«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ҡанат ҡуйған ойошма



20.06.2016 Ҡанат ҡуйған ойошма

Ҡанат ҡуйған ойошма
Яңыраҡ Учалы яҙыусылар ойошмаһы сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләне
Учалы, Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Магнитогорск, Мәсетле, Силәбе ҡәләм тирбәтеүселәренә ҡанат ҡуйған, мөғжизәле әҙәбиәт донъяһына аяҡ баҫырға ярҙам иткән ойошманың матур байрамына Өфөлә йәшәп һәм ижад иткән танылған яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, әҙәбиәт донъяһын ышаныслы айҡаған урта быуын вәкилдәре, илһам шишмәләрен яңы татыған йәштәр һәм уҡыусылар килгәйне.

Әҙәби ойошмала 22 Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Учалы яҙыусылар ойошмаһының 82 ағзаһы илһамланып ижад итә һәм ойошма эшендә әүҙем ҡатнаша. Төрлө йылдарҙа ҡәләм тирбәтеүселәргә юл күрһәтеп барған әҙиптәр Мәүлит Ямалетдинов, Шәүлиә Зөлҡәрнәе­ва, Әҡлимә Сафина, Эдгар Вил­данов, Фәрит Хәсәнов, Ҡамса Мортазин ойошманың эшен йәнләндереүгә йөрәк һәм күңел йылыһын һалған.
Ойоштороусы, лидерлыҡ һәләте көслө булған Әҡлимә Ғизетдин ҡыҙы Сафинаның ауыр йылдарҙа ла ойошманы һаҡлап алып ҡалыуы айырыуса маҡтауға лайыҡ. Уның етәкселегендә юбилейға арнап сығарылған “Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме” исемле сәсәндәр, яҙыусылар, шағирҙар, журналистар тураһындағы энциклопедик кимәлдәге библиографик белешмә-китап һәммәһе өсөн дә иң ҙур бүләк булды.
Төрлө яҡтан килгән ҡунаҡтарҙы Учалы яҙыусылар ойошмаһы бинаһы алдында икмәк-тоҙ, сәк-сәк менән ҡаршы алдылар. Уларҙы “Хазина” фольклор ансамбле йыр-бейеү, таҡмаҡтар менән сәләмләне. Һуңынан һәммәһе лә элекке “Ураҡ һәм сү­кеш”, хәҙерге “Уча­лин­ская газета” редакцияһы бинаһы алдына йүнәлде. Бын­да 15 йыл дауамында “Ураҡ һәм сүкеш” гәзите мөхәррире бу­лып эшләгән күренекле жур­налист, та­ныл­ған йәмә­ғәт эшмәкәре Рәүеф Хәй улы Насировҡа таҡтаташ асылды. Уны асыу тантанаһында билдәле яҙыу­сы һәм журналист Сабир Шәрипов, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Рәлиф Кин­йәбаев, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таң­сулпан Ғарипова, ға­лим, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәри­пова, “Учалинская газета”ның баш мөхәррире Фәнисә Таһирова, “Яйыҡ” гәзитенең баш мөхәррире Рима Солтанова, Учалы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Әҡлимә Сафина, яҙыусы Спартак Ильясов һәм баш­ҡалар үҙҙәренең яҙмышын ыңғай яҡҡа үҙгәрткән шәхес тураһындағы яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, сәскәләр һалды. Мәктәп уҡыу­сылары Рәүеф Хәй улы Насировҡа арналған композиция менән сығыш яһаны һәм көслө ҡул сабыуҙар аҫтында таҡтаташты асты.
Мәрхүм ҡәләмдәшебеҙҙең ҡатыны ошо сараны матур итеп ойош­тор­ған өсөн һәммәһенә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Артабан тантаналы кисә район китапханаһында дауам итте. Учалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, ижадсыларҙы иҫтәлекле дата менән ҡотлағандан һуң, ойошма етәксеһе Әҡлимә Сафинаға, ижадсылар Байгилде Янбулатовҡа, Рәүеф Шаһиевҡа, Фәрит Хәсәновҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм, ойошманың эшенә ҙур баһа биреп, артабан да хакимиәт тарафынан ярҙам буласағын белдерҙе. Әҙиптәр һәм журналистар ойошманың эшмәкәрлеген юғары баһаланы, артабан да ижади уңыштар теләне. Байрам тантанаһы слайдтар, йыр-моң, бейеүҙәр, шиғырҙар менән оҙатылып барҙы. Һәр кемдең күңелендә илһам уты ҡабыҙған һәм артабан осоуға ҡанат биргән Учалы яҙыусылар ойошмаһы эшләне, эшләй һәм эшләйәсәк, тип ныҡлы ҡарарға килеп таралыштыҡ был саранан.

З. СӨЛӘЙМӘНОВА.
Белорет ҡалаһы.

Ҡанат ҡуйған ойошма







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға