03.06.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.06.2016)
Тел – мөғжизә!..
(“Һин донъяны танып
белмәгәндә...”).
* * *
Тел тыуҙырған халҡым –
бөйөк бер тел!
Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә.
Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте,
Үҙен-үҙе ергә күммәһә!..
(“Тел тыуҙырған халҡым...”).
* * *
Телгә халыҡтың бөтә тарихы, характеры, көй-моңо һеңгән.
(“Илле шиғыр хаҡында”).
* * *
Телде телдәр хушһынмаһа,
Артылмаҫлыҡ тау булыр,
Булмаҫ дуҫлыҡ, дау булыр,
Дау артынан яу булыр.
(“Үткәнгә үрт һалмағыҙ...”).
* * *
Теле елгә елберҙәгән
Ҡылған кеүек тирбәлә.
Тик теле ни әйтерен
Башы бер ҙә иҫләмәй.
(“Теле елгә елберҙәгән...”).
* * *
Тешеңдең эше булһын, эшеңдең теше булһын.
(“Пилот яҙмалары”. 10. IV. 1949).
* * *
Тик алданма арзан
дан-шөһрәткә
Осҡан саҡта ғүмер юлынан:
Йәшен балҡый тәүҙә,
күк күкрәүе
Ишетелә бары һуңынан!
(“Һынау”).
* * *
Тик мөхәббәт йәшәгән ерҙә генә – йәшлек.
(Хаттан. 1951).
* * *
Тик намыҫты данға алмаштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин янырмын ғәҙеллекте яҡлап,
Ҡәләмемде манып ҡаныма.
(“Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин...”).
* * *
Тик үҙеңде наҙлап йәшәгәндә,
Ҡояш һүнә, күк һәм ер үлә.
Саҡ ҡына һин, елләп, йәшнәгәндә,
Бөтә донъяң балҡып терелә.
(“Тик үҙеңде наҙлап йәшәгәндә...”).
* * *
Тик ышаныс матурлай бит
Бар күңелен кешенең.
Ышанмаһа, күңеле буш,
Мәғәнәһе юҡ эшенең.
(“Йәнем һөймәй кешеләргә...).
* * *
Тишек ҡайҙа – ел шунда, етем ҡайҙа – һүҙ шунда.
(“Йыр дауам итер”).
* * *
Торған һайын тормош
ҡатмарлыраҡ,
Торған һайын тормош
хәүефле.
Торған һайын шағир
яуаплыраҡ,
Була алмай еңел
кәйефле.
(“Торған һайын тормош...”).
* * *
Тормош ауырлыҡтары менән матур.
(“Көндәлектәр”. 8. IX. 1954)