06.06.2016 “Мөхәббәткә ҡанундар юҡ”
Ҡатын-ҡыҙҙы гүзәл, көсһөҙ зат тиһәләр ҙә, был дөрөҫлөккә тап килмәй кеүек. Хәйбулла районының Подольск ауылында китапханасы булып эшләүсе Гөлсөм КҮСКИЛДИНА – быға асыҡ миҫал. Уға тормош әсеһен дә, сөсөһөн дә мулдан өлөш сығарып татытҡан. Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, Өфө китапхана техникумына уҡырға бара. 1988 йылда уны тамамлап, тыуған ауылында хеҙмәт юлын башлай. Тормош ҡороп, матур ғына йәшәп ятҡанда ғаилә тарҡала. Дүрт бала менән урамда ҡалған ҡатын, эш эҙләп, Хәйбулла районына килә. Был төбәк уға бөтөнләй үк сит тә түгел: бала саҡта ошо төбәктә йәшәгән апаһына йыш килеп йөрөй ул. Шуға күрә тормошоноң ҡырҡа үҙгәрештәрен кисергән мәлдә, Хәйбуллаға килергә ҡарар итә.
Биш йыл эшләү дәүерендә Гөлсөм апай Подольск ауылын мәҙәниәт һәм уҡыу үҙәгенә әүерелдерә. Тыуған ере булмаһа ла, үҙен һыйындырған ауылға рәхмәтен ул эше аша еткерә. “Ил яҙмышы – минең яҙмышым” проектын асып, өйҙән-өйгә йөрөп, ауылдың арҙаҡлы шәхестәре, билдәле кешеләре хаҡында мәғлүмәт туплай, шәжәрәләр төҙөй. Әлеге ваҡытта Подольск ауылы хаҡында китап сығарырлыҡ ғилми хеҙмәт тупланған. Подольск – ҡатнаш ауыл, унда башҡорт, рус, татар, мари, украин, мордва халыҡтары йәшәй. Быға тиклем саф башҡорт ауылында эшләп килеүенә ҡарамаҫтан, Гөлсөм апай бөгөн китапханала эште төрлө милләт кешеләре араһында алып бара. Уларҙың һәр береһенең йолаларын өйрәнеп, милли байрамдарын да ойоштора:
– Ҡатнаш ауыл булғас, Подольскиҙа йәшәүсе башҡорттарҙың теле руслаша башлаған. Әммә уларҙағы рух саф башҡорт ауылдарына ҡарағанда ла көслөрәк. Боронғо йырҙар йырлана, йолалар онотолмай, һаҡланып килә. Шуға күрә эшем күңелемә ныҡ яҡын: башҡа ауылдарҙа тик бер милләт кешеләре менән генә эш алып барылһа, мин ҡолас йәйеп, бер нисә йүнәлештә алып бара алам.
Уңған китапханасы – клуб хеҙмәткәрҙәренең, ауыл хакимиәтенең, мәктәп уҡытыусыларының яҡын кәңәшсеһе лә, ярҙамсыһы ла. Ҡышҡыһын һыуыҡ клубҡа кешеләр мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға атлығып бармай, әммә был осраҡтан да сығыу юлын тапҡан китапханасы: ҡатын-ҡыҙҙарҙы кис ултырыуға йыйып, шунда уҡ уҡыу конференциялары, төрлө темаға һөйләшеүҙәр үткәрә. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, эш менән йәнен йыуатҡан ҡатын балаларын аяҡҡа баҫтырырға ла, уларға белем бирергә лә, донъя көтөргә лә үҙендә көс таба.
Тормош мәшәҡәттәренән ял итеп, Гөлсөм апай күңелен шиғриәт менән дауалай. Бала саҡтан шиғырҙар яҙған, хәҙер ҙә ул был шөғөлөн ташламай. Ижад емештәре республика матбуғатында баҫыла, районда үткән төрлө сараларҙа яңғырай. Бөгөн гәзит уҡыусыларға өмөтлө ҡәләм оҫтаһының бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Г. ЮЛДАШЕВА.
Һин бит сәскә инең
Һин сәскәһе инең гөлбаҡсаның,
Күк бүләге – бер йондоҙ инең.
Ҡара төндө яҡтыртыр ай булһаң,
Яҡты көндөң ҡояшы инең.
Ҡыҙ-сәскәләр үҫкән гөлбаҡсала
Иң матуры, дуҫым, һин инең.
Кесерткән һәм әрем араһынан
Эҙләй-эҙләй әле килдем мин.
Нисек кенә баҙнат итеп былай
Ҡырау тейҙергәндәр ҡыҙғанмай.
Кесерткәндәр шундай итеп саға,
Нисек түҙәһеңдер һыҙланмай.
Тамсы һутың ҡалмай һулырһың бит,
Нишләнең һин, дуҫым, нишләнең?
Таждарыңды йомоп ойоғанһың,
Көтмәгәнһең шәфәҡ төшкәнен.
Сабырлыҡтың төбө – һары алтын,
Алтын булмаҫ әммә эскән ир.
Ҡуйсы, дуҫым, башың эймә берүк,
Гөлбаҡсаңа ҡайтсы, ҡулың бир.
Етәкләйем тинем, ҡул һонманың,
Сабырлыҡ та икән үҙеңдә.
Оҙатып ҡалдың, башың түбән эйеп,
Тамсы ғына элдең күҙеңә.
Хуш бул, дуҫым... Их, үҙәк өҙөлә...
Нурландырһын доға моңо
Ҡыҙыҡмаһын мине һөймәгәндәр
Мохтажлыҡтан йыйылған донъя
малыма.
Ауыҙ йыртып яҙған ризығыма,
Монаят-ниғмәтемдең насип һанына.
Донъя малы – дуңғыҙ ҡаны бит ул,
Алып китеп булмай бөртөк
туҙанын да.
Бар итәм тип юҡты, беҙ һиҙмәйбеҙ
Ғүмерҙәрҙең уҙғанын да,
туҙғанын да.
Рәхмәт яуһын яңы таңыбыҙға,
Рухи донъяларыбыҙҙың байлығына.
Дәүләт тулыр малға, тик үҙебеҙ
Тонсоғорбоҙ аҙаҡ урын тарлығынан.
Ҡыҙығайыҡ әйҙә бер-беребеҙҙең
Күңелдәрҙе яҡтыртҡан доға моңона.
Донъя малы түгел, доға моңо
Нурландырһын әйҙә беҙҙе
өр-яңынан.
Балаларыма
Уйың таҙа булды ниһә,
Таҙа булыр өйөң дә.
Көткән донъяң рәтле булыр,
Доға булһа уйыңда.
Уйың менән изгелек ҡыл:
Ҡабатлар хәрәкәтең.
Тәҡүәлегең, иманың
Арттырыр бәрәкәтең.
Ҡылыҡ-уйың берҙәй булһа,
Хоҙай рәхмәте яуыр,
Тормошоңа биҙәк булып,
Изгелек урап ҡайтыр.
Ваҡыт ҡоломон
Йүгәнләрлек һис әмәл юҡ,
Бик тәкәббер ваҡыт атым.
Янып-ярһып уҙған саҡта,
Ялын тарар ваҡыт таптым.
Ғүмер-йылғам ағышында
Берсә баттым, берсә ҡалҡтым.
Сәсәп-сәсрәп барғанымда,
Йәйғор элер ваҡыт таптым.
Сәғәт бик аҙ бер тәүлектә,
Секундтарым миңә алтын.
Ҡыр(ы)ҡ эшем ҡыйралғанда,
Ҡуҙ терелтер ваҡыт таптым.
Йәшәргә тип бик ашығам,
Ҡырҡ аяҡлымын, ҡырҡ ҡуллымын.
Ҡыр(ы)ҡ яҡҡа сәсрәһәм дә,
Йүгерә-елә сәсәһәм дә,
Яҙмышым һынын сүкегән
Ваҡыт һандалының ҡоломон.
Хаяһыҙ һүҙ – аяуһыҙ!
Шаяртҡайным – күршем рәнйене,
Ғәфүҙәрем ҡалды яуапһыҙ.
Әйтер һүҙем булды хаяһыҙ,
Ахырҙары булды аяуһыҙ.
Рәнйене шул, эй, рәнйене күршем,
Аралағы һуҡмаҡ өҙөлдө.
Уртаҡ серҙәребеҙ береккәйне,
Сүп-сар булып аҙаҡ өйөлдө.
Ҡаты һынау булды был хәл миңә,
Әсе булды тәме – әремле.
Ел дә үтмәҫлек булған араға
Уҫал ҡараш баҫты әрнеүле.
Һабаҡ алғас, хәҡиҡәтте таптым:
Әйткән һүҙең – атҡан уҡ икән!
Кеше күңеленә ҡаҙағанды әммә
Тартып алыр әмәл юҡ икән!
Хис
Хистең уҫал сағы – ташҡын,
Кәртәләр юҡ бикләргә.
Ике ярҙы емереп үтә,
Сығып китеп сиктәргә.
Хистең наҙлы сағы – һөйөү,
Бар донъяға күркәм тамаша.
Үҙенә һеңгән ҡояштың
Нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша.
Дүрт тарафың асыҡ
Дүрт тарафҡа юлың асыҡ,
Китмә, тиеп йүгермәйем.
Ишегемдә биктәрем юҡ,
Бик һалырға йүнләмәйем.
Баҫмаларҙы үтеп бөтмәй,
Һүтергә булып киттең.
Көсләп астым күҙҙәремде,
Ташҡындар ағып кипте.
Баҫмаларҙы үтеп бөтмәй,
Ут-ялҡын һис ҡапмаһын.
Мөхәббәткә ҡанундар юҡ,
Килгәс, китә ҡалмаһын.
Йәйғоромдоң етәү төҫө
Ҡурҡҡайным, яна торғас,
Ҡалырмын, тиеп, көлгә.
Ә мин, әйләнеп йәйғорға,
Күпер ҡорҙом күгемә.
Шул күперҙән уҙған саҡта
Шатланам да, моңаям да.
Үҙем ялҡын өҫтәп барам,
Йәйғорҙан нур йыям да.
Яндым, яндым, көл булманым,
Минең ялҡын бүтән төрлө.
Көлөн түгел, нурын һибәм,
Йәйғоромдоң етәү төҫө.
Гөлсөм КҮСКИЛДИНА.