«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



11.12.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

Мотоциклист бағанаға барып бәрелә. Уның эргәһенә килгән «гаишник»:
– Һеҙҙең КАСКО-ғыҙ бармы? – ти.
– Бар, әлбиттә, тик ул шлемо, тип атала, мин уны өйҙә онотҡанмын, – ти егет.
* * *
– Был спектаклде мин ҡараным. Икенсе бүлектән һуң ҡайтып китһәң дә була.
– Ә ниңә икенсеһенән?
– Сөнки беренсеһенән һуң гардеробта бик тығын була.
* * *
Бик оҙаҡ ҡыуышҡандан һуң «гаишник» спорт автомобилен саҡ туҡтата ла:
– Беләһегеҙме, был ҡы­уы­шыу мине дәртләндер­ҙе. Әйтегеҙ әле, ни өсөн һеҙ минән шул тиклем ҡасырға тырыштығыҙ? Дө­рөҫөн әйт­һәгеҙ, «право»­ғыҙҙы алмаясаҡмын, штраф ҡына яҙасаҡмын, – ти.
– Бөтәһе лә ябай ғына: өс аҙна элек ҡатыным мине ЮХХДИ инспекторына ал­маштырҙы. Патруль машинаһын күргәс, һеҙ уны миңә кире ҡайтараһығыҙ икән, тип уйланым да, ҡастым, – тигән ир.
* * *
Алла ҡатын-ҡыҙҙы яһа­ған­­да: «Йә, ярай, биҙәнер әле», – тигән.
* * *
– Мин бөтә подъезға, һине яратам, тип ҡысҡырасаҡмын, – тигән егет.
– Ә ниңә бөтә өйгә түгел? – тигән ҡыҙ.
– Һин үҙеңде ул тиклем юғары баһалама, – тигән егет иҫе лә китмәй.
* * *
– ҡәҙерлем, ювелир магазины бикле ине, шуға һиңә йогурт ҡына һатып алдым.
* * *
Телефон шылтырай:
– Хәйерле көн, мин мәйетханаға эләктемме?
– Юҡ, әлегә һеҙ бында тик шылтыратаһығыҙ ғына...
* * *
«Таҙа ҡулдар» операцияһы никах балдағы булмаған ир-атты эҙләү тигәнде аңлата.
* * *
Танышыу иғланынан.
«Миллионер кейәү эҙләйем. Сөнки улар миңә кеше булараҡ оҡшай».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға