08.07.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (8.07.2016)
Халыҡтарҙы уның әҙәбиәтенән, халыҡтың рухи тормошон уның поэзияһынан танып беләләр.
(“Көндәлектәр”. 17. XII. 1963).
* * *
Хаттарҙың да була төрлөләре,
Берәүҙәре ҡала ғүмергә.
Кеше итһә һине берәүҙәре,
Ҡалдыралыр ҡайһы күмергә.
(“Яндырылған хаттар”).
* * *
Хаттарым – ул йөрәк аһтарым,
Хаттарым – ул йөрәк анттарым.
Аһыма – аһ, антыма ант булып
Килһен һинең яуап хаттарың.
(“Хаттарым ул йөрәк аһтарым...”).
* * *
Хыял менән генә йәшәгән – хыялый ғына. Тормош тыуҙырған хыял ғына ҡанатлы.
(“Көндәлектәр”. 30. XII. 1953).
* * *
Хыялда кеше кешене һәр саҡ үҙе теләгәнсә биҙәп тыуҙыра.
(“Көндәлектәр”. 6. XI. 1951).
* * *
Хәбәрсе – тормош эҙләүсе. Бөтә нәмә асыҡлығы, бөтә тәрәнлеге менән иң элек уның күҙенә ташлана. Ул эҙләй, таба.
(“Көндәлектәр”. 8. IX. 1950).
Һалдатһыҙ булмай генералдар.
(“Мин – генерал түгел, беләм...”).
* * *
Һандуғасҡай балаларын
Йырлап-йырлап сығара,
Балаларын таратҡанда,
Илап сәсе ағара...
(“Һандуғасҡай балаларын...”).
* * *
Һин батшаһың икән, үҙ батшалығыңа үҙең хужа бул – һинең өсөн бер кем дә үҙең теләгәнсә хакимлыҡ итмәҫ.
* * *
Һин янғанда дуҫың янмаһа,
Уртаҡ маҡсат тороп ҡалмаһа,
Оло булһа дуҫың дуҫлыҡтан,
Бәләкәйгә дуҫың уҫлыҡтан,
Яманыраҡ дуҫың дошмандан,
Ялғаныраҡ дуҫың ҡуштандан,
Көнсөллөк тик уның күңеле,
Шатлыҡ уға – һинең еңелеү.
(“Һин янғанда дуҫың янмаһа...”).
* * *
Һине яҡлай ғәҙелһеҙлек,
Халҡымдан көлгән өсөн.
Мине ҡаға ғәҙелһеҙлек,
Халҡым тип үлгән өсөн.
(“Һине яҡлай ғәҙелһеҙлек...”).
* * *
Һинең өсөн үлер инем,
Мин үлгәс һин нишләрһең?
Ярай инде үлмәйем,
Мине, бәлки, ишләрһең.
(“Көндәлектәр”. 24. IV. 1965).
* * *
Һөйгән... Һөйөлмәгән...
Инде – һөймәй.
Тик һөйгәнен генә
Һөйләп һөйләй.
(“Һөйгән... Һөйөлмәгән...”).