08.06.2016 Үҙ-үҙемде нисек әрләнем
Иптәшем ғүмер буйы шофер булып эшләне. Өфөгә рейсҡа гел кис сыға ине. Юл да аулаҡ була, машиналар ҙа әҙ йөрөй, ти ине. Шулай бер көн, апрель аҙаҡтарындамы икән, юлға сыҡты. Балалар ауылда, өләсәләрендә. Яңғыҙ булғас, бөтә нәмә шикле күренә. Ишекте бикләнем дә, баҙҙан картуф сығарып бешермәксе булдым. Кистән башым да ауыртып торғас, иртәнге ашты ла йүнәтмәксе булдым, йәнәһе. Утты тоҡандырҙым да, аяғыма калуш кейеп, ҡулыма биҙрә алдым һәм баҙҙың түңәрәк тимеренән тартып, ҡапҡасын астым. Баҙҙың ҡапҡасын асыуым булды, саҡ ҡолап төшмәнем, аҫтан башына яулыҡ тартып бәйләгән ханым ҡарап тора. Тиҙ генә ҡапҡасты яптым да, өҫтөнә менеп ултырҙым. «Хайуан бисәкәй, ҡайһы арала инеп ҡунаҡланың минең өйөмә?! Хәҙер сәсеңде йолҡҡолап, типкеләп сығарам бит мин һине! Теге айғырҙы ҡайтҡас та аҡылға ултыртам, һиңә лә, миңә лә булмаясаҡ! Яулыҡ ябынып, ҡунаҡҡа килдеңме ни?! Хәҙер һыйлайым мин һине йоҙроҡ менән! Нимә, сығарып, ҡасырып өлгөрмәгәйнеме, гел генә минең эшкә киткәнде көтөп йөрөгәнһеңдер әле! Эт бисә! Хәҙер бар урамды йыйып индереп мәсхәрә итәм мин һине!» – тип баҙ ҡапҡасының өҫтөнә өҫтәл шылдырып ултырттым да, туҡта әле, тәүҙә кем икәнен танып алайым, тип, өҫтәлемде алып, баҙ ҡапҡасын асып ҡараным... Бәй! Һыуҙа үҙемдең шәүләм тулҡынланып киткәс, аптырап киттем. Баҙға һыу тулған икән. «Уйнаш ҡатын» үҙем булып сыҡтым! Ни иларға, ни көлөргә белмәй, баҙ ҡапҡасын тотоп оҙаҡ ултырҙым. Нисә йылға ҡартайҙым инде ошо һыу арҡаһында…
Нуридә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.