08.07.2016 Ауылдан хат
Журналист һәм яҙыусы Роман Сенчин 1971 йылда Ҡыҙыл ҡалаһында тыуып үҫә. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. «Минус», «Нубук», «Елтышевтар», «Мәғлүмәт» романдары, «Иджим», «Һанһыҙ йорт», «Абсолют соло» тип аталған хикәйәләр йыйынтыҡтары авторы.
Һаумы, беҙҙең ҡәҙерле улыбыҙ!
Беҙгә йыш яҙғаның, онотмағаның өсөн һиңә ҙур рәхмәт, ҡәҙерлем. Һәр шаршамбы тиерлек (ә беҙҙең почта хәҙер ошо берҙән-бер көндә эшләй) һинән хәбәрҙәр килеп тора. Улар беҙгә оло терәк, уларҙы сабырһыҙланып көтөп алабыҙ, арттырмайынса әйтәм, улар менән йәшәйбеҙ.
Ә беҙҙә барыһы ла элеккесә, забастовканы дауам итәбеҙ. Эш ташлағаныбыҙға өс аҙна була инде. Талаптарҙың ун алты пунктынан хәҙер икеһе генә ҡалды: эш хаҡы буйынса йыйылған бурыстарҙы түләү һәм мәктәпте урта мәктәп статусында ҡалдырыу. Һис юғы, уҡыу йылы тамамланғансы. Нисә йыл һөйләнеләр был хаҡта, хәҙер бына беренсе ярты йыллыҡтан һуң унынсы һәм ун беренсе кластарҙы тоттолар ҙа яптылар. Ул кластарҙа ни бары ете кеше уҡый, шулай ҙа балалар һәләтле, ә хәҙер нисек? Егерме биш саҡрымдағы Захолмовоға йөрөп уҡырғамы йәки (икенсеһе анһатыраҡ) киләһе көҙҙә ПТУ-ға барырғамы? Бына шулай. Тиҙҙән, бәлки, батшалар заманына әйләнеп ҡайтырбыҙ, ул заманда бер уҡытыусы бер нисә класта бер юлы дәрес биргән. Химиянан да, географиянан да, биологиянан да уҡытыусылар етмәй, музыка менән изоны әйтеп тә тормайым. Физика уҡытыусыһы ғаиләһе менән Черногорскиға күсергә йыйына, мөмкинлек килеп сыҡҡан. Тиҙҙән тарихсы Юрий Андреевичтың армия урынына эшләү ваҡыты бөтә, ул да китә. Минең театр студияһын һәм эстетиканы ҡыҫҡартырҙарҙыр, моғайын. Дөрөҫ, студия менән мут эш итмәкселәр: районола уны түләүле яһарға тәҡдим итәләр. Көлкө! Кем ауылда түләһен инде? Нимә менән? Күптәр әле нулдәре ҡырҡылған яңы аҡсаларҙы күрмәгән дә, уларҙың ни төҫлө икәнен дә белмәй.
Беҙгә, уҡытыусыларға, күңел өсөндөрмө, бер аҙ бирҙеләр – эш хаҡынан ете процент. Был – егерме ете һум. Бер литр көнбағыш майы йәки егерме булка икмәк, йәки атайыңа ун ҡап «Прима». Бар өмөт – минең инвалидлыҡ буйынса пенсияла, элекке запастар ғына. Яҙға тиклем аслыҡ янамаҫ кеүек, ә унан ерҙә соҡона башларбыҙ.
Был көндәрҙә беҙҙә һауа бик тотороҡһоҙ. Көндөҙ минус бишкә тиклем етә, ә төндәр һалҡын – утыҙ градус. Ә грипп беҙгә, Аллаға шөкөр, теймәне. Яңылыҡтарҙан ишеттек – әллә күпме кеше үлгән! Ҡот осҡос! Уҙған йылдарҙа бер ваҡытта ла былай булмағандыр, моғайын. Һиңә теймәһен ине, тип Аллаға ялбарам, ҙур ҡалаларҙа ул тиҙ тарала. Улым, һарымһаҡ, лимон, аспирин, парацетамол, анальгин һатып ал, улар арзан тора, ләкин барыбер әҙ-мәҙ булһа ла файҙаһы тейә. Һаҡ бул, йылы кейенеп йөрө, башыңдан бүркеңде һалма. Бында беҙҙә дарыуҙар (әлбиттә, ҡала дарыуханаларын күҙ уңында тотам) менән бөтөнләй насар, ташламалы рецептар менән бер ни ҙә бирмәйҙәр, рецепһыҙ дарыуҙар юҡ тиерлек. Һеҙҙә унда, Мәскәүҙә, яҡшыраҡтыр, моғайын. Һинең страховка полисың ғәмәлдәме әле? Ул хәҙер бик мөһим, улым, унһыҙ бер ҡайҙа ла ҡабул итмәйҙәр. Кеше нисек кенә ауырымаһын, полисың булмаһа – бөттө, дауаламайҙар. Бындай хәлдәр хаҡында әллә күпме тапшыралар! Шулай булғас, улым, әгәр полисыңдың ваҡыты сыҡһа, оҙайт. Вәғәҙә бирәһеңме? Хоҙай аралаһын бәләнән.
Үҙегеҙҙәге хаҡтарҙы яҙғаныңа рәхмәт. Бында ла шулай тиерлек. Хатта юғарымы йәки түгелме икәнлеген дә аңлай алмайым. Эш хаҡы түләһәләр – йәшәргә (туҡланырға) була, ә бына аҡсаһыҙ нисек? Ер ҡотҡара, ләкин бөтәһе лә дача, участка тотмай бит.
Аҡсам етә, тип дөрөҫөн яҙаһыңмы? Беҙҙең ҡара көнгә тип һаҡлап тотҡан өс йөҙ тәңкәбеҙ бар. Бына тағы целлофан һатып алырға кәрәк, һуғарыу шлангыһы тишелгән – изолента менән ураһаң инде, тик фәтүә булмаҫ. Машинаға, һис юғы, бер яңы тәгәрмәс кәрәк. Баҡса тотоу, баҙарға йөрөү өсөн йәйҙе тулы әҙерлек менән ҡаршылайһы ине.
Ғәфү ит, улым, һин Нина Егоровна менән бик яҡынайма, сөнки ул сектала, тип иҫкәртһәң дә, беҙгә йыш инә. Аралашмайынса нисек йәшәйһең? Кистәрен уның менән шул тиклем һәйбәт, донъя, йән, изгелек, яуызлыҡ тураһында рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ. Ниндәйҙер яҡтылыҡ пәйҙә була. Һин асыуланма инде. Улым, беҙ ниндәй сектант булайыҡ инде, әҙәмсә яҡшылыҡ көтәбеҙ бары, ихлас, йылы һөйләшке килә.
Мин әҙерәк сирләп алдым әле. Дауаханаға ятып, атайыңдың яңғыҙын ҡалдырыу тураһындағы уй башыма ла инеп сыҡманы. Ул яңғыҙы ни эшләһен? Икәүләп нисек тә тәнтерәкләрбеҙ әле, ә яңғыҙ?.. Бына ингалятор баллоны табырға ине, еңелерәк булыр ине. Миңә ниндәйе кәрәк, шундайҙың ҡағыҙын һалам, дарыуханалар эргәһенән үткәндә инеп сыҡ, бәлки, һеҙҙә рецепһыҙы яталыр? Һатып ала ҡалһаң, каникулда алып ҡайтырһың. Йәки былай, бандероль менән ебәрергә мөмкин. Әйткәндәй, беҙҙә хәҙер «Тиҙ ярҙам»ды былай ғына саҡырып булмай, башта фельдшер ҡарарға тейеш, әгәр үҙе ярҙам күрһәтә алмаһа, ул саҡырта. Беҙҙең фельдшерҙың ниндәй икәнен хәтерләйһеңдер әле, тип уйлайым. Ҡабул итмәгәндә, уны көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә табып булмай. Әгәр кешенең өйәнәге ҡуҙғалһа, бәхетһеҙлеккә юлыҡһа, ниндәйҙер бәләгә тарыһа – нишләргә? Үҙем яҙам, ә үҙемдең ысынлап та ошолай икәненә ышанғым килмәй.
Был ҡышта тағы ла ҡар күп, көн дә тиерлек яуа. Атайың уны ҡаһармандарса таҙарта, көнө буйы ихатала. Ҡайһы берҙә быуаға барырға ваҡыт таба, мәке өҫтөндә ике сәғәт ултыра, ҡараһаң, унлаған табан, ҡайһы берҙә алабуға тотоп ҡайта. Ҡыҙҙырам, кискелеккә ризыҡ була. Киске аштан һуң, әгәр телевизорҙа ҡыҙыҡлы әйбер булмаһа, һөйләшәбеҙ – торған һайын байыйбыҙ, ғәйәт ҙур пландар ҡорабыҙ. Әммә, дөрөҫөн әйткәндә, нисек тә һыр бирмәҫкә, һинең йәйгә ҡайтыуыңды хәстәрләргә ине. Билетың күпмегә төшөрө билдәһеҙ. Хәҙер барыһын да көтөргә була.
Өсөнсө көн ике йәшник помидор, тотош йәшник «үгеҙ йөрәге», тағы ла берәр йәшник татлы һәм әсе борос сәстем. Әле мунсаға ҡуйған тупраҡ ирей, тағы ла помидор сәсергә уйлайым, иртә өлгөрә торғандары күберәк булһын өсөн. Теге йәйҙән ярты рулон целлофан тороп ҡалғайны, аласыҡ янындағы теплицаға етергә тейеш. Атайың уны март аҙағында уҡ ябырға йыйына. Ләкин ныҡлап юрарға ҡурҡабыҙ, Хоҙай ҡушҡанса булыр.
Һуңғы хатың, улым, бойоғораҡ тойолдо. Бәлки, имтихандар арҡаһындалыр, арығанһыңдыр. Һин, улым, бирешмә, түҙ, йәме? Бик үтенеп һорайым, ҡәҙерлем, тормош ауырлыҡтарын хәмер менән баҫа күрмә! Артыҡ рюмка йүнлегә булмай. Вәғәҙәләштекме? Унда, ҙур ҡалала нисек икәнен һин үҙең дә беләһең – берәй нәмә булһа, бер кем дә ярҙам итмәй, эргәңдән үтә лә китә. Ә әле ҡыш, күпме иҫерек кеше туңа! Яңылыҡтарҙа һәр көн һөйләйҙәр. Зинһар, башыңды юғалтма.
Тағы нимә? Клуб тағы эшләмәй. Тағы ла ҡаҙанлыҡты туңдырҙылар, көлөрһөң дә, иларһың да, үткәндәге һымаҡ, шул уҡ көндәрҙә, Яңы йыл байрамдары мәлендә. Ҡаҙанлыҡ ярты йыл ғына эшләне. Ә уны ҡуйырға күпме көс һалынды! Хәҙер тағы кино ла, түңәрәктәр ҙә юҡ, китапхана ишегендә йоҙаҡ.
Забастовкаға ҡарамаҫтан, мәктәп спорт залында кистәрен әкренләп Пушкиндың «Һыу инәһе»нә репетиция яһайбыҙ (был мөғжизәле әкиәттең йөкмәткеһен онотҡан булһаң, мотлаҡ яңынан уҡы!). Төп ролгә бик һәйбәт ҡыҙ бар, торғаны ысын талант инде. Атайың Тирмәнсене уйнай, ә Кенәз – тарихсы Юрий Андреевич (ләкин ул күңеле менән юлда, июлдә китергә тейеш). Ҡалған ролдәрҙә – минең студияла шөғөлләнеүсе балалар. Өлкәндәр менән, элеккесә, бер эш тә ҡырып булмай. Берәйһе ризалашһа, репетицияға бер нисә тапҡыр килә лә, көлөп, ташлап китә. Уның ҡарауы, спектаклдәргә бөтә ауыл ябырылып килә. Тамашасыларҙың һорауы буйынса, Яңы йыл тамашаһын иҫке Яңы йылда ла ҡабатлап күрһәтергә тура килде. Хәҙер спектаклдәрҙе лә спорт залында ҡуябыҙ, ысын сәхнәлә – клубта сығыш яһаған ҡыҫҡа ваҡыт үткәндә тороп ҡалды. Клубтағы бөтә нәмәне сасҡау ҡаплаған, унда майға тиклем бер нәмә лә эшләрлек түгел.
Яҙғылыҡҡа ҡалдырылған биш тауыҡтың береһенең аяғы туңды, ике көн буйы тәрбиәләп ҡараным, ә бөгөн иртән уны атайың салды. Өс ҡуян түшкәһе ҡалды, ә сусҡа майы етерлек әле. Ҡәҙерлекәйем, һиңә шул тиклем күстәнәс ебәргем килә, ләкин нисек? Посылкаларҙың хаҡы ҡот осорлоҡ ҡиммәт, тағы ла уға нимә генә һалаһың инде? Поезда дүрт тәүлек эсендә барыһы ла боҙолоп бөтә. Һәйбәт ит, тоҙланған йәшелсә, балыҡ ебәргем килә. Поезына ла барып етергә кәрәк бит әле. Ҡалаға урау юлдарҙан нисә йыл инде техосмотрһыҙ йөрөйбөҙ, ҡайтҡанда ла шул уҡ юлдан.
Пират үҫте, ысын овчаркаға әйләнде. Атайың уға яңы сылбыр һатып алғайны, уны өс көндә бер нисә урындан өҙҙө. Шәп эт, ул беҙҙе рәнйетергә юл ҡуймаҫ. Һине онотмаһын өсөн, уға фотографияңды күрһәтәбеҙ.
Улым, хатымды тамамлайым. Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, Аллаһы Тәғәлә һине рәхмәтенән ташламаһын! Хәтереңдә тот: һин донъяла беҙҙең берҙән-беребеҙ, үҙеңде һаҡла! Бына атайың өйгә инде (ғәҙәттәгесә, көндөҙ ҡар таҙартты), хәҙер һиңә бер нисә юл сыймаҡлар. Ә мин икмәккә барырға йыйынам, бер юлы хатты почтаға индерермен. Бөгөн – шаршамбы, почта машинаһы сәғәт өскә килә. Ашығырға кәрәк, юҡһа аҙна буйы көтөргә. Бәлки, бөгөн һинән дә хәбәр килер.
Осрашҡанға тиклем, һөйөклө улыҡайым! Әсәйең.
Әсәйең миңә урынды әҙ ҡалдырған, шулай булғас, бөгөн ҡыҫҡараҡ яҙырмын. Яҙҙы көтөп йәшәйбеҙ, һинең хаттарың – допинг. Бына әкренләп яңы а/х миҙгеленә әҙерләнә башланыҡ: әсәйең үҫентеләр ултыртты, мин теплицаларҙағы ҡарҙы көрәйем. Ҡайһы берҙә балыҡҡа барам, ҡыҙҙырырға табандар ҙа эләккеләй. Ошо көндәрҙә ауылдың теге осондағы ир менән ултырҙым, исеме нисектер, белмәйем. Балыҡ айырыуса шәп ҡапты, ир ҡыуанысынан ҡояштай балҡыны. Уның менән егермешәр балыҡ һөйрәп сығарҙыҡ, шунан, өҙә киҫкәндәй, ҡабыуҙан туҡтаны. «Бына, – ти, – ҡатын ҡармаҡ ебе өсөн игәүҙән туҡтар, бәлки. Ҡалала һатып алдым, бисәм тотоп ашарҙай булды: ун ике тәңкәне туҙҙырғанһың! Бер аҙнаға етерлек икмәк һатып алырға булыр ине! Алып ҡайтам әле, ғәфү итергә тейеш». Маһайып, табан балыҡтар тултырылған һәлмәк пакетын күрһәтте. Элек балыҡҡа йөрөү күңел өсөн ине, ә хәҙер – туҡланыу сығанаҡтарының береһе.
Был йәйҙә матди яҡтан нығынырға ниәтләйбеҙ, ләкин бына яңы бәлә күренә: үҫтерербеҙ, ҡалаға алып барырбыҙ, ә һатып алырҙармы? Халыҡтың аҡсаһы юҡ бит. Был хәлгә былтыр уҡ борсола башлағайным. Кешеләр килә, тамшана, күрәһең, һатып алырға кеҫәләре таҡыр. Әммә танауҙы төшөрмәйбеҙ. Кистәрен рассадалар өсөн стакандар яһайым. Ғәфү ит, бының өсөн «Мысыр Наполеон экспедицияһы алдынан» китабын телгеләргә тура килде. Келәттә һалҡында китаптарҙың күбеһе барыбер әрәм булды тиерлек. Өйҙә, ҡайҙа ғына тыңҡыслап тыҡма, барыбер урын еткереп булмай.
М-да, беҙҙең бында килеп төпләнеүгә биш йыл да тулған икән. Бөтөнләй башҡа тормошта биш йыл. Үткәндәр әкренләп ниндәйҙер төшкә әүерелгәндәй. Ә ауыл, теләһәң-теләмәһәң дә, дача ҡасабаһы түгел. Ҡыҙылда рустар бөтөнләй әҙ ҡалған, тип һөйләйҙәр. Күсеп китергә бер ниндәй мөмкинлектәре булмағандар ғына ҡуҙғалмаған. Был яҡтан ҡарағанда, беҙ уңдыҡ, тиергә була. Бына һин хәҙер Мәскәүҙә уҡыйһың, артабан нимә булырын тормош күрһәтер. Әлегенән дә хөрт булмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ.
Ну, ҡағыҙ тулды, хушлашам. Бер аҙнанан, әгәр барыһы ла һәйбәт булһа, ентекләберәк яҙырмын. Әсәйең клуб тураһында яҙҙымы? Эйе, ана, башын ҡаға. Тирә-яҡтағы ысынбарлыҡ беҙҙең клуб менән эпопеяға оҡшаш. Эсеп, ҡаҙанлыҡты туңдырғандар, яңыһын ҡуйыр өсөн ике йыл маташтылар, ниһайәт, түбәне һәм ике стенаны ҡутарып, эшләнеләр, шунда уҡ тағы туңдырҙылар, шайтан алғырҙары. Бөтә ерҙә лә шулай. Һәйбәткә өмөтләнәйек, башҡа юл юҡ. Ныҡ бул, улым! Сессияны уңышлы тапшыр, грипп һәм башҡа ҡазалар ситләтеп үтһен! Атайың.
1998 йыл.
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.