«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Милләт һәм мөхәббәт



24.06.2016 Милләт һәм мөхәббәт

Милләт һәм мөхәббәтЙомала эштән иртәрәк сыҡтым да, “Үҙәк баҙар” туҡталышына ашыҡтым. Ниәтем – алданыраҡ барып, Әл­шәйгә юлланаһы микроавтобустан урын алыу. Юғиһә эш сәғәте бөтөүгә кеше күбәйә, ултырыу түгел, баҫып торорға ла урын ҡалмай торған. Хәлем бөтөп салонға барып ингәндә иң арттағы өс урын ғына буш ине. Төшөрөп ҡалдырыуҙан ҡурҡҡандай, иң төптәгеһенә инеп ултырҙым. Ҙур ғына пакетымды тыңҡыслап тигәндәй аяҡ аҫтына урынлаштырҙым да, иркен тын алып, күҙҙәремде йомдом. Ҡар­лыҡ­ҡаныраҡ тауыштың ҡолаҡ төбөндә ҡысҡырыуына тертләп китеп, күҙҙәремде шар астым: “Девушка, за проезд рассчитываемся! Дома будешь спать!” Янсыҡ алырға эйелгән ерҙән таныш күренгән йөҙгә тағы ла бер ҡарар өсөн башымды күтәрҙем. Улмы, юҡмы, тип уйлаған арала, ул хас та элеккесә итеп, ҡосағын йәйеп, ихлас итеп йылмая-йылмая: “Гөлдәриә! Һинме был?” – тип ҡосаҡлап та алды. Әй­тер­һең дә, беҙ бынан 17 йыл элек, йәшлек йүләрлеге менән, ҡан дошмандар (милли дошман тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр) булып айырылмағанбыҙ. Мин дә, төн йоҡоларымды ҡалдырып, хыялдарға сумдырған йәшлек мөхәббәтемде ҡосаҡлап алдым.
– Беҙгәме?
– Һеҙҙең яҡтарға!
– Еңгәйҙәргәме?
– Апайымдарға!
Икебеҙ бер юлы көлөп ебәрҙек. 19 йыл элек булып үткән көн ҡабатлана кеүек: беҙҙең танышыу ҙа ошоға оҡшаш һөйләшеүҙән башланғайны. Ул минән һорап та тормайынса етәкләп алды ла, алға – үҙенең янындағы урынға алып китте. Салон тулы кеше, уның гөрөлдәп сыҡҡан тауышынан уҡ ниндәйҙер тамаша өмөт итеп, беҙҙе күҙәтә башланы. Ә ул, элеккесә, шулай әллә яндырайлығы менәнме, әллә иғтибарҙы яратыуҙанмы (ике йыл буйы шуны аңлай алманым, хәйер, миңә ул ваҡытта барыбер ине), тағы ла ярһыбыраҡ китте. Алдағы ишекте асты ла, ултырған ике ҡыҙҙы ҡыуып та төшөрҙө:
– Барығыҙ, арттағы урындарға күсеп ултырығыҙ. Бында мин берҙән-бер мөхәббәтемде ултыртам! – Тегеләр нимәлер тип ҡаршы өндәшергә булғайны, ауыҙ асырға ла ирек бирмәне. – Оҡшамаһа, икенсе автобусты көтөгөҙ. Ата­йығыҙҙан ҡалған урын юҡ! Асы­уымды килтерһәгеҙ, бөтөнләй рейстан сығам! Кешенең бында бөтөн яҙмышы хәл ителә, ә улар бер урын өсөн янъял ҡуптармаҡсы!
Иххх, ҡасан ғына ул мине шулай үҙенең дәрте, көс-ҡеүәте, татлы теле менән арбап алғайны бит. Үҙгәрмәгән, тап шул, 17 – 19 йыл элекке Рафиҡ тора ҡаршымда. Ҡапыл хистәргә бирелеп киттем дә, уның муйынынан ҡосаҡлап ал­дым. Ул минән бындай ҡылыҡты көтмәгәйне, буғай, бер нисә секунд­ҡа аптырап ҡалғанын һиҙҙем. Әммә был оҙаҡҡа барманы, яуап итеп ҡосаҡланы ла, ирендәремдән үбергә тотондо. Йөҙәрләгән халыҡ ал­дында, баш ҡаланың ҡап уртаһында, урта йәшкә еткән ике кеше, шулай ахмаҡтарса ҡыланып, 17 йылдан һуң тағы күрешеү бәхетен татыныҡ.
– Ҡасандан Өфөлә?
– Ун йылға яҡын инде...
– Ниңә бер күрешмәнек икән? Мин дә бит инде алты йыл ошо юлды тапайым. Әллә бөтөнләй беҙҙең яҡтарға барғаның юҡмы хәҙер?
Мин бер аҙ уны ҡупырайтып алыр­ға булдым, уға шулай тойғоларымды белдерһәм, шатлығынан ирәйеп китә, күҙҙәре тағы ла нурлана төшә ине.
– Хәҙер бит мине аҙна һайын тартып торған, һағындырған кеше юҡ. Йылына 2 – 3 мәртәбә ҡайтҡылайым. – Юрағаным юш килде, ул та­ғы ла йылмая төштө. Башын ҡырыныраҡ һалып, миңә текәлде:
– Әйҙә, бөгөн бында ҡалабыҙ. Туйғансы бер һөйләшербеҙ, исмаһам. Ике сәғәтлек юл юлмы ни ул, хәҙер үтә лә китә бит. Күргәндәй булайым үҙеңде...
– Юҡ инде, еҙнәйемдең тыуған көнө, мотлаҡ ҡайтырға кәрәк.
– Улайһа, мин һине ауылға тиклем алып ҡайтып ҡуям.
– Мин риза!
Рафиҡ менән апайымдарҙың ауылына ҡунаҡҡа килгәндә таныштым. Район үҙәгенә етәрәк юл сатында төштөм дә, үткенсе машиналарҙы көтөп баҫтым. Мин барасаҡ ауылға әле 30 саҡрым тирәһе бар. Күп тә торманым, бер йөк машинаһы килеп туҡтаны ла, шофер егет ишеген асып:
– Түбәнге Исәккә барам! Безнең яҡҡамы? – тине.
Тиҙ генә кабинаға инеп ултырҙым:
– Һеҙҙең яҡҡа!
– О-о, башҡорт ҡыҙы! Әллә берәй еңгәйгәме?
– Апайымдарға!
Беҙ күптәнге таныштар кеүек һөйләшеп киттек. Ярты сәғәт эсендә бер-беребеҙ тураһында ярайһы ғына мәғлүмәт туплағайныҡ инде. Ул машинаһын апайымдарҙың ҡап­ҡа төбөнә килтереп туҡтатты ла, аҡса һуҙған ҡулымдан тотоп, күҙҙәремә текәлде:
– Бөгөн кис клубҡа сығаһыңмы?
– Юҡтыр ул, мин бында бер кемде лә белмәйем. Таныш булмаған ерҙә күңелһеҙ бит.
– Бына бит, таныштыҡ. Күңелһеҙ булмаясаҡ, вәғәҙә бирәм! Килеп алһам, сығаһыңмы?
Мин, ризалыҡ белдереп, баш ҡаҡтым. Ысынлап та, уның менән бер ҡасан да күңел­һеҙ булманы. Яндырай холҡо менән осраш­ҡан һайын ниндәйҙер бер яңылыҡ уйлап таба ине. Тау башында ултырған башняға ла алып менде, район үҙәгенә йөк машинаһы менән концерт ҡарарға ла барҙыҡ, ауыл янындағы күлдән балыҡ та тоттоҡ. Ә киске уйындарҙың Рафиҡ иң матур биҙәге булды: дөп-дөп килгән музыканы туҡтатып, ҡулына баян тотторалар ине. Уйнап, ҡушылып йырлап та ебәрһә, сихырланған кеүек, сәғәттәр буйы тыңларға ла әҙер инем. Иң аҙаҡҡы йыры бер булды:
Ишетһен бар ғаләм,
Донъяны яңғыратам:
Яратам мин һине,
Яратам, яратам...
Унан инде ҡосаҡлап алыр ҙа, мине бөтә йәштәр араһында ша­шып-шашып үбергә тотонор ине. Миңә ул ауылда “Рафиҡ Гөл­дәриәһе” тигән исем тағылды. Ике тапҡыр ҡунаҡҡа килгән егеттәр минең менән танышырға, һүҙ ҡушыр­ға маташып ҡараны, мөхәббәтем тегеләргә йоҙроҡтары менән кемгә кем хужа икәнен тиҙ аңлатты.
Ауылға ике аҙнаға бер тапҡыр ҡайта инем, ҡайтмаған ялдарҙа Рафиҡ үҙе килеп етә. Уның араһында көн һайын тиерлек хат килә. Хистәр сағыу, уттар ҡыҙыу ваҡыт булған... Ул йылдарҙа хәҙерге кеүек аҙым һайын романтик ҡылыҡтар күҙәтелмәй торғайны. Ауыл егеттәре нисектер ҡырыҫыраҡ та, һүҙгә лә, хискә лә һараныраҡ була бит. Ә Рафиҡ ярата ла, яраттыра ла белде. 19 йәшем тулған апрель төнөндә, ауылының йәштәре менән килеп, дөйөм ятаҡ янында тотош концерт ҡуйҙы. Яңы йыл алдынан Ҡыш бабай кейемендә килеп инде, ә Ғашиҡтар көнөндә беҙ һауаға икәүләшеп 150 шар осорҙоҡ.
Рафиҡ менән айырылышҡандан һуң миңә тормоштоң бер йәме лә ҡалмаған кеүек тойолдо. Уның йылмайыуы, көлөүе, йырлауы, ҡосаҡлауы, үбеүе етмәне. Үҙем дә көлөүҙән, йырлауҙан туҡтаным, көслө зат яғына әйләнеп тә ҡарағым килмәне. Хәйер, хистәрен матурлап аңлата алмаған, шатлыҡтарын ҡысҡырып көлөү, ҡайғыларын өндәшмәүсәнлек менән генә үткәргән таныш егеттәр минең өсөн балыҡ кеүек күренде. Бары тик Рафиҡ ҡына хыялдары, шатлыҡтары менән тәфсирләп бүлешә белә ине. Йәшлегем нисектер шул бәхетле ике йылымды һағынып үтте. Йәшем үтеп барыуын аңлап, димләү буйынса кейәүгә сыҡтым. Матур ғына йәшәгән дә кеүек инек, әммә берегеп китә алманыҡ. Ике йылдан айырылдыҡ, быға ул тиклем ҡайғырманым да шикелле. Өфөгә килдем, эшкә урынлаштым, юғары белем алдым. Тик күңел генә апайымдарға барған һайын тәүге мөхәббәтем менән йөрөгән юлдарға, йылға буйҙарына әйҙәне. Шуға ул ауылға мөмкин тиклем һирәгерәк барырға тырыштым. Апайымдар, һағышымды аңлап, бер тапҡыр ҙа уның тураһында һүҙ ҡуҙғатманы.
Ә беҙ уның менән оло бер мәсьәләлә уртаҡлыҡ таба алмайынса айырылдыҡ. Ул уйлағанын асылып һөйләмәһә, мин үҙһүҙлеләнмәһәм, бәлки, ул кескәй генә аңлашылмаусанлыҡ булып ҡалыр ине лә бит, тик... Барлыҡ бәлә беҙҙең икебеҙ ике милләт кешеһе булыуыбыҙҙа һәм икебеҙҙең дә үҙ халҡыбыҙҙы өҙөлөп яратыуында ине. Тәүге тапҡыр бәхәс яратҡан йырсым Гүзәл Әхмәтованың концертынан һуң булды. Урамға сыҡҡас, эмоцияларымдан арына алмайынса, Рафиҡты ҡосаҡлап алдым:
– Рәхмәт, һөйөклөм, шундай матур концерт булды. Ғәләмәт шәп йырлай, эйеме?
– Әлбиттә. Үҙебеҙҙең Әлшәй ҡыҙы бит ул! Бер башҡорттоң да улай йырлай алғаны юҡ әле.
Мин йылмайып барған еремдән шып туҡтаным да, асыулы ҡарашымды уға төбәнем:
– Ә ниңә һуң улайһа һин Миңзәлә Түләбаева, Ғәли Хәмзин, Артур Туҡтағоловтың йырҙарын тыңлайһың? Тик татар йырсыларын ғына тыңла һуң, улай матур йырлағандары булмағас...
Йүгереп барып автобусҡа ултыр­ҙым да ҡайтып киттем. Бындай бәхәстәр гел булып торҙо, ә иң һуңғыһы, айырылыр сиккә алып барып еткергәне, икәүләшеп хыялланып ултырғанда килеп сыҡты: “Беҙҙең туйҙарҙа киленде бейетә торған йола бар. Һин беҙҙең никахҡа ҡәҙәр татар бейеүҙәрен өйрәнә тор. Һәр кем һоҡланып ҡарап торорлоҡ булһын, йәме!” “Ә башҡортса бейеһәм, нимәһе ярамай?” “Һин бит татар егетенә кейәүгә сығаһың!” “Ә һин бит башҡорт ҡыҙына өйләнәһең!” “Әгәр яратһаң, һин беҙҙең милләтте ҡабул итергә тейешһең” “Милләт дин түгел ҡабул итергә. Ул минең ҡаныма тыуғанда уҡ һалынған. Татар кешеһенә кейәүгә сығам тип, атай-әсәйемде лә оноторға ҡушаһыңмы?” “Минең балаларым татар булып үҫәсәк”. Бары тик ошо төндә генә мин, Рафиҡҡа кейәүгә сыҡһам, ниндәй тормош буласағын күҙ алдына килтерҙем. Бәлки, бөгөнгө аҡылым булһа, уның хаҡлы булмауын дөрөҫ итеп аңлата белер инем. Әммә ул саҡта белемем дә, тел байлығым да, тәжрибәм дә етмәне…
Айырылыуға үкенмәнем кеүек, әммә һағыныу тойғоһона түҙә алмай, илап сыҡҡан төндәрем күп булды. Һәм бына бөгөн шул уҡ ярһыу хистәре ташып торған тәүге мөхәббәтем янымда, беҙҙе таныштырған төйәккә табан микроавтобусты ҡыуа. Әйтерһең дә, унда минең – 18, уның 24 йәшлек миҙгеле көтә... Ҡулдарымды үҙ ҡулдарына алған да, баянан бирле ысҡындырмай. Хистәрен һөйләгәндә һыртын үбә, устарымды яңағына ҡуйып ала, ярһып китһә, ҡыҫып-ҡыҫып тота…
– Беләһеңме, мин бит өйләнмәнем. 17 йыл буйы һине онота алманым. Тәүҙә асыуым килә ине, фотоңа ҡарайым да, кәмселектәреңде эҙләйем. Тапҡан да кеүекмен... Ну яратам инде. Өс йыл уйланып йөрөнөм-йөрөнөм дә, түҙмәнем, һеҙҙең яҡтарға барып ҡайтыр­ға, һине күреп һөйләшергә булып киттем. Тик уйламағанда эштә йәрәхәт алып, дауаханаға эләктем. Йылдан ашыу ятырға тура килде аяҡҡа баҫҡансы. Һин килһәң, янымда булһаң, нисектер тиҙ төҙәлермен кеүек ине, тик, ауырып йығылғас, мине иҫенә алған, тип әйтер­һең кеүек тойолдо. Хәҙер аңлайым, һин бит ундай кеше түгел. Аңлар инең, килеп ярҙам да итер инең. Тик ул саҡта ҡурҡтым. Аҙаҡ еҙнәйең менән бергә район үҙәгенән ҡайтырға тура килде. Шунда хәлеңде һорашҡайным: “Дүрт көн элек кенә кейәүгә сыҡты, никахтарына ҡайта алманыҡ, ике айҙан туйҙары була, мотлаҡ ҡайтырға ине”, – тине. 30 саҡрым юлды нисек ҡайтҡанымды хәтерләмәйем. Бар өмөттәрем, хыялдарым юҡҡа сыҡты, йәшәү мәғәнәһе ҡалмағандай тойолдо. Бер нисә тапҡыр үҙ-үҙемә ҡул һалырға ла уйланым. Тик тәүҙә һине күргем килде, ситтән генә булһа ла. Көлөүеңде, йырлағаныңды ишетке килә ине. Шул уҡ ваҡытта иреңде мине ҡосаҡлаған кеүек ҡосаҡлағаныңды күрһәм, аҡылдан шашыр инем, моғайын. Мин гел үҙемде: “Гөлдәриә мине генә ярата, барыбер йәшәй алмаҫтар, айыры­лы­шыр­ҙар”, – тип йыуата килдем. Әйт инде, айырылыштығыҙмы? Бергә булһағыҙ, бергә барыр инегеҙ бит, эйеме?
– Әлбиттә. Ирем булһа, үбеү түгел, һиңә ҡул да бирмәҫ инем. Ун йыл элек үк айырылдыҡ!
– Бына күрәһеңме, һин мине яратаһың һаман. Хатта башҡортҡа кейәүгә сыҡһаң да, йәшәй алмағанһың!
Бөттө! Осрашыуҙан тыуған барлыҡ шатлыҡ, бәхет тойғолары, күңелдә бөрөләнә башлаған хыял­дар шул бер ауыҙ һүҙҙән тағы ла юҡҡа сыҡты. Ҡалған юлды һөйләшмәйенсә үткәрҙем. Рафиҡ та үҙенең артыҡ һүҙ әйткәнен аңланы шикелле, бер талай өндәшмәне. Тағы ла һүҙ башлап ҡараны, тик серҙәр берекмәне. Район үҙәгенә етеп, салондан кешеләр сығып бөткәнен көтөп торҙом да, мин дә ергә һикер­ҙем. Ишекте ябыр алдынан тәүге, бәлки, берҙән-бер мөхәббәтемә асыу­лы ҡарашымды төбәп, һуңғы һүҙҙәремде еткерҙем:
– Мин, исмаһам, йәшәй алмаһам да, башҡорт егетенә кейәүгә сығып ҡараным. Ә һин ниңә, улай үҙ милләтең шәп булғас, берәй ҡатын тапманың? Яраттырһындар, аҡылдан шаштырып ғашиҡ иттерһендәр һуң! Әле лә һуң түгел, мин юлыңда тормайым, һине тотмайым. Хуш! – такси машиналары торған урынға йүгерҙем. Рафиҡ нимәлер тип артымдан эйәреп ҡараны, миңә инде барыбер ине.
Бер нисә ай үткәс, еҙнәй Өфөгә килгәнендә эшемә инеп сыҡты. Күреп торам, уны нимәлер борсой. Һүҙен йомшаҡ ҡына итеп, алыҫтан башламаҡсы булды:
– Балдыҙ, йәшлектәге хата кешене ғүмер буйы оҙата килә, тиҙәр бит. Һинең дә инде йәшең бара...
Тик мин уға һорауҙы туранан-тура бирҙем:
– Еҙнәй, һин Рафиҡ менән һөйләштеңме? – Ул өндәшмәй, башын түбән эйҙе. – Бына һеҙ апайым менән 30 йылдан ашыу бергә ғүмер кисерәһегеҙ. Берәй ваҡыт милләт, халыҡ өсөн бәхәсләшкәнегеҙ булдымы? Апайым алдында башҡорттарҙы кәмһеттеңме?
– Юҡ, әлбиттә. Беҙ әлегә тиклем үҙебеҙҙе татар тип һанап йөрөһәк тә, тарих бит икенсе төрлө итеп аңлата. Хатта ысынлап татар булғанда ла, нисек итеп мин ҡатынымды кәмһетеп ултырайым?! Был ахмаҡлыҡ, сөнки балаларымда бит әсәһе яҡлап башҡорт ҡаны ла аға.
– Ә бына Рафиҡта шул ахмаҡлыҡ бар. Һәм ул милләтемде кәмһеткәндә мин дә өндәшмәй ҡала алмайым. Дошмандарға әүерелгәнсе, йәшлек хатаһы булып ҡалһын был мөхәббәт. Булмаҫтайҙы ҡыуып йөрөмәйек. Ул тарих­ҡа нөктә 17 йыл элек ҡуйылды бит…

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға