«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Флүзә Әхмәҙиева: “Аҡ мөһөрлө булып тыуһам да, иҫәбем бар әле уңырға!”



12.07.2016 Флүзә Әхмәҙиева: “Аҡ мөһөрлө булып тыуһам да, иҫәбем бар әле уңырға!”

Флүзә Әхмәҙиева:  “Аҡ мөһөрлө булып тыуһам да,  иҫәбем бар әле уңырға!”Моңло бер йыр булыр өсөн яралған ул был донъяға. Йәшәй килә, яландан гөлләмәгә сәскәләрҙе йыйғандай, бөртөкләп күңел ынйыларын туплаған-туплаған да, булмышының гүзәллегенә, камиллығына сорнап, бер заман бар матурлыҡты йәйғор итеп тирә-яғына сәскән. Услап-услап, тамсыһын да йәлләмәй, һирпкән-һирпкән дә, үҙен-үҙе күккә атҡан. Ғүмер ҡылы иң юғары нотала йәндәр­ҙе тетрәтеп сыңлап өҙөлгән: “Сың-ң-ң!”

Ошо сың шағирә Флүзә Әхмәҙиеваны белгәндәр күңелендә ҡырҡ өс йыл тынмай сыңлай. Йөрәктәрҙе һыҙлатып, иҫкә төшөп тормаһын өсөн, бәлки, хәтерҙәренән һыҙып та ташларҙар ине, тик Флүзәне, бер күреүҙән үҙенә тарт­ҡан уйсан, баҫалҡы, тәрән Байрамғол ҡыҙын, оноторлоҡ түгел, тиҙәр: “Берәү ине...” Учалы райо­нының Яңы Байрамғол ауылы мәҙәниәт йортонда Флүзә Әхмәҙиева исемендәге әҙәби премияны тапшырыуға арналған шиғриәт байрамында ла һағыш ташы йөрәкте иҙҙе, хәтирәләре менән бүлешкән һәр кемдең күҙҙәрен йәш пәрҙәһе ҡапланы. Синыфташтары Фәйзулла Хәйруллин, Рәйфә Мифтахова, Нәйрә Ниғмәтуллина уның менән бергә мәктәп йылдарын үтһә, та­ныл­ған шағирә Таңһылыу Ҡарамы­шева менән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Алик Байғарин Флүзә менән студент тормошо ҡаҙанында ҡайнаған.
– Флүзә менән курсташ ҡына түгел, әхирәт булыу бәхете тейҙе, – тип әйләнеп ҡайтты шул йылдарға Таңһылыу апай. – Береһенән-береһе һәләтлерәк шәхестәр йыйылғайны университетҡа. Күңел Флүзәгә тартылды... Француз теле дәрестәрендә шиғыр яҙып ултыр­ғаныбыҙ һаман хәтерҙә. Ул ғүмер буйы шул телде белгәндәй, еңел генә уҡып китте, ә мин “ү” менән “ө”-гә оҡшаш бер хәрефте әйтә алмай йонсоном. Рәдиф Тимер­шин­дың өйрәтеүе буйынса, “үбәм” һүҙенең “ү”-һен әйттем дә, килеп сыҡҡас, шул тиклем ныҡ ҡыуандым! Флүзә лә минең өсөн үтә шатланып, ҡосаҡлап уҡ алды. Ҡыуаныстан “Күҙ нурым” шиғырын яҙҙым да (уға һуңынан Салауат Низаметдинов көй ижад итте), уҡытыусыбыҙ Людмила Ивановна Кузьминаға: “Һау булығыҙ”, – тип сыҡтым да киттем. Аҙаҡ ҡыҙҙар һындары ҡатып көлә лә көлә, Флүзә көлөүҙән бөтөнләй һығылып, иҙәнгә үк төштө. Мин аптырайым, ниңә көләләр икән, тип. Баҡтиһәң, шул хәрефте әйтеү ҡыуанысынан шиғыр яҙғанмын да, бер ни күрмәй, бер ни ишетмәй, дәрес уртаһында сыҡ­ҡан­мын да киткәнмен. Уҡытыусы ғәжәпләнеүҙән ни әйтергә лә белмәй, күҙҙәрен түңәрәкләндереп ҡарап тороп ҡалған...
Курсташыбыҙ Рәмзилә Хисамет­динова сая, үткер, шаталаҡ булһа, Флүзә әкрен, тыйнаҡ кеше ине. Тормоштоң фажиғәләрен бар тулылығында тойған ҡыҙҙың ҡай ваҡыт шаярып һөйләшеүе битлек булғандыр, тим. Ләкин мәрәкәләү ғәҙәте ғашиҡ булғанынан һуң тамам юғалды. Ысынлап, бар күңеле менән яратты ул һәм шаярыуҙан бөтөнләй туҡтаны. Йәй башында Фәүзиә Рәхимғолова менән Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылғанда, телеграмма килде. Яңы Бай­рам­ғолға Флүзәне ерләргә саҡыралар ине... Был хәбәргә шаңҡып, шунда уҡ юлға сыҡтым, әммә килеп етеүемә, уны ерләп ҡайтҡайнылар... Йәшлек хәтирәләрендә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та мәлдәр күп...
– Флүзә йүгерек ине, икәүләп ярыштарҙа ҡатнаштыҡ, – тип Алик Һибәт улы һүҙҙе дауам итте. – Ләкин бер көн, йүгереү минең өсөн түгел, көсәнмәйем, тине: “Ат һымаҡ сапҡас, һин сап”. Еңел, һис бер ауырлыҡһыҙ уҡыны. Тыйнаҡ, һылыу һәм ғорур ине... Ғөмүмән, уҡытыу­сылар Фәриҙә менән Азамат Әхмәҙиевтарҙың ғаиләһендә ма­тур, уңған, аҡыллы балалар үҫте. Уларҙың ғаиләһе барыһы өсөн дә өлгө булды.
Курсташымдың вафатынан һуң байтаҡ йылдар үткәс, бер заман сәхнә янында тере Флүзәне күреп, ҡойолдом да төштөм... Флүзә тигәнем һеңлеһе Луиза булып сыҡты. Уларҙың бер-береһенә шулай ныҡ оҡшағанына хайран ҡалырлыҡ!
Флүзә Азамат ҡыҙының ике туған ҡустыһы Кәтип Насип улының ҡатыны, Башҡор­тостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Шәһүрә Әхмәҙиева ҡәйенбикәһенең кешелекле, кеселекле булыуына туҡталды:
– Флүзә апай бәләкәс балалар менән дә, ололар менән дә берҙәй ихлас һөйләште. Маһайыу, тәкәбберлек уға ят сифаттар ине. Һәр һүҙгә иғтибарлы булды. Мине, Бөрйән районы ҡыҙын, һөйләндерә-һөйләндерә лә, ҡалай матур һүҙ әйттең, тип, блокнотына яҙып ала. Ул “Башҡортостан пионеры” гәзитендә эшләгәндә, мине Өфөгә курс­тарға ебәрҙеләр, уның янына урынлашып, бер диванда ятып йоҡлап йөрөнөк. Серләшкәндә, бер егетте шундай яратам, мине көт, тиһә, ғүмерем буйына көтөргә әҙермен, тигәне һаман ҡолаҡ төбөндә... Әсәһе лә ғорур ине, кеше алдында күҙ йәшен күрһәтмәне. Тик бер кем дә күрмәгәндә, балаҡайғынам, тип, Флүзәнең кейемдәрен ҡосаҡлап, түгелеп илау­ҙары...
Һағыш ҡатыш йыр-моң менән үрелеп барған кисәлә иҫтәлектәр йомғағы һүтелде лә һүтелде. Хәтирәләр үҙҙәре бер китапҡа һыйышлы ине, буғай. Һәр кем, шағирәне өр-яңынан асҡандай, тәрән хистәр кисереп, кисәне ойоштороусыларға рәхмәт уҡыны. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Салауат Рәсүлев әйтмешләй, кеше онотолор ҙа ине, әгәр кемдәрҙер уның исемен күтәрмәһә. Луиза Фархшатова, Мәүлит Ямалетдин башлап ебәргән эште бөгөн башҡалар ҙа дауам итә. Яҡты донъяла егерме дүрт кенә йыл йәшәп, йөҙгә яҡын шиғыр тыу­ҙырған хисле Флүзә Әхмәҙиеваның исеме ваҡыт саңы аҫтында юғалып ҡалмаһын өсөн, уның тормош юлын һәм ижадын Яңы Байрамғол мәктәбе уҡыусыһы Айгизә Фазлетдинова ныҡлап өйрәнә (ғилми етәксеһе Рәмзиә Шаһиева кисәнең сценарий авторы ла). Шағирәнең әҫәрҙәренә Фәрит Хәсәнов, Илдар Жамалов, Нажиә Аллаярова, Фәриҙә Ғаззалова йырҙар ижад иткән. Һәм быйыл талантлы яҡташыбыҙҙың исемендәге премия ла булдырылды. Учалы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенконың фатихаһы менән Яңы Байрамғол ауыл хакимиәте, Учалы районы йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты, “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторған премияның бағыусыһы – БДАУ проректоры Марс Фархшатов. Тәүге премия лауреаты Урания Вахитова – шиғриәт донъяһына баҙнатһыҙ ғына килеп инеп, күңел йәме менән донъяны балҡытып ебәргән һәләтле йәштәребеҙҙең береһе. Нескә хисле, сая рухлы, илһөйәр Флүзә Әхмәҙиеваның премияһына бик тә лайыҡ кеше. Кешелекле, кеселекле, тыйнаҡ булыуы менән дә, һәләте, эшһөйәрлеге менән дә Флүзә Азамат ҡыҙына тартҡан бит ул йәш яҡташыбыҙ.

Фотола: Йәш шағирә Урания Вахитова - Ф. Әхмәҙиева исмендәге премия лауреаты

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға