04.07.2016 Метраж йәки тормош ысынбарлығы
Бүлмә. Ул ҡасандыр ҙур өмөт менән яҡты киләсәккә, коммунизмға атлаған совет эшсеһе өсөн ваҡытлыса йәшәү урыны итеп төҙөлгән биш ҡатлы ятаҡтың бер өлөшө, бүлеме. Стандарт үлсәме: 3х4 Мөнирә уны “шырпы ҡабы” йә иһә “кетәк” тип атап өйрәнгән. Ишек төбөнән тәҙрәгә тиклем бер, ике, өс, дүрт, биш, алты, ете… юҡ, алты ярым аҙым атлап була, ә арҡырыға, йәғни бер метр ҙа ун ике сантиметр аралыҡта, диван, өҫтәл, стенка ҡуйылғанға күрә: бары ике ярым аҙым. Мөнирә онотоп тора: күптән түгел стенканың телевизор ултырта торған киң бүлемен коридорға сығарып ҡуйғас, бында тағы ун туғыҙ сантиметр өҫтәлде бит әле. Хәҙер буйға – дүрт метр, арҡырыға метр ҙа утыҙ бер сантиметр аяҡ тибрәндерерлек урын булды. Бөгөн ҡатын “кетәк”те тағы ҡырҡ ете сантиметрға арттырҙы – ишек төбөндәге тумбаны һыуытҡыс өҫтөнә мендереп ултыртты. Был уның өсөн ҙур ҡаҙаныш булды. Аҙағыраҡ, бәлки, башына тағы ла берәй шәп идея килер әле.
Бүлмә. Ул ҡасандыр ҙур өмөт менән яҡты киләсәккә, коммунизмға атлаған совет эшсеһе өсөн ваҡытлыса йәшәү урыны итеп төҙөлгән биш ҡатлы ятаҡтың бер өлөшө, бүлеме. Стандарт үлсәме: 3х4 Мөнирә уны “шырпы ҡабы” йә иһә “кетәк” тип атап өйрәнгән. Ишек төбөнән тәҙрәгә тиклем бер, ике, өс, дүрт, биш, алты, ете… юҡ, алты ярым аҙым атлап була, ә арҡырыға, йәғни бер метр ҙа ун ике сантиметр аралыҡта, диван, өҫтәл, стенка ҡуйылғанға күрә: бары ике ярым аҙым. Мөнирә онотоп тора: күптән түгел стенканың телевизор ултырта торған киң бүлемен коридорға сығарып ҡуйғас, бында тағы ун туғыҙ сантиметр өҫтәлде бит әле. Хәҙер буйға – дүрт метр, арҡырыға метр ҙа утыҙ бер сантиметр аяҡ тибрәндерерлек урын булды. Бөгөн ҡатын “кетәк”те тағы ҡырҡ ете сантиметрға арттырҙы – ишек төбөндәге тумбаны һыуытҡыс өҫтөнә мендереп ултыртты. Был уның өсөн ҙур ҡаҙаныш булды. Аҙағыраҡ, бәлки, башына тағы ла берәй шәп идея килер әле.
Был ваҡытлыса туҡталҡаға Мөнирә ире менән бынан егерме ике йыл элек, зәһәр 90-сы йылдар башланғанда килеп урынлашҡайны. Ҡыҙҙары тыуҙы. Ире бынан ун алты йыл элек вафат булды. Хәҙер инде ҡыҙы менән икәү ҡалдылар. Фатир алырға башҡа әмәл булманы. 22 йыл йәшәү (туҡталыу) осоронда нисек кенә киңәйтергә тырышып хитланманы инде Мөнирә туҡталҡаны. Быға арнап хатта бәләкәй генә ғилми хеҙмәт яҙырлыҡ булыр ине. Иң беренсе ул, артыҡ әйберҙәрҙе тоҡтарға тултырып, Рәмилә апаһына ташыны. Улар араһында ҡыҙының бәләкәсәйгән кейемдәре лә бар ине. Мөнирә уларҙы, икенсе балама булыр, тип һаҡлағайны бит, тик йылдар үтә торҙо, улар яйлап йә бер туғанының, йә икенсеһенең балаларына тапшырыла барҙы. Бәпес йүргәктәре менән ыштандарын ғына береһенә лә бирмәне. Сөнки Мөнирә ҡасан булһа ла тағы ла бер бәләкәс кенә йоморсаҡты күкрәгенә ҡыҫыу бәхете тейеүенә өмөтөн һүндермәй йәшәй бирҙе. Бәлки, тиҙҙән фатирлы ла булырҙар... Әлегә сабыр итеп, зарланмайынса йәшәргә кәрәк. Барыһы ла: “Баш осоңда ҡыйығың булғанға шөкөр ит!” – ти. Шулай шул. Әйткәндәй, хакимиәткә барып, фатирға сиратын күпмегә күскәнен тикшереп ҡайтырға кәрәк. Кем белә, бәлки, апаруҡ кәмегәндер...
Тик барыбер ҡыҫыҡ. Үҙәккә генә үтә ул. Был бигерәк тә берәй кеше килгәндә айырыуса ныҡ һиҙелә. Ә туған-тыумаса әленән-әле килеп тора. Кемдер дауаханаға, кемдер уҡырға, кемдер башҡа сәбәп менән. Үҙе ҡайтырға зар-интизар булып йәшәп тә, өйө булмау сәбәпле ҡайта алмаған тыуған яғының танһыҡ еҫен алып киләләр. Уларҙан башҡа күптән ауылға күсеп киткән, ҡалала йомошо булған дуҫтар, таныш-белештәре лә килә. Ҡайһы саҡта өсәүләп тә, дүртәү ҙә килеп инәләр. Шунда ҡатмарлы ситуация тыуа ла инде. Кисен ҡунаҡты нисек тә урын табып ятҡырырһың да ул, иртәне бигерәк яман. Ғәҙәттә, Мөнирә, үҙе эшкә, ҡыҙы мәктәпкә барыр булғас, тора ла иң тәүҙә дөйөм ятаҡтың йыуыныу бүлмәһенә барып эш бөтөрә, бер ыңғай аш бүлмәһендәге газға сәйнүген дә ҡуйып китә. Ләкин ҡунаҡтар килгәндә күп осраҡта ишектән дә сығып булмай, сөнки иҙәндәге аяҡтар ҡамасаулай. Баштар – һуҙһаң, ярты бүлмәне алып торған диван аҫтында тиерлек, ә аяҡтар ишек төбөнә тиклем еткән. Өҫтәл янында йөрөргә бер ун сантиметрҙай ара бар әле ярай. Кейемдәр – шкафта. Уға барып етеү тормошҡа ашмаҫлыҡ ниәт. Кеше аша атлап сыҡһаң да, ишеген асып булмаясаҡ. Ҡыйын булһа ла ҡунаҡтарҙы уятып, торғоҙорға кәрәк. Ә Мөнирәгә тап ошо минутта ҡунаҡтың ҡыбырламай ғына ятыуы күпкә уңайлыраҡ, сөнки торһа, иҙәндең ус аяһылай ғына буш урынында ике кеше бер-береһенә терәлеп тиерлек йөрөргә мәжбүр. Әгәр ҡатын-ҡыҙ икән – түҙерлек. Ир заты булһа – яфа. Һәр бер хәрәкәтең – күҙ уңында. Сәй эсергә ултырһаң, иренеңде нисек кенә ҡымтыбыраҡ сәйнәргә тырышһаң да, аҙыҡтың иртәнге тынлыҡта ауыҙ эсендә тегеләй-былай йөрөгәне ап-асыҡ ишетелеп тора. Кейенеп-сисенеү – айырым бер тарих. Ишек төбөндәге мөйөшкә баҫып сисенер инең, ҡаршылағы шкафта эленеп торған көҙгө аша сағылаһың, һыуытҡыс эргәһенә барһаң, аяҡтарҙы тапарға тура килә.
Бер ваҡыт алты кеше ҡунды. Ул көндө юл сумкаларынан, ишек төбөндәге аяҡ кейемдәренән оло өйөмдәр барлыҡҡа килде. Уң яҡта – кәстрүлдәр, һауыт-һаба ҡуйылған тумба, кәштәләр. Әгәр ҙә аш-һыу әҙерләгәндә ул тарафҡа юл асыҡ икән, был оло бәхет. Йыш ҡына, юлында кемдер баҫып тороу сәбәпле, таба йә кәстрүлде лә үрелеп ала алмаған саҡтары була Мөнирәнең.
Ни тиклем генә бөхтә, тигеҙ итеп һалһаң да, әйберҙәр “өй” тип әйтһәң тауыҡ ятып көлөр, ун ике квадрат метр локаль урында сыбар бер масса хасил итә. Улар шул тиклем бер-береһенең өҫтөнә өйөлгән, ҡыҫылған, шыплап тултырылған ки, әгәр ҙә, мәҫәлән, Мөнирәгә ҡапыл ғына берәй кәрәкле документ йәки вағыраҡ әйбер эҙләргә кәрәкһә, был массаны өҫтөн-аҫҡа килтермәйенсә бер ниҙе лә табып булмай, эҙләгәнеңә барып юлыҡҡансы, иң тәүҙә бөтә шкафтарҙы, тумбочкаларҙы тикшереп, аҫылмалы кәштәләрҙәге өҫкә ауам-ауам тип торған тыңҡыслап тултырылған ҡапсыҡтарҙы, ҡумталарҙы сығарып, һәр береһен барлап сығырға тура килә. Шуға ла һуңғы ваҡытта ул иң кәрәкле документтарҙы сумкаһында ғына йөрөтә башланы. Аҙағыраҡ тағы ла бер шәп идея уйлап тапты әле ул: ҡышҡы йә йәйге әйберҙәрҙе алып ҡуйыр алдынан, элеккесә, нимәлер кәрәк булып, һәр береһен шап та шоп иҙәнгә ташлап, асып, кире төйнәп хитланмаҫ өсөн хәҙер пакеттарҙың тышына фломастер менән уларҙың исемлеген яҙа башланы. Эрерәк әйберҙәрҙе оҙаҡ ҡына эҙләгәндән һуң нисек тә табып булһа ла, вағыраҡтары һыуға батҡан кеүек юҡ була ла ҡуя. Көндәлектә ҡулланыла торған иң кәрәкле әйберҙәрҙе генә ҡалдырып, күбеһен ауылға оҙатып торһа ла, кәштәләр ҙә, стенка ла тулған. Мөнирә үҙенә артыҡ һауыт-һаба алыуҙы, матур әйберҙәр йыйыуҙы тыя, сөнки ҡуйырға урын бөтөнләй юҡ. Хәйер, урын табылһа ла, барыбер сыбар фонда күренмәҫ ине. “Кетәк”тең һәр бер хәрәкәтте сикләп тороуы ҡыҫыҡлығында, ашарға бешереүҙән башҡа, нимә менәндер шөғөлләнеү мөмкин түгел тиерлек. Мөнирә өсөн буш ваҡытта ижад итерлек эштәрҙең береһе, әлбиттә, бәйләм бәйләү ине. Сөнки ул артыҡ хәрәкәтләнеүҙе талап итмәй, бер урында ғына ултырып, иҫ киткес матур шедеврҙар тыуҙырырға була. Шуға ла Мөнирә бәйләргә бик яратты. Аҙағыраҡ, уларҙың бәхетенә, компьютер, интернет селтәре барлыҡҡа килде. Уҡыу процесы ла шуның менән бәйле булғас, унда күберәк ҡыҙы ултырҙы. Мөнирә лә өйрәнеп алды. Аҙағыраҡ уларға кемдер көс еткеһеҙ иҫке “Подольск” теген машинаһын бирҙе һәм ул тегеү менән дә булыша башланы. Ул эш тә эҙмә-эҙлекле церемония буйынса башҡарыла ине: махсус урын булмау сәбәпле, иң тәүҙә машинаны ҡуйыу өсөн берҙән-бер өҫтәлдәге бөтә һауыт-һабаны, аш-һыуҙы былай ҙа китаптар, банкалар менән тулған тәҙрә төбөнә ташыйҙар, һуңынан, өҫтәл үтә тәпәшәк булғас, өҫтөнә китаптар ҡуялар, шунда ғына ҡыҙының ноутбугы торған “өҫтәл” аҫтынан иҙәнде һыҙыра-һыҙыра машинаны һөйрәп сығаралар. Тегеп бөткәс, тағы төшөрөп, урынына ҡуялар. Бер нисә йылдан машина ватылып ҡуйҙы. Мөнирә тағы бәйләмгә тотондо. Сираттағы әйберен бәйләп бөткәс тә энәләрен билдәле урынға һалып ҡуя, ләкин икенсе тапҡыр таба алмай, нисек кенә иҫендә тоторға тырышмаһын, сыбар масса барыһын да йота. Шуға ла йыш ҡына, эҙләп яфаланмаҫ өсөн, ҡатын шундай уҡ энәне магазинға барып яңынан ала.
* * *
Ниһайәт! Уларҙың иркен фатиры бар! Мөнирә, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, киң, яҡты бүлмәләргә иҫе китеп ҡарап йөрөй, ҡайҙа ниндәй мебель ҡуйырға, нимә алырға, нисек матурларға план ҡора. Уның бер ваҡытта ла кешеләрҙеке кеүек айырым аш, зал, йоҡо бүлмәһе, матур, ялтырап торған зауыҡлы һауыттар теҙелеп ултырған серванты, айырым элгестә эленеп торған кейемде еңел генә үрелеп алырлыҡ шкафы булмағайны, ә хәҙер... Ҡатын, ҡанатланып, ең һыҙғанып эшкә тотонорға уйланы һәм... уянып китте. Тағы төш кенә булған икән. Ул иларҙай булды. Ун, ун биш... нисә йыл инә икән уға ошондай төш? Ниңә инә икән ул? Ниңә тормошҡа ашмаҫ буш хыялды ысын итеп иләҫләндерә?
Ятаҡ тәрбиәсеһе, изге күңелле ҡатын, исмаһам, ҡала хакимиәтенә барып, фатирға сиратҡа яҙыл, тигәнгә ун һигеҙ йыл элек шунда ҡағыҙҙар юллап алып барып тапшырғайны. Иң тәүҙә мең дә нисәнсе ине, йыл да сират бер тиҫтә тирәһе кәмей барҙы, аҙаҡ бөтөнләй туҡтап ҡалды. Мөнирә, әлбиттә, иң тәүҙә йәшәү шарттарына зарланып, уларға хат та яҙып ҡараны, ләкин барыһына ла: “Һеҙҙең йәшәү шарттарығыҙҙы яҡшыртыу буйынса һорауға яуап: әлеге ваҡытта, үкенескә күрә, хакимиәт һеҙҙең үтенесегеҙҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн бер ниндәй сара күрә алмай...” – тигән, бер-береһен ҡабатлаған дежур фразалар яҙылған ҡоро отчеттар ғына килде түрәләрҙән. Һуңғы йылдарҙа ундағы хеҙмәткәр Мөнирәгә асыҡтан-асыҡ, хөкүмәттән фатир көтмәгеҙ, тигәс, йөрөмәҫ булды.
Тормошон бөтөнләй икенсе төрлө күҙ алдына килтерә торғайны ул: ҙур, иркен йорт, өй тулы балалар, яғымлы, хәстәрлекле ир. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел ине кеүек. Ни өсөн ул ғүмерлеккә ошо ятаҡтың тотҡонона әүерелде? Ә бит әйберҙәрен төйнәп, уның бер туҡтауһыҙ асылып-ябылып торған ишегенән артына ла ҡарамай сығып китергә мөмкинлек бер тапҡыр ғына булманы. Аҡыллы кешеләр менән дә таныштырып ҡаранылар – файҙаһыҙ. Ниндәйҙер кәртә торған кеүек. Ҡыҙын да сит кеше менән йәшәткеһе килмәне.
Йыш ҡына Мөнирә үҙен төшөндә бала күтәргән итеп күрә. Йә малай, йә ҡыҙ. Ҡайһы саҡта хатта уның менән һөйләшә, етәкләп йә баҡсаға, йә мәктәпкә йөрөтә. Теге ваҡыт апаларының күршеһендә йәшәгән сыуаш әбейе уның тағы ла бер ҡыҙы тыуасағын әйткәйне бит. Моғайын, ҡыҙ табырға тейеш булғандыр ул. Ниңә ирен тыңланы икән, ниңә фәрештә башына шул саҡта аҡыл тигән нәмә һалып, Мөнирәне хаталы, гонаһлы ғәмәл ҡылыуҙан ҡурсалап алып ҡалманы икән? Ниңә?! Үҙгәртеп ҡороуҙарҙың иң дәһшәтле, ауыр йылдары ине. “Ауырлымын”, – тигәс, ире:
– Табырға уйлама ла! Үҙебеҙ саҡ йәшәйбеҙ бит! – тип бер генә ҡысҡырҙы. Унан ҡурҡты, унан бигерәк, ошо ҡыҫыҡлыҡтан ҡурҡты. Ҡайҙа һалып йоҡлатырмын баланы, тип уйланы.
Әле ун ете йәштә булыр ине ҡыҙы. “Балаҡайым...” Мөнирә инде нисәнсе тапҡыр уның буй-һынын, йөҙөн, күҙҙәренең, сәсенең төҫөн күҙ алдына баҫтырырға тырышып, тән генә уға мөрәжәғәт итә:
– Ғәфү ит инде, ҡыҙым, мине... Һине ошо яҡты донъяны күреүҙән, телең асылып, гөлдөрләп кенә һөйләшә башлауҙан, елгә тирбәлгән ҡамыштай ғына сайҡала-сайҡала беренсе аҙымдар эшләүҙән вәхшиҙәрсә мәхрүм иткәнем өсөн, зинһар өсөн, ғәфү ит... Бер ниндәй ҡыйынлыҡ килтермәҫ инең һин миңә, ниңә генә ҡурҡтым икән? Апайың менән бер-берегеҙгә иптәш, терәк, дуҫ булып бергә уйнап, бергә үҫер инегеҙ әле. Һин дә, һис шикһеҙ, уның кеүек матур ҙур күҙле, аҡ ҡына йомро битле, көләкәс булыр инең. Атайың да, мин дә матур инек. Мин һине шул тиклем яратам, ҡыҙым, алтыным, еләгем, бәпескәйем… Ғәфү ит инде мине!..
Мөнирәнең ике, өс балалы ҡатындарға ҡарап һағышланғанын, үҙен-үҙе битәрләгәнен белеп торған Рәмилә апаһы:
– Ниңә шул тиклем ҡайғыраһың? Йәшһең бит әле, тағы табырһың, – тип йыуатты. Ул да өмөтөн өҙмәне, көттө, ысын яратыу көттө. Ҡырҡтан саҡ уҙған ғына, матур, йәш. Тик ниңәлер үҙе оҡшатҡан кешеләр уға яҡын да барманы, ә тура юлдан яҙлығып, үҙ-үҙҙәрен тапмай ҡаңғырып йөрөгән һөмһөҙ, үткенсе әҙәмдәр балға килгән һағыҙаҡ кеүек эргәһендә өйрөлдө. Ир-ат уға һоҡланып ҡараны, тик барыһының да күҙҙәрендә Мөнирә түбәнлек, ваҡытлыса ғына уйнатыу теләге күрҙе. Шуға ла, әллә мине берәйһе сихырланымы икән, тип уйлап та ҡуя ине. Теге ваҡыт әсәйемде яратмаусы Сәғүрә әбей беҙҙең ихатала матур ҡыҙыл таҫма ҡалдырып киткән дә, мин, бәләкәй булғас, ҡыҙығып, шуны алғанмын да таҡҡанмын сәсемә. Әллә ысынлап та?.. Тора-бара Мөнирә ир-ат затынан бөтөнләй төңөлдө.
Тәбиғәттең яҙғы йоҡонан уянған ваҡыты. Күңелдәрҙе иләҫләндереп, һағышҡа күмеп, әллә ҡайһы тарафтарҙан яҙ еҫе, урман, саф йәшеллек, яҙғы сәскәләр, гөрләүектәр еҫе килә. Яратҡы, яратылғы килә! Ә Мөнирә яратылырға хаҡлы, ана, көҙгөнән шундай һылыу, йәш ҡатын ҡарап тора. Йөҙө лә шып-шыма, биле лә йыуанаймаған әле, аяҡтары тулы, төҙ... Илгиз, беренсе йөрөгән егете, гел уның ҙур ҡара күҙҙәренә, оҙон ҡара сәстәренә, аяҡтарына һоҡлана торғайны бит.
Һоҡлана ине, ә үҙе өтөк, ҡыҫҡа ерән сәсле, еп кеүек ауыҙлы, хәйләкәр ҡыҙҙың әүрәтеүенә алданды. Егетенең: “Ғәфү ит, тик мин уны яратам, сөнки ул һинең кеүек тимер түгел, ә наҙлы”, – тигән һүҙе тетрәндерҙе. Һөйгән йәр генә итеп түгел, атай кеүек күреп, ышанып йөрөй ине, ә ул… Был хыянат Мөнирәне өрөп һүндергәндәй булды – ҡапыл кесерәйеп, юғалып ҡалды, төшөнкөлөккә бирелде. Шул ваҡыттан алып Мөнирәлә һары, ҡыҫҡа сәсле, төҫһөҙ күҙле ҡыҙҙар матурлыҡ эталоны булып һаналалыр тигән фекер яралды, һәм ул үҙен донъяла иң йәмһеҙе итеп тойҙо.
Миңзилә ХӘКИМОВА.
Өфө ҡалаһы.
(Дауамы бар).
МЕТРАЖ
йәки тормош ысынбарлығы (дауамы)
Ә хәҙер ул үҙенең баһаһын белә, ниндәй матур, һөйкөмлө булғанын да аңлай. Эй, Хоҙайым! Ниңә мин оҡшатҡан кеше осрамай һуң? Тағы әллә ниндәй әҙәмдәр урала. Бына әле лә береһе – үҙенән егерме биш йәшкә оло әҙәм осрашыуға саҡырып маташа. Тик шундайҙарға ғына тиңме ни ул?!
Хатта ошо ятаҡта ла тынғы юҡ бит шуларҙан. Тар ғына коридорҙан тегеләй ҙә, былай ҙа үткән халыҡ ағымы араһында ҡайһы саҡта майлы күҙле әҙәмдәр осрай. Бигерәк тә өҫтән дә, аҫтан да асыҡ кабиналары бер-береһенән таҡта менән генә бүленгән дөйөм бәҙрәф бүлмәһенә барып килеү – экзекуция. Шунда бергә баралар, бергә сығалар – башҡа әмәл юҡ. Сыҡҡас та әле бүлмәңә инеп юғалғансы арттан ҡарап ҡала ҡайһы бер мәғәнәһеҙҙәре. Ә ғөмүмән алғанда, күршеләре һәйбәт, тыныс Мөнирәнең, ғауға сығарып, кешегә бәйләнеп йөрөй торғандарҙан түгелдәр, ләкин ни эшләмәк кәрәк, кәйеф төрлөсә була, ҡайһы саҡта үҙ-ара тәмһеҙләшеп тә китәләр, кәнсир һауытындағы кеүек ҡыҫылып йәшәгәс ни. Кемдер әйтмешләй, барыһына ла яҡшы була башлаһаң, кендегең өҙөлөр.
Ә ағастар бөрөгә тулыша, тәбиғәт йәшелләнгәндән-йәшелләнә, ҡошсоҡтар кемуҙарҙан яҙғы йырын йырлап сутылдаша, үҙ парҙарын табып, оя ҡоралар, бала сығаралар... Мөнирәнең бар халәте – ярҙарынан сығып ташҡан, ғаләмде баҫырҙай итеп ярһыған ҙур даръя. Йыһан үҙе фатиха биргән булмышы бер туҡтауһыҙ тулай, хәрәкәтләнә, тегендә лә, бында ла ташлана, үҙенә юл эҙләй, асырғана, ахырҙа, сараһыҙлыҡтан һыҡтай-һыҡтай тынып ҡала... Ниндәй ғазап, ниндәй ғәҙелһеҙлек! Йылдар үтә, ә был тойғо уны һис кенә лә ташларға уйламай. Тәбиғәт биргән ҡатын-ҡыҙ асылы көндән-көн һүнә, тик яфалап, үрле-ҡырлы һикерерлек итеп, яратылмай, һалҡындан, битарафлыҡтан өшөй-өшөй һүнә. Шуның менән өмөттәр ҙә һүнә. “Эй, тәбиғәт, үҙең бүләк итеп биргән хистәрҙән азат ит инде мине, зинһар! Мине барыбер үҙемә оҡшаған кеше яратмаҫ инде. Яфалама! Ул ниндәйҙер сәбәп менән ысын, саф мөхәббәткә лайыҡ түгел, ә кемдеңдер аҙғын ҡарашына уйынсыҡ булырға ғына тыуған, ахыры. Тик иркен фатир өсөн, ниндәй генә бай булһа ла, атай булырлыҡ әҙәм менән бәйләнмәйәсәкмен барыбер. Мин барыбер саф булып ҡаласаҡмын, ниндәй генә хистәр биләһә лә, тәбиғәтем ниндәй генә халәттә булһа ла – наҙланмай, яратылмай ҡалған сәскәләй һулыһам һулыйым, тик ундай түбәнселеккә төшмәйәсәкмен!..” Был төндө Мөнирә бик оҙаҡ уйланып ятты, яңаҡтары буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен дә тойманы. Таң алдынан ғына йоҡлап китте ул.
– Һинең күҙҙәрең ярты битеңде алып, кешегә ап-асыҡ күренеп тора, ҡарашың менән көйҙөрөрлөк итеп, барлыҡ рәнйеүҙәрең менән иңрәп ҡарайһың. Шуға ҡурҡалар һинән, әҙерәк нимә уйлағаныңды йәшереп өйрән, – ти Рәмилә.
Ысынлап та, ир-ат менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшергә тура килһә, ниңәлер уларҙың күбеһе ҡапыл үҙгәрә лә китә шул. Нимә был? Әллә, ысынлап та, уларға булған кире тойғолар күҙҙәрендә сағылып ҡалдымы? Ә, бәлки, уға шулай күренәлер?
Оҙаҡламай уҡыу башланырға тора ине. Бына тағы Силәбе өлкәһенән килеп төшкән ике туған апаһы улын Мөнирәнән ваҡытлыса йәшәргә индереп тороуҙы һораны. Ваҡытлыса тигәне ике ай булып китте. Ни әсәһе юҡ булды, ни үҙе уҡыған еренән ятаҡ юлламай һаман. Түҙемлектәрен һынауҙары бер генә түгел инде уларҙың, ҡыҫыла-ҡыҫыла йәшәһәләр-йәшәйҙәр, тик уларҙың ғына хәлен аңларға теләмәйҙәр. Шуның арҡала барлыҡ туғанлыҡ ептәре өҙөлә, аралар боҙола. Был егет тә көн дә ҡайта ла, туҡталышта ултырған кеүек, иң түрҙәге креслоға сума ла телевизорға төбәлә. Һөйләшергә һүҙ юҡ. Нимә тураһында һөйләшәһең бәпес сағында ғына күргән бала менән? Уны Мөнирә яҡын күрһә лә, ят һымағыраҡ, йылдар үҙенекен эшләй икән. Бала сағынан уҡ күреп-белһә – бер хәл. Нисек кенә сабыр булырға тырышһаң да, ҡыҫынҡылыҡ үҙен белдерә – ялҡыта башлай. Гел шул бер иҙән уртаһында ғына тапанғас, телевизор ҡаршыһында ултырған кешенең күҙенә юлыҡмау бөтөнләй мөмкин түгел – ус төбөндәге кеүек күренеп тораһың. Туған, ә барыбер ир затынан бит ул, шуға ла тыныңды ла ипләп кенә алаһың, сәй эскәндә тауыш сығармаҫҡа тырышып эсәһең, ашыңды ла шым ғына ашайһың, итәк-сабыуыңды ла йыйып йөрөйһөң. Ә был хәл көн дә ҡабатланһа, бөтә булған түҙемлек юҡҡа сыға: һәр бер хәрәкәтең сикләнгән булыу сәбәпле, тиҙҙән үҙеңде бар яҡтан да ҡыҫылған, үҙ ояңда ситлеккә ябылған януарҙай тоя башлайһың. Интернеттамы, ҡайҙалыр бер мәҡәлә уҡығайны, әгәр кешегә киңлек етмәһә, ул яйлап ҡына аҡылдан яҙа башлай, тип. Әлбиттә, ят, ҡырҡ ата балаһы йыйылған ятаҡҡа ҡарағанда тыныс, өҫтәлдә һәр саҡ аш-һыу бешеп-төшөп торған ерҙә күпкә рәхәтерәк тә бит, егетте лә аңларға тырыша Мөнирә, йәлләй ҙә. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тиҙәр. Шуға ла, аптырап, малайҙы үҙ иркенә ҡалдырып, бер нисә көнгә Рәмилә апаларына ҡайтып киттеләр.
* * *
Ниңәлер фатирға сират бик ауырлыҡ менән генә ҡуҙғала. Теркәлеүгә барғас, Мөнирә был турала ауыҙын асып ҡарағайны, мәңге ҡәнәғәтһеҙ төҫ менән ултырған хеҙмәткәр:
– Фатир мәсьәләһен барыһы ла үҙҙәре хәл итә. Ипотекаға булһа ла һатып алалар, – тип сәнсеп алды. Ҡатынды иң ныҡ аптыратҡаны шул. Ниндәй аҡсаға алалар һуң? Алһаң да, аҙаҡ ҡайҙан ай һайын 20 мең һум табып түләп бармаҡ кәрәк? Уның эш хаҡы ашарға ғына саҡ-саҡ етеп ҡала бит. Ҡайҙа эшләй ул кешеләр? Күршеләре ғүмер буйы ауыр эштә – төҙөлөштә эшләгән ҡатындар, ә үҙҙәре һаман ятаҡта йәшәй. Эш хаҡтары ла һәйбәттер, тик ниңә улар фатир һатып ала алмай? Һорауҙар, һорауҙар...
Ноябрь айында Рәмилә апаһы өләсәй булды – Зәйтүнәнең ҡыҙы тыуҙы. Быға тиклем Мөнирә аҙна буйы Республика клиник дауаханаһының бала табыу йорто тирәһендә өйрөлгәйне. Ул көндө осоп тиерлек барҙы. Атаһының ҡулында, ап-аҡ биләүҙә иҫе китеп йоҡлап ятҡан бәләкәй генә битле баланы күргәс, ныҡ тулҡынланды. Шунда уҡ алып күкрәгенә ҡыҫҡыһы килде. Тын алғаны ла һиҙелмәй бит әле – шундай ҡаты йоҡлай! Уф, күҙен дә алмай ҡарар ине шуға! Тиҙҙән такси ҙа килеп етте. Йәш ата-әсә унда ултырҙы. Зәйтүнә әйтеүе буйынса, улар иң тәүҙә Мөнирәләргә инеп, бер-ике сәғәт ултырып сығырға тейештәр. Шуға ла Мөнирә бүлмәһенә елкенеп, ашҡынып ҡайтты. Ләкин улар тура ҡасабаға ҡайтып киткәйне. Буш бүлмәгә ингәс, Мөнирә, илап, диванға ултырҙы – шул тиклем ҡыйын ине уға. Ниңә, ниңә әҙгә булһа ла ҡалмағандар? Ниңә шул матурҡайға һоҡланырға мөмкинлек бирмәнеләр?
Балаҡайҙың йөҙө күҙ алдынан китмәне. Бер аҙна буйы үрһәләнде күңеле. Ниндәйҙер еңеп сыҡҡыһыҙ тылсымлы көс шул бала янына тартып тик торҙо. Түҙмәй, Зәйтүнәгә хәҙер үк уның фотоһын төшөрөп ебәрергә ҡушты. Ошонан һуң Мөнирә Рәмилә апайҙарына йышыраҡ ҡайта башланы. Бәләкәй генә туп кеүек ҡыҙсыҡты орсоҡтай өйрөлтөп, уйнатып, танһығы ҡанғансы яратып, күңеле булып килә алыҫ ҡасабанан, уның барлығы менән йыуана ине.
2013 йылда фатир мәсьәләһендә өмөтләндергес үҙгәреш булды. Ил башлығы ҡарары буйынса, Афғанстанда һуғышҡан хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына фатир йә фатирға аҡса алыу мөмкинлеге биргән социаль ярҙам саралары күрһәтелә башлаясаҡ икән. Был турала Мөнирә осраҡлы ғына белеп ҡалды һәм ҡағыҙҙар юллай башланы. Ошо ваҡытта яуаплы урында ултырған ҡайһы бер түрәләр, уларҙың ярҙамсылары араһында ике йөҙлө, алдаҡсы кешеләргә лә юлыҡты. Кемеһе: “Һеҙҙең фатирға хоҡуғығыҙ юҡ”, – тип күңелде төшөрһә, икенсеһе ташламалы шарттарҙа фатир юллауҙа аяҡ салырға маташты. Ниңәлер беҙҙең илдә кешегә яҡшылыҡ эшләү, өмөтләндереү хилаф эш кеүек ҡабул ителә шул күп осраҡта.
Иң тәүҙә Мөнирә урындағы хакимиәткә барҙы. Ләкин документ ҡабул итеп ултырған ҡыҙ, был турала бер ниндәй күрһәтмә килмәне, тине. Аҙыраҡ торғас: “Үҙегеҙ барып белешегеҙ”, – тип, Халыҡты социаль яҡлау министрлығына ебәрҙе. Ундағы ханым да, ҡыҙының ветеран ғаиләһенән булыуын иҫбат иткән танытманы бик оҙаҡ әйләндереп ултырғандан һуң:
– Беҙҙә ундай мәғлүмәт юҡ. Һеҙгә урындағы хакимиәткә барып белешеү яҡшыраҡ булыр, – тип, кире район хакимиәтенә ебәрҙе. Барғас, шул уҡ ҡыҙ, тағы ла буталсыҡ итеп ниндәйҙер аңлашылмаған аргументтар килтереп, Мөнирәгә йөрөүенең файҙаһыҙ икәненә ишара яһаны һәм документтарын ҡабул итмәй, кире бирҙе. Сараһыҙлыҡтан күңеле ныҡ төшкән Мөнирә:
– Ҡуй инде, хәҙер ҡайһы инстанцияға мөрәжәғәт итергә лә белмәйем. Ярай, иң тәүҙә прокуратурға барып киләйем, бәлки, улар әйтерҙәр, – тип һөйләнә-һөйләнә документтарын сумкаһына һалды ла сығыу яғына йүнәлде.
– Туҡтағыҙ!
Мөнирә, аптырап, артына боролдо. Асыуынан бурҙаттай булған ҡыҙ ҡулын һуҙҙы ла:
– Бирегеҙ документтарығыҙҙы! – тип ҡысҡырҙы. Мөнирәнең сикһеҙ ғәжәпләнеүҙән өнө лә сыҡманы, принтер аша йүгергән документтарының күсермәләренә ҡараған да ҡатҡан. Тимәк, был халыҡ хеҙмәтселәре барыһын да белгән булып сыға?
* * *
Документтарҙы ҡалдырыуын-ҡалдырҙы, тик бер тапҡыр мутлашыуҙарын күргәс, тағы ла формаль яуап менән генә сикләнеп, уларҙы кире ҡайтарып ҡуймаҫтармы, тип ҡурҡты Мөнирә һәм үҙенең хәүеф-шиктәрен таратыу өсөн Рәсәйҙең сәйәси партияһында торған депутатҡа мөрәжәғәт итергә булды. Ул үҙе Башҡортостандан булғас, телевизорҙан да йыш ҡына сығыш яһай. Оҙаҡ ҡына шылтырата торғас, ниһайәт, ярҙамсылары Мөнирәнең фамилияһын яҙып, билдәләгән көндө килергә ҡушты.
Фасадында өс төҫтәге флаг елберләгән вәкәләтле бинаға Мөнирә тулҡынланып барып инде. Мәскәү һынлы Мәскәүҙең сәйәси партияһының урындағы вәкилдәре осрашыуға саҡырһын әле! Ни тиһәң дә, барыһына ла тәтемәй бит әле бындай бәхет. Үҙен һайлап алынған даланлы кешеләй хис итте. Тик, был нимә? Уны ҡабул итергә тейеш булған депутат урынында сит-ят кеше ултыра. Ул Мөнирәнең үтенестәрен, һис шикһеҙ, депутатҡа тапшырасағын вәғәҙә итте. Әлегә, Мөнирәне бик ныҡ иғтибар менән тыңлағандан һуң, был кеше яйлап, һәр һүҙен үлсәп кенә:
– Минең уйымса, һеҙҙең ветеран ғаиләһе булараҡ бушлай фатир алырға хоҡуғығыҙ юҡ, – тине. – Дөйөм сират буйынса ғына үтә алаһығыҙ.
Ләкин Мөнирә уға ышанманы һәм юристарға мөрәжәғәт итергә булды. Әйтергә кәрәк, бер нисә, йәнәһе, бушлай ярҙам күрһәтеүсе юрисҡа барып килгәс, башҡаса бер ваҡытта ла ундай ергә аяҡ та баҫмаҫҡа үҙенә һүҙ бирҙе. Сөнки уларҙың беренсеһе, мышнап, ауыҙ эсенән нимәлер мығырлап, компьютерында оҙаҡ итеп ҡаҙынып ултырғандан һуң, тап шул депутат ярҙамсыһы кеүек:
– Миңә ҡалһа, һеҙгә иң яҡшы хәлдә берәй ятаҡтан бүлмә бирерҙәр, моғайын, ә былай фатирға өмөт итеп йөрөүегеҙ бушҡа ғына, – тип йомғаҡ яһаны. Икенсеһе, көҙҙөң ҡара болоттар баҫып алған көнө кеүек йонсоу, ҡараңғы йөҙлөһө, компьютерҙан күҙен дә алмай, бик оҙаҡ нимәлер эҙләгәндән һуң кире яуап бирҙе.
Шулай ҙа, бер йыл йөрөгәндән һуң, барыбер ташламалы сиратҡа яҙылыуға иреште Мөнирә. Асыҡланыуынса, унда бар ветеран ғаиләләрен дә индермәйҙәр икән әле, тик кем 2005 йылға тиклем теркәлеп өлгөргән һәм кемдең торлаҡ майҙаны һәр ғаилә ағзаһына 12 квадрат метрҙан кәмерәк тура килһә генә. Хәҙер: “Ярай әле беҙҙең икебеҙгә 12 кв. м булған!” – тип шатланырғамы икән? Иң мөһиме – эләктеләр. Аҙаҡ бер хат килеп төштө. Унда: “Һеҙ фатир алыуға социаль ярҙамға мохтаждарҙың берҙәм исемлегендә Башҡортостан Республикаһы буйынса 517 номер аҫтына ҡуйылдығыҙ, ләкин иң беренсе ярҙам инвалидтарға, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә күрһәтеләсәк, шунан һуң ғына, федераль ҡаҙнанан финанс бүлеү мөмкинлеге булғас – һеҙҙең категориялар ҡараласаҡ”, – тиелгән. Эй, бөтә республикаға 517 – был сират тиҙ үк үтеп китәсәк! Шулай итеп, әҙ булһа ла еңел тын алып, өмөт менән йәшәй башланылар. Йәйҙең эҫелегендә мунса кеүек ҡыҙған бүлмәлә шыбыр тиргә батып ултырғанда ла, ҡыҫыҡлыҡҡа ла иғтибар итмәҫкә, түҙергә тырыштылар.
Миңзилә ХӘКИМОВА.
МЕТРАЖ
йәки тормош ысынбарлығы (аҙағы)
“Балаҡайым, балам... Әле һин беҙҙең менән булһаң, нисек бәхетле булыр инек!” Күрше бинала иҙән йыуып йөрөгәнендә, коляска тәгәрәтеп килеп ингән ҡатынға ҡарап, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы Мөнирә. Бында ул ярты ставкаға иртән иҙән йыуа ла, сәғәт унда төп эшенә йүгерә. Айына өс мең ярым һум түләйәсәктәр. Әле икенсе аҙна ғына эшләй. Эшкә алған саҡтағы бер ваҡиға башынан сыҡмай ҙа ҡуя. Хеҙмәт кенәгәһен ҡарап, бөтә күсермәләрҙе эшләп, ҡултамға ҡуйырға һуҙғас, эш биреүсе яңылыш Мөнирәгә икенсе хеҙмәткәрҙең ҡағыҙын биргән дә ҡуйған. “Штат расписаниеһы буйынса 60 мең һум оклад менән эшкә алырға...” – тигән юлдарҙы уҡып, шаҡ ҡатты Мөнирә. Кадрҙар бүлеге мөдире, хатаһын аңлап, ҡағыҙҙы тиҙерәк кире тартып ала һалды. Ошо көндәр буйы компьютер эргәһендә ҡаҙынып, ләстит һатып, сәй эсеп ултырған ике тиҫтәгә яҡын кеше шулай күп аҡса алып эшләйме икән? Шулайҙыр. Ана нисек дорфа ғына ҡарайҙар бахыр ғына булып уларҙың аяҡ араһында бысраҡ иҙәнде ышҡыған Мөнирәгә. Нимә эшләй һуң улар? Инженер, проекттар, Шамонин, идара итеүсе компания, газ, эске коммуникация... Шул һүҙҙәр йыш ишетелеп ҡала.
* * *
Берҙәм исемлектән йылына 100 кеше тирәһе торлаҡ менән тәьмин ителә, тиһәләр ҙә, сират ни бары 40 кешегә кәмене. Тағы ике тапҡыр хат килде. “Һеҙ ташламалы сиратта торһағыҙ ҙа, торлаҡ менән иң беренсе булып ...”. Ҡыҫҡаһы – ташҡа баҫылған бер үк һүҙҙәр. Ниңә уларҙы бер туҡтауһыҙ ҡабатларға һуң? Мөнирә үҙе етемдәр категорияһына инмәйме? Әсәһе үлеү менән ун ике йәшендә атаһы уны Рәмилә апаһына тапшырып ҡуйған. Аҙаҡ бер ҙә, ун һигеҙ йәшең тулды тип, фатир асҡысы тотторманылар. Интернаттан сыҡҡаны бирле ятаҡ, ятаҡ, ятаҡ... Тыуған өйө лә бар ине бит уның – ни өсөндөр ул сит кешеләр ҡулына барып эләккән һәм һатып ебәргәндәр. Фатир мәсьәләһе менән юристарға йөрөгәндә бер ыңғай шул турала ла һорашып ҡарағайны.
– Әгәр атайығыҙ аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителгән булһа, бәлки, һеҙ үкһеҙ етем статусы алыр инегеҙ, ә былай – юҡ, – тине береһе. Көтөргә ҡала. Күбенә түҙгәнде әҙенә түҙергә.
Был йәйҙә ул бүлмәһендә грандиоз үҙгәртеп ҡороуҙар атҡарырға план ҡорҙо. Тик нимәнән башларға? Бер көндө диванда оҙаҡ ҡына уйланып ултырғандан һуң, ниһайәт, күҙе ярты бүлмәне биләп, ғифриттәй ҙур булып ултырған шкафҡа төштө. Бик оҙаҡ ҡарап ултырҙы ул уға. Уның ике яҡ ҡыры, һирәк-мирәк ҡағылған сөйҙәрҙе һанамағанда, буш тора икән дә баһа. Әгәр уны йыҡҡанда? Шулай итте лә. Был – Мөнирәнең торлаҡта “планировка” яһау өлкәһендәге иң ҙур асышы булды, ахыры. Өҫкө өлөшө тахта, кәрәк саҡта үтекләү өсөн таҡта, ә аҫты ысын келәт булды. Шатланып бөтөрлөк түгел. Ә артына кейелмәгән куртка-пальто, итектәр, уҡыу кәрәк-яраҡтары һыйҙы, хатта ит турағысҡа ла урын табылды! Иң өҫтәрәк торһон әле, шуны эҙләп эт була гел.
Бөгөн Мөнирә тағы ла тыумаған ҡыҙы менән һөйләште.
– Һаумы, балам, ҡайҙа һин?
– Әсәй, мин һауала. Һаман осоп йөрөйөм.
– Рәнйейһеңме миңә, балаҡайым? Ныҡ рәнйейһеңме?
Тынлыҡ.
– Ҡыҙым минең! Әгәр тыуған булһаң, һин ниндәй булыр инең икән?
Тынлыҡ.
Күҙ йәше, ҡайҙан шулай күп булып сығаһың икән ул? Ҡайҙан?
– Илама инде, ярай. Мин дә һине яратам, әсәй. Ә ниңә һин мине донъяла йәшәүҙән мәхрүм иттең һуң? Бер апай һиңә әйтте бит, тағы бер ҡыҙың буласаҡ, тип...
– Ышанманым шул. Атайың да ҡаршы булды... Беҙгә башҡа бала кәрәкмәй, тине.
– Ә мин һеҙгә бер генә лә ҡамасауламаҫ инем. Апайым менән бер-беребеҙгә терәк булыр инек. Ул бит гел ҡайғырып йөрөй. Ниңә минең дә апайым йә һеңлем, ағайым йә ҡустым юҡ икән, тип. Мин уны ла ныҡ яратам. Уның баш осонда һәр ваҡыт оҙатып йөрөйөм, төрлө бәлә-ҡазаларҙан ҡурсаларға, кәңәш бирергә тырышам, ләкин ул миңә ҡарамай, күрмәй, нисек күрһен инде ул? Мин бит бары тик бер алыҫ томан уның өсөн. Шуға үпкәләмәйем дә. Ҡайһы саҡта оҙаҡ итеп һеҙҙең баш осоғоҙҙа ултырам.
– Һиҙәм, һиҙәм, балам. Мин бит һине арҡаңдан тупылдатып яратып алам, сәстәреңдән һыйпайым, ҡосағымда әүрәтәм. Күҙҙәреңдең төҫөн, ауыҙ, танау рәүешеңде, нимә кейгәнһең, кәүҙәңдең төҙөлөшөн һәр бер миллиметрын күҙ алдыма килтерәм. Һин мөләйем генә ҡыҙ, шундай тынысһың, аҡыллыһың, матурһың... Шулай бит?
Тағы тынлыҡ.
– Ниңә бер һүҙ ҙә әйтмәйһең, балам? Үпкәләйһеңме? Күрә алмайһыңмы? Балаҡайым, күҙ нурым, бәпескенәм, ғәфү ит! Ғүмерем бөткәнсе һинән ғәфү үтенермен, тик һин ишетсе мине!..
– Һин мине саҡыр, әсәй, саҡыр! Мин килермен!..
Июль. Түҙеп торғоһоҙ томра, эҫе. Эштән ҡайтҡас, кетәктә бер эш эшләп булмай – ҡояштың студенттар ятағы артына инеп китеүен көтөргә кәрәк, шунда ғына әҙерәк эҫелек ысҡындырған кеүек. Ишек шаҡынылар. Бер таныш ҡатын тора. Өфөгә белемен камиллаштырыу өсөн уҡырға ебәргәндәр. “Бер аҙнаға ғына, бүлмә алғансы һиңә сумкаларымды ҡуйып торайым әле”, – ти. Сәй эстеләр. Китте. Икенсе көн тағы килде. Уф!.. Сумкаһында документтары онотолоп ҡалған икән. Иртәгәһенә, ниһайәт, бөгөн береһе лә ҡамасауламаҫ тип уйлап, эштән ҡайтҡас, эҫе төшкәнсе тип, бәйләмен алды ла, аяҡтарын бөкләп, диванға ултырҙы. Эс боша. Күңелһеҙ. Бар донъя ҡараңғы кеүек. Бөтә ерҙә лә фәҡирлек, сикләнгәнлек ярылып ята. Ишек төбөндә иркенләп йөрөп тә булмай – сумкалар өйөлөп тора, кетәктәге бөтә әйбер өҫкә ауып килгән төҫлө. Ярай әле, башҡа ошондай уҡ майҙанлы бүлмәләрҙәге кеүек, уларҙа ҡырҡыу, әсе еҫ юҡ, сөнки Мөнирә бөтә мөйөш-һәйештәрҙәге сүп-сарҙы ваҡытында сығарып тора, йыуа, һөртә, сүп һауытын да оҙаҡ ултыртмай, юғиһә уныһы ла, бигерәк тә бынау эҫелә, “һә” тигәнсе һаҫып сыға. Тағы ла ишек шаҡыйҙар. Мөнирәнең тәне шөкәтһеҙ итеп зымбырлап китте. Тағы берәй ҡунаҡмы икән ни? Барып асһа – теге ҡатын тора. Сәстәре үрә торорҙай булды. Нисек кешегә өс көн рәттән йөрөргә мөмкин?
– Мөнирә, һеҙҙе ялҡыттым инде, уф... Бер әтнәкәһе килеп сыҡты тағы, ҡустым дауаханаға килгәйне. Зинһар өсөн, берәй көн ҡундырып сығар инде шуны.
Мөнирә өнһөҙ ҡалды, ҡасырға урын эҙләгәндәй, тирә-яғына ҡаранды. Компьютер алдында ултырған ҡыҙының, арты менән ултырғас, йөҙө күренмәй. Ниндәй уйҙар кисерә икән? Университеттың өсөнсө курсында уҡый – дәресе күп, башын да күтәрмәй. Ҡыҫыҡлыҡтан, кеше килеүҙән йонсоп, арып киткән ваҡыттарҙа Мөнирә уға: “Уҡып бөтһәң, ошо кетәктә бер көн дә тормабыҙ – китербеҙ”, – тип әйтә торғайны. Тағы ла өс йыл ҡала. Исмаһам, уны йәлләһендәр ине. Ныҡ итеп ҡысҡырғыһы, юҡ, олоғоһо килде. Беренсе тапҡыр: “Юҡ!” – тип әйтергә баҙнат итеүенә тетрәнеп, диванға аунаны. Юҡ, тора алмай, хәле юҡ, теләһә нимә уйлаһындар, тик Мөнирә башҡаса тора алмай.
Быға тиклем, кем килһә лә, түҙҙе, ҡабул итте, эштән ҡайтышлай уҡ, сараһыҙлыҡтан иларға етешһә лә, аҙыҡ-түлеген алып ҡайтты, тәрбиәләне, сөнки быны үҙенең бурысы тип һананы. Әле килеп: “Юҡ”, – тине. Танышы, әлбиттә, үпкәләне – йөҙөнә сыҡты. Ул сығып киткәс, Мөнирә ни эшләргә лә белмәй үрһәләнде, үҙен-үҙе ғәйепләне, шул уҡ ваҡытта аҡларға ла тырышты, ләкин бер нәмә лә килеп сыҡманы – көсөргәнешле, ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғолар өйөрмәһе уның йәнен өшөттө, фекерен аңҡы-тиңке килтерҙе. Өй, имеш… Ошо телевизор ғына ниндәйҙер кимәлдә уның торлаҡ икәнен хәтерләтеп ҡуялыр, уны ла, әйберҙәре араһында буталанып, эҙләгәнен таба алмай йәне көйгән саҡта, әллә нисә тапҡыр иҙәнгә бәреп төшөрөр хәлгә еткәне булды. Әле лә хан заманынан бирле эленеп торған тимер кәштәләге һауыт-һабаны ҡыйратҡыһы, бөтә әйберҙәрҙе өҙгөләп, йыртҡылап ташлағыһы килде, ләкин, һәр ваҡыттағыса, үҙен тыйып өлгөрҙө.
Тимәк, ошо кетәк арҡаһында сираттағы кеше менән ара боҙолдо. Ә алда күпме буласаҡ әле? Ни өсөн кешенең түҙемлеген һуңғы сиккә еткереп һынарға, тикшерергә кәрәк? Өйөнә (ваҡытлыса туҡталыу пунктына) индереп ҡунаҡ иткән өсөн риза булып, “рәхмәт” әйт тә матур ғына итеп хушлаш бит инде. Юҡ, уны мотлаҡ сығырынан сығарырға, арты менән стенаға барып төрттөргәнсе, ахырғаса ҡыҫырыҡларға кәрәк. “Ә-ә-ә, һин шулаймы әле? Яҡшы булып күренергә тырышаһыңмы әле? Улайһа, мә, ал кәрәгеңде!” тигәндәй...
* * *
Күптән түгел ил башлыҡтары тура эфирҙа граждандарҙы борсоған иң мөһим һәм көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Мөнирә ун ике йәштән тик апаһы ҡарамағында үҫеүен, пенсия йәшенә етеп килһә лә һаман ҡыҫыҡ бүлмәлә көн итеүҙәрен, сираттың бик әкрен ҡуҙғалыуын яҙып, хат ебәрҙе. Ләкин уныһы, ике аҙна ла үтмәй, Өфө – Мәскәү – Мәскәү – Өфө маршруты буйынса кире шул уҡ ергә, үҙе сиратта торған учреждениеға әйләнеп ҡайтты. “Һеҙгә һөҙөмтәләр тураһында хәбәр итерҙәр…” Мөнирә аңланы – әлегә тиклем килеп торған бер үк формаль яуапты ебәрәсәктәр. Көлкө килә иларлыҡ итеп. Бер нисек тә аңлап булмай был принципты – хатты ил башлығына тип яҙаһың, ә ул (граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса эшләүсе бүлек хеҙмәткәре) кире шул уҡ сығанаҡҡа ебәрә. Берәй мәғәнә бармы? Урыҫтар әйтмешләй, замкнутый круг.
Ул, элеккесә, тар бүлмәлә йәшәй. Икенсе балаһын табырға насип булманы. Ниндәй һүҙ менән аңлатырға тәбиғәт үҙе биргән бүләк – бала табыу бәхетенән мәхрүм ҡалған ҡатындарҙың фәжиғәһен? Кем генә белер уларҙың ғүмер буйы тормошҡа ашмай ҡалған хыялы өсөн эстән генә һыҙып йәшәүҙәрен? Ниндәй генә саралар менән дауаларға күңел яраһын? Их, Мөнирәнең дә ҡарынында бер генә түгел, өс, дүрт, биш балаға ғүмер бүләк итерлек урын, ем, көсө бар ине бит! Донъя иҫ киткес ҡараңғы, ә мәшәҡәттәре йырып сыға алмаҫлыҡ булып күренде шул уға. Уның кеүек йәшәү рәүеше ҡорбандары аҙмы ни? Бихисап.
Бер аҡыл эйәһе: “Ҡараңғы тип зарланғансы, бәләкәй генә булһа ла шәмдәл ҡабыҙ”, – тигән. Мөнирә йыш ҡына ни өсөн үҙен гел кәмһетеп йәшәгәнен, хыялдарына ирешер өсөн ниңә юлында осраған мөмкинлектәр менән файҙалана белмәгәнен аңларға тырыша. Уйҙары алыҫ бала, үҫмер йылдарына әйләнеп ҡайта.
…Үҙен белгәндән бирле уларҙың ғаиләһендә, ҡыҙ бала үҫеп еткәс, мотлаҡ ауылда йәшәргә, һыйыр һауырға, икмәк һалырға, туҡмас ҡырҡа белергә тейеш, тигән ҡараш тәрбиәләнде. Әйтерһең дә, ҡатын-ҡыҙҙың тормошо шул тар даирә эсендә генә сикләнә ине, ул – шым ғына ошо эштәргә өйрәнеп, башын эйеп, кемдеңдер үҙен килеп алып китеүен көтөп йәшәргә тейеш. Башҡа туғандары менән (Рәмилә апаһы менән Яхъянан башҡа) шулай булды ла инде – димләп кейәүгә бирҙеләр, димләп өйләндерҙеләр. Әсәһе үлгәс, Мөнирәгә бигерәк ауыр булды. Береһе лә уға артабан уҡырға, ниндәйҙер үрҙәр яуларға тырышырға кәрәк икәнен әйтмәне, дәртләндермәне, киреһенсә, йыш ҡына үҙ адресына “Эшкинмәгән!” тигән һүҙҙәр ишетеп үҫте. Ә ниндәй генә һәләте юҡ ине уның – йырлай ҙа, һүрәт тә төшөрә, оҫта итеп тегенә лә ине, ә шиғырҙары? Улар һәр береһе гәзиттә баҫылмай ҡалмай ине. Әлеге уңыштарын күргән дуҫтары: “Һин был талантың менән әллә ҡайҙа ултырырлыҡ бит!” – ти торғайны. Бәлки. Ләкин юғары белем булмағас, ни генә эшләһәң дә ҡыйратып булмай. Училищены тамамлағас, юғары уҡыу йортона барып ҡарағайны. Әлеге лә баяғы шул баҙнатһыҙлығы ишектән кире боролоп сығып китергә мәжбүр итте.
Етемлек нужаһы уны тормоштоң ҡайнап торған үҙәгенә ташлап, хаталар аша ауырлыҡ менән юл ярҙыра-ярҙыра, бала саҡта һалған программаларҙы сафтан сығарҙы, һәм ул, ҡапыл ҡаушап, ҡабырсаҡҡа бикләнде. Яҡын күргән, яратҡан кешеләренең бәғерһеҙлеге Мөнирәнең ҡанаттарын һындырҙы, уны тағы ла бәхетен эҙләп ҡарауҙан ваз кисергә мәжбүр итте.
Оҙаҡ, бик оҙаҡ йәшәгән ул әсирлектә, аяҡ-ҡулы бығаулы. Әгәр ул үҙен үҫтермәһә, үҙгәртмәһә, һаман шулай бикләнеп йәшәйәсәк. Кисекмәҫтән үҙ өҫтөндә эшләргә, бирешмәҫкә, алға атларға, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа һәм туҡтауһыҙ уҡырға, камиллашырға, иҫке ҡараштарҙан арынырға ҡарар ҡылды Мөнирә.
Ул, ауыр ҡара бөркәүҙе алып ырғытҡандай, иңенә япҡан шәлде һыпырып төшөрҙө лә, тәүәккәл аҙымдар менән тәҙрә янына килеп баҫты, йылмайып, яҡты, ҡояшлы күккә баҡт