«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



04.12.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

Ике әхирәт осраша. Береһе:
– Әҡлимә, әйт әле, иреңдең һине яратҡанын ҡайҙан беләһең?
– Ул һәр саҡ иртән сүп-сар биҙрәһен сығарып түгә.
– Эй, был яратыу түгел. Ә өйҙө таҙа тотоу.
– Ирем миңә күпме һорайым, шунса аҡса бирә.
– Был да мөхәббәт түгел. Тик йомартлыҡ ҡына.
– Минең ирем бер ваҡытта ла башҡа ҡатын-ҡыҙға ҡарамай.
– Юҡ, әхирәткәйем, яңылышаһың, был да һине ярат­ҡан өсөн түгел. Ә күҙҙәре насар күреүҙән.
– Ул һәр ваҡыт мин сығыр алдынан ишекте аса.
– Был да мөхәббәт түгел. Ә хөрмәт кенә.
– Ирем мине, хатта һарымһаҡ ашаһам да, башымда бигуди булһа ла, һурып-һурып үбә.
– Ә бына быныһы инде мөхәббәт, – тигән, ниһайәт, әхирәте.

* * *
Судья – ир менән ҡа­тын­ға:
– Ғаиләгеҙҙәге барлыҡ низағтарҙы ентекләп тикшергәндән һуң, һеҙгә кисекмәҫтән айырылышыр­ға кәрәк, ти­гән һығымтаға килдем.
ҡатыны:
– Нимә? Айырылы­шырға? Мин был әҙәм аҡтығы менән 39 йыл ғазап сиктем, ә һеҙ уны бер миҙгелдә бәхетле итмәксе булаһығыҙ!

* * *
Прапорщик көҙгө алдында сәсен тарай һәм эргәһендә торған һалдат­ҡа мөрәжәғәт итә:
– Нишләптер был арала минең сәсем ҡойола башланы әле...
– Бер ҙә иҫегеҙ китмәһен, иптәш прапорщик, яҙ көнө барлыҡ хайуандар ҙа йөнөн ҡоя, – тигән һалдат.

* * *
– Эй, һылыуҡай, телефоның ниндәй?
– «Моторола»!
– Юҡ, мин икенсе нәмә хаҡында, номерың, тим?
– Федераль.
– Юҡ та инде, һандары ниндәй?
– Ғәрәпсә!

* * *
– Рәсәй футболсыларына еңһен өсөн күпме түләргә кәрәк икән?
– Ярҙам итмәйәсәк. Уларға еңелһендәр өсөн түләгәндәр инде.

* * *
Өс сусҡа балаһы йәшәгән – Наф-Наф, Ниф-Ниф һәм Нуф-Нуф. Һәм улар космонафт, космонифт һәм космонуфт булырға теләгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға