ағышына ҡуйылған. Нәшриәттә милли китаптар сығарыу йылдан-йыл ҡыҫҡара, гәзит-журналдарҙың тиражы кәмегәндән-кәмей... Был мәсьәләләр, минеңсә, мотлаҡ хөкүмәт кимәлендә хәл ителергә тейеш.
– Замандаштарыбыҙға ниндәй теләк еткерер инегеҙ?
– Тарихты онотмаһаҡ ине. Башҡорттар ниндәй ҡатмарлы заманда ла, батшаға күҫәк күтәреүҙе ташлап, Рәсәйҙе яҡларға сыға. 1812 йылдағы Ватан һуғышындағы ҡаһарманлыҡтары ғына ни тора!
Тағы, бер милләттә лә булмағанса, башҡорттарҙа шундай рухи ҡиммәттәребеҙ бар. Әле халыҡ ижадыбыҙ ғына утыҙ томдан ашыу! Бындай гәүһәрҙәр тағы ҡайһы милләттә бар? Моңло ҡурайыбыҙ, “Урал” кеүек халыҡ йырҙары, ҡобайырҙарыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ. Былар бит кешене йәшәтә, рухты көсәйтә. Ошоларҙы бер ваҡытта ла юғалтырға ярамай.
Йәштәргә, килер быуындарға ошо рухи ҡиммәттәребеҙҙе еткерергә тейешбеҙ. Шул ваҡытта тел дә, милләт тә йәшәйәсәк.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
әңгәмәләште.