«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Дефицит тауар



15.08.2016 Дефицит тауар

Дефицит тауарКөндәр ныҡ ҡыҙҙыра башлағас, беҙ ҙә түҙмәнек, ҡарт һөйәктәрҙе шығырлатып булһа ла, һыу буйына төшөп киттек. Йылға буйында бала-саға һәм күберәк ҡатын-ҡыҙ. Тәнгә сихәт алып, һыуҙан сыҡҡас, ҡыҙына ғына башлағайныҡ, күршебеҙгә ике йәш ҡатын килеп урынлашты. Улар сисенеп тә торманы, ашамлыҡтарын сығарып теҙә лә башланы. Бер аҙҙан алдарында шешә ғәләмәте лә пәйҙә булды. Шундуҡ бер нисә рюмканы йотоп ҡуйғас, һыу эсенә инеп киттеләр. Өйрәк һымаҡ туҡтауһыҙ сумдылар-сумдылар ҙа, ярға сығып, ир-атты күҙҙәре менән ҡармаҡлай башланылар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡын-тирәлә һәр саҡтағыса йоҡо баҫҡан минең бабайымдан башҡа йүнле ир-ат күренмәне. Был ике йәш ҡатын бер заман иремде һыу инергә саҡыра башланы.
Ултырған ерҙән ике күҙем дүрт булды. Ҡарап торған ерҙән мине ирһеҙ ҡалдырырға итәләр түгелме?! Күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡлаған бабайымды эскесе бисәләргә эйәртеп ебәрергә ахмаҡ булырға кәрәк бит! Юҡ, мин әйтәм, былай булмай! Әле генә йоҡомһорап ултырған бабайымдың ике күҙе, ҡаймаҡ ашаған бесәйҙеке һымаҡ, ялт-йолт ялтырай башланы. Бөтөнләй тип әйтерлек сыр-ялан­ғас ҡатын-ҡыҙҙы күргәс, дәрте артып, хатта ятҡан урынынан, тамағын ҡырып, алан-йолан ҡаранып алды ла, тороп уҡ ултырҙы был.
Бисәләрҙен йәшерәге тағы уға өндәште: “Әйҙә, йылғаның теге ярына йөҙөп сығабыҙ!..”
Йөҙҙөрөрмөн мин һеҙҙе, һеҙгә тип әҙерләп ҡуйған бабай барҙыр бында! һеҙ сәрхүштәрҙән ҡайһы ерем кәм: «Буй тиһәң – буй, бил тиһәң – бил!» Балда-майҙа ғына йөҙҙөргән ҡатынын күрмәй инде, ҡарт шайтан? Ә мин уға, формаһын юғалтып ҡуймаһын тип, үҙем ашамаған ризыҡты ашатҡан булам тағы. Шуның да ҡәҙерен белмәй бит, йүнһеҙ. Өйгә генә ҡайтайыҡ әле, күрһәтермен мин һиңә яланғас бисәләрҙе. Шулай итеп асыуланып ҡына торғанда, бисәләрҙең икенсеһе иремә бөтөнләй үк яҡын килеп:
– Әйҙә, теге ярға йөҙөп сығабыҙ! – тип туранан-тура өндәште.
Ир тигәнем түҙмәне, ырғып тороп:
– Мин риза! – тине.
Тик мин уның юлына арҡыры төштөм:
– Юҡ, бармайһың! Өйәнәгең тотоп, батып-нитеп китеүең бар, – тип, артын ныҡ итеп бороп тороп семетеп алдым. Бабайым ауыртыуҙан “ах” та “ух” килеп тулай башланы. Ҡарап торған йәш ҡатын аптырап ҡалды. Был икәүгә күҙ һирпеп алдым да:
– Күрҙегеҙме, сире башланды. Уның эпилепсия тигән сире бар! – тинем.
Ҡатындар тиҙ генә йыйынып, шунда уҡ ҡайҙалыр китеп юғалды.
Ауыртыуҙан һуң саҡ аңына килә башлаған ирем миңә асыуланып ҡараны, тик быға иҫем дә китмәне. Күңелле генә башланған һыу инеү уйламағанда бына шулай күңелһеҙ генә тамамланып ҡуйҙы.
Заманаһы шундай хәҙер. Законлы бабайыңды ла тартып алырға ғына тора еңел-елпе бисә-сәсә. һаҡ булығыҙ, ирле бисәләр! Дефицит тауарығыҙҙы ятҡа ебәрмәгеҙ!..

Л. САЙРАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға