28.07.2016 Илһамлы сәфәр хәтирәләре йәки Баймаҡтар үҙ шәхестәрен күтәрә белә (ике өлөшлө сәйәхәтнамә)
Нимә ул илһам? Ул ҡайҙан һәм ҡасан килә?
Халыҡ менән осрашыу ваҡыттарында был һорауҙарҙы бирмәй ҡалған осраҡтар һирәк булалыр. Илһам ул, минеңсә, үҙең асҡан образлы фекерҙең өр-яңы моңға сорналыуынан барлыҡҡа килгән күңел ҡанатланыуы. Тик был илаһи мәлдәр үҙенән-үҙе генә килмәй: уларҙы һоҡланыуҙар һәм һыҙланыуҙар, һөйөү һәм һағыш хистәре, ил-донъя яҙмышы һәм йәшәйеш хаҡында уйланыуҙар тыуҙыра. Ә инде хозур тәбиғәт күренештәре һәм үҙеңде аңлаған кешеләр менән осрашыуҙар – тойғоларҙы ҡуҙғытып ебәреүсе илһам сығанаҡтары ул. Замандаштарыбыҙға ла танһыҡ әҙиптәр менән яҡындан күрешеп, әңгәмәләшеп алыуҙар.
Совет осоронда “тере яҙыусыларҙы” күреп белмәгән мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм матур әҙәбиәткә тартылыусылар ҡалмағандыр. Республика, район-ҡала етәкселәре ул саҡтарҙа аҡыл һәм хис-тойғо эйәләренең һүҙ ҡөҙрәтен оҫта файҙаланды. Әҙәби аҙналыҡтар үткәрелмәгән төбәк булманы. Күңел бай икән, эш тә ырай, төрлө насарлыҡҡа ла урын ҡалмай, тормошто яҡтыртып ебәрерҙәй хыялдар уяна, пландар ҡорола. Яҙыусыларҙың да бындай осрашыуҙарҙан ижад ялҡындары ҡабына. Ә инде ижадсы йөрәгенә һалынған уй-фекер орлоҡтары бөгөн-иртәгә генә түгел, тиҫтә йылдарҙан һуң да шытып сығыу ҡөҙрәтенә эйә.
Ул саҡтарҙағы даими уҙғарылған ижади кисәләре һағынып хәтерләргә ҡалһа ла, әҙәбиәт яратыусылар менән осрашыуға булған ынтылыш барыбер үҙенекен итә. Бының өсөн теләге булған һәр әҙипкә юлдар асыҡ. Китап магазиндары бөтөрөлөп, китап сығарыу мөмкинлектәре сикләнгән, әҙәби әҫәрҙәр донъя күрә торған гәзит-журналдарҙың тиражы кәмегән саҡта бигерәк тә кәрәк бындай осрашыуҙар. Интернет бар, әлбиттә, тик уның менән өлкәнерәк быуын яҙыусыларыбыҙ, уҡыусыларыбыҙ шөғөлләнә белмәй, бигерәк тә бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәр.
Ярай әле китапханаларыбыҙ бар. Улар ҙа, замандан артта ҡалмай, электрон китаптар, дистанцион саралар менән дә эш итә, әлбиттә. Шулай ҙа уҡыусыларҙы рәхәтләнеп ҡулға тотоп уҡырлыҡ китаптар менән тәьмин итеү һәм улар яратҡан яҙыусыларҙы саҡырып уҙғарылған саралар – китапханаларҙың иң мөһим, иң изгелекле хеҙмәт өлөшө инде ул. Ғәмле, уйлы, шиғри күңелле, илһөйәр рухлы уҡыусылар тәрбиәләүҙәге ролен баһалап бөткөһөҙ китапхана хеҙмәткәрҙәренең.
Баймаҡ район үҙәк һәм райондың ауыл, мәктәп китапханаларында тап ошондай илһамлы йөрәклеләр, үҙ эшенең оҫталары эшләй. Ә инде үҙәк китапхана директоры Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина – республикабыҙҙа билдәле шәхес, баймаҡтарҙың ғорурлығы. “Тәрән эрудицияһы, юғары кимәлдәге ойоштороу һәләте һәр ваҡыт кешеләрҙе, улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе, хәл-ваҡиғаларҙы аңлап эш итеүе, фиҙакәрлеге, егәрлелеге менән ул, моғайын, республика кимәлендәге юғары вазифаларға ла тәғәйенләнә алыр ине”, – тип һөйләшәбеҙ яҙыусы-журналистар үҙ-ара осрашҡан саҡтарҙа. Кәрәк саҡта педагог та, психолог та, артист та, юрист та, төбәктә республика гәзит-журналдарына яҙылыуҙы ойоштороусы ла, ғаилә тормошо белгесе лә ул. Бигерәк тә туған районы һәм Башҡортостан тормошон яҡшы белгән, яҡташтарының оло хөрмәтен ҡаҙанған шәхес, тәжрибәле ойоштороусы булараҡ, райондың етәксе вазифалар биләгән йәшерәк хеҙмәткәрҙәре лә кәңәш һорап мөрәжәғәт итә уға. Луиза Ҡаһарман ҡыҙы хаҡында республика гәзит-журналдарында мәҡәләләр ҙә донъя күрҙе, күренекле шағирҙар тарафынан шиғырҙар ҙа бағышланды, фәһемле тормошо, хеҙмәт тәжрибәһе хаҡында китап яҙһаң да һис тә артыҡ булмаҫ ине.
Гәзитебеҙ баҫмаға әҙерләнгәс кенә Луиза Дәүләтшинаның хаҡлы ялға китеүен ишеттек. Алдағы йылдарыңда ла аҡ бәхеттәр, өр-яңы ҡыуаныстар көтөп торһон, ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын, изгелекле, фиҙакәр хеҙмәт юлың бик күптәрҙе һинең һымаҡ йәшәргә өндәһен, халҡыбыҙҙың абруйлы, илһөйәр шәхесе Луиза Ҡаһарман ҡыҙы!
Уҡыусыларыбыҙ хаҡында башлағайныҡ бит әле һүҙҙе.
Район, ауыл китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнеп үткәрелә торған тиҫтәләрсә тематик кисә, байрам араһында, яҡташ яҙыусылар ижадын пропагандалау сиктәрендә, йыл һайын яҡташ яҙыусылар аҙналығын уҙғарыу матур йолаға әүерелгән бында.
Быйылғы ошондай аҙналыҡ яҙыусы һәм ғалим, БДУ профессоры Мирас Иҙелбаевтың ижадына арналды. Баймаҡ килене булараҡ, мин дә байрамдың уртаһында йөрөнөм. Баймаҡтар менән осрашырға яратам: был төбәктә эшләй ҙә, тулы тормош менән йәшәй ҙә беләләр. Әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәрен ихлас хөрмәт итәләр, үҙҙәре лә төрлө яҡлап ҡойоп ҡуйған ижадсылар. Бейеү тиһеңме, йыр-таҡмаҡ сығарыу, милли кейемдәр тегеү, биҙәүестәр яһаумы – барыһы ла ҡулдарынан килә.
Ике йыл элек, алтмыш биш йәшемә арналған кисәләргә саҡырылып, халыҡтың шиғриәткә, йыр-моңға булған һөйөүенә ҡыуанып, күңелем үҫеп, ике көндәге алты осрашыуҙан ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар, көс-дәрт, илһам алып ҡайтҡайным. Бөтә сараларҙы ла, был эшкә мәктәп, клуб хеҙмәткәрҙәрен дә йәлеп итеп, китапханасылар әҙерләгәйне. Осрашыуҙар йөкмәткеләре һәм ойоштороу үҙенсәлектәре менән бер-береһенә оҡшамаһа ла, уртаҡлыҡтар ҙа етерлек. Мәҫәлән, йәнде иретерлек ихласлыҡтары һәм балалар-үҫмерҙәр менән бер рәттән, мәктәптәрҙә лә ата-әсәләрҙең дә ҡатнашыуы, сығыштарҙың бер-береһенә үрелеп барыуы һәм халыҡ йолаларын, әҙәбиәтте яҡшы белеүҙәре һоҡландырҙы. Ә инде һәр концертта урындағы композиторҙар тарафынан минең шиғырҙарыма яҙылған кәм тигәндә биш-алты өр-яңы йыр башҡарылыуын ишетеп, тулҡынландым да ғәжәпләндем дә. Улар ошо кисәләр өсөн генә ижад ителмәгән бит, быға тиклем дә йырланғандар.
Баймаҡ һөнәрселек училищеһындағы һуңғы осрашыу айырыуса хәтерҙә ҡалды. Кисә аҙағындараҡ, училище директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарына һүҙ бирелгәс, ул күҙ йәштәре менән былай тине: “Әсәйем яман шеш ауырыуы менән сирләп вафат булды. Һуңғы айҙарҙа бигерәк тә интекте. Бик һыҙланған саҡтарында: “Гөлфиә Юнысованың шиғырҙарын тыңлаһам, ауыртыныуым баҫыла төшә”, – тип һеҙҙең шиғырҙарығыҙҙы уҡыта ине. Был һүҙҙәрем уйҙырма түгел. Һүҙ көсөн мин шунда нығыраҡ белдем. Рәхмәт, апай!”
Был ханым, бәлки, әле лә эшләйҙер. Шунан һуң нисек инҡар итмәйһең инде “Хәҙерге заманда шиғыр ниңә кәрәк ул” тигән яңылыш ҡарашты. Кешеләр үҙҙәрен борсоған, ҡыҙыҡһындырған бихисап һорауына яуап эҙләгәндә, күңелдәре ҡиблаһын таба алмай, өҙгөләнгән, матурлыҡ, изгелек, яҡтылыҡ көҫәгән саҡтарҙа, хәҙерге боролош, үҙгәрештәр осоронда кәрәк тә инде ул әҙәбиәт, йыр-моң һәм байрамдар.
Мирас Хәмзә улы тыуған районына бер нисә ай элек үк саҡырылһа ла, ҡасан килеү мәсьәләһе яҙыусы тарафынан ике-өс көн алда ғына хәл ителә алды. “Мирас ағаның тыуған яҡтарын мотлаҡ барып күрәм”, – тип хыял иткән ҡаҙаҡ дуҫыбыҙ – Әхмәт Йәссәүи исемендәге халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университетының вице-президенты, академик, яҙыусы Ербек Күлбәк Сәрсен улының сәфәре менән бәйләнгәйне ул. Ҡунағыбыҙ, Башҡортостанды күреп ҡайтһындар тип, ҡатыны менән ике улын да алып килгән.
Ә бынан ун көн генә алдараҡ, үҙ халҡының ғына түгел, ә бөтә төрки донъяһының абруйлы шәхесе Күлбәк Сәрсен улының юбилей сараларында ҡатнашып, бар ҡитғанан йыйылған төрки затлыларының мәҙәнилегенә, үткәндәрҙән фәһем алып, бөгөнгөнө һәм киләсәкте тағы ла матурыраҡ итеүгә үҙ өлөштәрен индереп, уңыштарына һөйөнөп йәшәүҙәренә, ихлас ҡунаҡсыллыҡтарына ҡыуанып, һоҡланып ҡайтҡайныҡ. Әле бына ер шарының күп ерен күргән, донъя халыҡтарының тарихын, тормошон яҡшы белгән туғандаш халыҡ вәкиле Башҡортостандың иң күркәм бер өлөшө – Баймаҡ яҡтары һәм милләттәштәребеҙҙең көнкүреше менән танышырға китеп бара. Оло юл буйына һөйләшеп, тирә-яҡ тәбиғәткә һоҡланып килә торғас, район сигенә килеп тә еткәнбеҙ икән. Ана бит аллы-гөллө милли кейемдәрҙә ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға сыҡҡандар. Күңелле йыр-таҡмаҡтар, үргә үрләп талпынған усаҡ ялҡындары, хөрмәт йөҙөнән тәҡдим ителгән хуш еҫле икмәк, буҙа, ҡымыҙ тәме, һыйҙан һығылып торған өҫтәлдәрҙә борҡоп ҡайнап ултырған самауырҙар... Ихлас ҡыуанышып, хәл-әхүәл һорашыуҙар…
Ысынлап та, сараларҙы юғары кимәлдә әҙерләргә мөмкин ул, ә инде ихлас йылмайыуҙарҙы, нурҙар бөркөлөп торған күҙ ҡараштарын ойоштороп ҡына булмай. Сыуаҡ көндөң наҙлы матурлығына өҫтәп, яҡындағы ҡыуаҡтарҙа ҡоштар һайрауы арыуҙарҙы оноттора, күңелдәрҙе ғорурлыҡ, рәхмәт тойғолары менән сорнай. Беҙ, көтөп алған ҡунаҡтар икәнлегебеҙҙе аңлап, алда торған осрашыу байрамдары тулҡындарына бик тиҙ инеп киттек.
Ә һеҙ: “Илһам ҡайҙан килә?” – тиһегеҙ. Был мәлдәр иҫән сағыбыҙҙа бер бөтөн булып та, айырым күренештәре менән дә иҫкә төшөп, ижад ҡуҙҙарын дөрләтеп ебәрер әле.
“Район сигендә йәшәгәс, беҙгә бындай ҡаршы алыуҙарҙы ойошторорға тура килгеләй. Улар, әлбиттә, бер-береһенә оҡшамай. Күңелле мәшәҡәттәр менән йәшәүе ҡыҙығыраҡ. Өйҙә генә ятһаң да үтә инде ул ғүмер. Ә былай, үҙебеҙҙең дә эш ҡомарыбыҙҙы көсәйтеп ебәрә, – ти Билал ауылы китапханасыһы Райхана Булатова. Күгиҙел, Өмөтбай китапханасылары Зифа Мәүлетова менән Әнүзә Мәжитова ла – әүҙем ойоштороусылар. Афарин, ҡыҙҙар!
Гөлфиә ЮНЫСОВА,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
(Аҙағы киләһе һанда).
Башҡортостанға бик күп данлыҡлы ижадсыны биргән Сыңғыҙ ауылы халҡы менән мәҙәниәт йортонда осрашыу әле булһа күҙ алдында. Күҙ яуын алырҙай матур, милли кейемдәр кейеп, төрлө сәхнә жанрҙарында сығыш яһаған “Йәнтөйәк” фольклор ансамбленең профессионалдарҙан һис ҡалышмаған сығыштарын ҡунаҡтарыбыҙ ҙа, тамашасылар ҙа тулҡынланып, алҡышлап ҡаршыланы. Фәттәх һәм Фәннүр Аралбаевтарҙың, Хәбир Раевтың өсәүләп башҡарған йырҙары, Зарифа Аралбаева етәкселегендәге “Еҙ үксә” бейеү ансамбле бейеүҙәре кисәгә йәм өҫтәне. Был байрамдың авторы һәм алып барыусыһы Миңзәлә Шахморатоваға, эшҡыуар Зәлиә Уразбаеваға, Таулыҡай мәктәбе директоры Рауил Сәлиховҡа, Сыңғыҙ мәктәбе уҡытыусыһы Рәйлә Солтангилдинаға ла рәхмәтебеҙ ҙур.
Кисәлә тамашасылар яҙыусы һәм ғалим Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевтың ижады менән нығыраҡ танышты, шағирә апайҙарының шиғырҙарын автор башҡарыуында тыңланылар, үҙҙәре лә яттан һөйләнеләр, балалар өсөн яҙылған һәм лирик йырҙарын башҡарҙылар, автографлы китаптар менән бүләкләнделәр.
Ә инде күренекле ҡунағыбыҙ Күлбәк Сәрсен улының фәһемле сығышын, һорауҙарға яуаптарын айырыуса ҡыҙыҡһынып тыңланы кисәлә ҡатнашыусылар.
Иртәгәһен Баймаҡтың 1-се урта мәктәбендә үҙенсәлекле һәм күңелле итеп ойошторолған осрашыуҙа ҡатнаштыҡ. Мәктәп директоры Илшат Хисмәтуллинға, донъяла берәү генә булған “Ҡурай” музейы етәксеһе Эльвира Мырҙабаеваға, Баймаҡ лицей-интернаты директоры урынбаҫары Ғәлимә Юнысоваға һәр сарала тиерлек ҡатнашып, беҙҙең ижади сәфәребеҙҙе тулыраҡ, фәһемлерәк итергә тырышып йөрөгән район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Кәрим Баязитовҡа, Баймаҡ район мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллинға ла рәхмәтлебеҙ.
Уҡыусылар – бындай сараларҙа иң әүҙем, иң ихлас ҡатнашыусылар. Осрашыу тәьҫораттары уларҙың күңелендә ғүмер буйына һаҡланасаҡ. Халҡыбыҙҙың рухи сығанаҡтарын үҙ күреү, уларҙы хөрмәт итеү, артабан үҫтерергә тырышыу теләге мәктәп йылдарынан башлана бит инде ул. Сәлхиә Йәнбирҙина етәкселегендә 6-сы һәм 10-сы синыф уҡыусыларының “Урал батыр” эпосының өҙөктәрен тасуирлап һөйләүе был кисәнең иң һоҡландырғыс өлөшө булғандыр, моғайын.
Ә иң көтөлмәгән сюрприз район китапханаһындағы осрашыу ине. Китапханаларҙа әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуҙар оҡшай миңә. Унда, нигеҙҙә, әҙәбиәтте нығыраҡ белгән, шиғыр нескәлектәрен аңлаған кешеләр йөрөй. Рәхәтләнеп, сиселеп китеп серләшәһең. Уларҙың аҡыллы, төплө һорауҙарына яуап биреү күңелгә ләззәт бирә: рухи осош, үҫеш кисергән кеүекһең. Күлбәк Сәрсән улының “яҡын дуҫым, ағайым” тип йөрөгән Мирас Иҙелбаевтың тыуған ауылын, ауылдаштарын бик тә күргеһе килгәйне. Ишбирҙе райондың төпкөлөндәрәк, урман эсендә урынлашҡан. Юлы ла оҙонораҡ, ауырыраҡ. Ә ҡунаҡтарҙың ваҡыты тар: иртәгә поезға билет алынған. Фантазияға бай Луиза Дәүләтшина өсөн йырып сыға алмаҫлыҡ кәртәләр юҡ. Китапханаға килеп инһәк, зал тулы Мирас Хәмзә улының ауылдаштары, туғандары ултыра. Ҡайһыһы килеп ҡосаҡлай, ҡайһыһы йылмайып күрешә. Ауылға барыу мөмкин булмағас, Баймаҡҡа осрашыуға яҙыусының ауылдаштарын саҡырғандар икән. Ишбирҙеләр китапханасы Ләйсән Дәүләтшина һәм ауыл хакимиәте башлығы Азамат Иҫәндәүләтов етәкселегендә бер нисә еңел машинаға тейәлеп, күстәнәстәрен алып, оло бер делегация булып килгән, рәхмәт төшкөрҙәре.
90 йәштә Миҙхәт Иҙелбаевтың күңеле тулышып, етемлектә үҫкән ике туған Мирас ҡустыһының бала сағы, ата-әсәһе хаҡындағы иҫтәлектәре, нәҫелдәш һеңлеһе Зөмәрә Иҙелбаева-Халиҡованың Мирас ағаһын бәләкәйҙән белеп, әле лә аралашып йәшәүе тураһында бәйән итеүе, ауылдаштарының тулҡынланып, тыуған яҡтарға арналған йырҙар, шиғырҙар менән сығыш яһауы нисек күңелдәрҙе ҡанатландырмаһын да, илһамландырмаһын кешеләрҙе, бигерәк тә ижадсыларҙы?!
Миңә баймаҡтарҙың бер-береһен тартып, тормош баҫҡыстары буйлап үҫешендә һәр саҡ таяныс булырға тырышыуы, күренекле яҡташтарын хөрмәтләп, улар менән ихлас ғорурланып йәшәүе оҡшай. Эштәге уңыштары менән дә “беҙ баймаҡтар бит әле” тип күкрәк һуғыр өсөн тулы хаҡтары бар уларҙың.
“Бөтә нәмә күңелдән башлана. Йырлы-моңло, шиғриәтле, ғәмле, сәмле, изгелекле күңелдәрҙә генә хеҙмәт уңыштарына ихтыяж, ынтылыш ярала. Хәҙерге район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдиҡовты йәш сағынан беләм. Ауыл хужалығында юғары профессионал, тәжрибәле етәксе ул. Мин әле уның һәм райондың хеҙмәт ҡаҙаныштарын анализларға йыйынмайым, быға әҙер ҙә түгелмен. Ә инде ҡайҙа ғына эшләһә лә уның кешелекле, эшлекле ижади шәхес, хәстәрлекле етәксе булғанын яҡшы беләм. Уның донъя халыҡтары, Башҡортостаныбыҙ тарихын һәйбәт белеүе, элекке һәм хәҙерге абруйлы шәхестәребеҙҙең илебеҙ үҫешендәге ролдәре хаҡында уйланыуҙары, вафаттарының рухын, тереләренең үҙҙәрен ҡәҙер итеүе – уның юғары кимәлдәге зыялы кеше булыуына дәлил. ситтә йәшәгән яҡташтары менән район халҡының бәйләнешен өҙмәү кәрәклеген дә яҡшы аңлай хакимиәт башлығы. Уның фатихаһында ойошторолған мәҙәниәт, спорт, шәжәрә, ауыл хужалығы һәм, әлбиттә, рәсми байрамдарҙың күбеһендә, республикала төрлө кимәлдәге вазифалар биләгән кешеләр менән бер рәттән, әҙип һәм ғалим, сәнғәт һәм сәнәғәт өлкәһендә ижади хеҙмәт итеүсе яҡташтарҙың да ҡатнашыуын ойоштороу – заман етәксеһенең киң күңеллелеге генә лә түгел, бының ике яҡ өсөн дә бик кәрәкле сара икәнен аңлап эш итеүенән дә килә бит ул. Район етәкселеге тарафынан хөрмәтләп саҡырылып, “Икарус”тарға тейәлеп, ҡыуанышып һабантуй байрамына яҡташтары менән минең дә ҡайтҡаным булды. Иғтибар ҙа, урын да, аш-һыу ҙа һәр кемгә лә етте. Был да, күп һанлы халыҡ ҡатнашлығында уҙғарылған сараларҙы юғары кимәлдә ойоштороу һәләтенә эйә команда булдырып, бергәләп эшләү ҡеүәһе бит.
Мәғлүмәт алыу киңлеге ҙур хәҙер: шуға ла күреп, ишетеп торабыҙ. Баймаҡ етәкселеге районды юғары һәм махсус урта белемле, заманса фекер йөрөтөүсе кадрҙар менән тәьмин итеүгә лә ҙур иғтибар бүлә, уҡыу йорттарында осрашыуҙар үтә, студенттарға аҡсалата һәм ризыҡлата ярҙам ойошторола. “Ҡайтығыҙ!” тип өндәү генә етмәй, рухи бәйләнеш тә өҙөлмәҫкә тейеш. Һуңғы Яңы йылдарҙың береһен ҡаршылағанда, район юбилейы уңайынан шикелле, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, дәүләт һәм коммерция предприятиелары, ойошмалары етәкселәре, райондан сыҡҡан арҙаҡлы ветерандар ҡатнашлығында Өфөлә белем алыусы йәштәр менән бик етди һөйләшеү ойошторолдо. Районға ниндәй белгестәр күберәк кәрәк? Йәштәр үҙ эштәрен асыу өсөн етәкселек тарафынан ниндәй ярҙамға өмөт итә ала? Торлаҡ мәсьәләһен нисек тиҙерәк хәл итеп була? Ошондай, бик күп көнүҙәк мәсьәлә хаҡында фекер алышты баймаҡтар был эшлекле осрашыуҙа. Өфөлә йәшәүсе һәм эшләүсе яҡташтар ҙа йәштәргә үҙ кәңәштәрен еткерҙе. Аҙаҡ йәштәр бүләктәр һәм күстәнәстәр алып, дискотекаға киткәс тә, фәһемле фекер алышыуҙар дауам итте.
Баймаҡ етәкселегенең Өфөләге олоғайған күренекле яҡташтарының өйөнә килеп хәл-әхүәл белешеп тороуы ла күңелде ҡанатландырып, илһамландырып ебәрә.
Ә инде һирәкләп Баймаҡҡа барғанда, ҡайҙан белеп ҡалалыр, Илшат Хәмит улы, ваҡытының нисек кенә тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, осрашып һөйләшеү, хәл һорашыу, хөрмәт күрһәтеү өсөн мөмкинлек таба. Ә бит был күренеш йола үтәү генә түгел, етәксенең кешеләргә, яҡташтарына булған иғтибарлы мөнәсәбәте уның ҡул аҫтында төрлө вазифа башҡарыусы башҡаларға ла күсә бит инде ул, күркәм ғәҙәткә инеп, быуындан-быуынға тапшырыла.
Илшат Хәмит улының өлкән һәм йәш яҙыусыларға ҡарата ла иғтибары ҙур. Яйын табып, коллектив китаптарын сығарышыу, ижад кисәләрен ойошторорға ярҙам ҡулы һуҙыу ижадсыға илһам, көс-дәрт өҫтәй инде ул.
2015 йылдан, Әҙәбиәт йылынан башлап әҙиптәргә “Талҡаҫ” шифаханаһына льготалы хаҡҡа юлламалар бирә башлау ҙа район етәксеһенең фатихаһы арҡаһында тормошҡа ашырылды.
Ҡаҙағстан ҡунаҡтарын шәхсән ҡабул итеүгә лә ваҡыт тапты Илшат Хәмит улы.
Илдәр, халыҡтар дуҫлығын рәсми закондар, бойороҡтарҙан бигерәк уларҙың арҙаҡлы шәхестәре, бигерәк тә әҙәбиәт, сәнғәт, фән әһелдәре тәьмин итә.
Бик тә ҡәнәғәт булып, үҙе әйтеүенсә, күңеле илһамға, көс-дәрткә тулышып ҡайтты Ҡаҙағстан ҡунағыбыҙ Баймаҡтан, үҙе “ағайым” тип йөрөткән Мирас Иҙелбаевтың тыуған яҡтарынан.
Туғандаш булһа ла сит илдән килгән бит күренекле ғалим, яҙыусы һәм профессор Күлбәк Сәрсен улы Ергебек. Халҡыбыҙҙың ихласлығы, таланты, тыуған еребеҙҙең күркәм тәбиғәте хаҡында үҙе эшләгән халыҡ-ара университет студенттарына, коллегаларына һөйләр, әҙәби әҫәрҙәр, мәҡәләләр яҙыр, тимәк, халыҡтар араһында туғанлыҡ ептәрен нығытыуға был илһамлы сәйәхәтебеҙ ҙә үҙ өлөшөн индерер. Темәс ауылында Башҡортостандың тәүге хөкүмәте эшләгән крайҙы өйрәнеү музейында булып, йөҙ ҡыҙармаҫлыҡ киң урамлы, төҙөк ауылдарҙы күреп, туғандаш башҡорт халҡының көнитмешен, илдәге еңел булмаған үҙгәрештәр осоронда ла милли рухын, йыр-моңон, шиғриәтен байытып, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәгәненә ҡыуанып ҡайтты ҡунаҡтарыбыҙ.
Рәхмәт һеҙгә, баймаҡтар!
Гөлфиә ЮНЫСОВА,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.