«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙинә



27.05.2016 Мәҙинә

МәҙинәБөгөн күргән төшөнән Мәҙинә үҙенә иртәнән бирле урын тапмай аҙаплана. Имеш, уны төшөндә әллә ниндәй ҙур ҡара шар баҫып алып бара. Йығыла-ҡолай ҡаса, тик ҡасып ҡотола алмай. Хатта яҡынлашып уҡ, баҫа башланы. Тырышып-тырмашып уны кирегә этә, ә ул һаман баҫа. Мәҙинә тағы ла нығыраҡ этеп, ҡаршылаша. Уның һайын шар баҫа. Ҡотолоп булмай. Бышлығып-тирләп сыҡты... Һуңынан инде бөтә нәмә буталды, тамам ҡаңғырып, ҡатын нимә эшләргә белмәй, ҡысҡырып илай башланы. Билдәһеҙлек менән алышып, баҫлығып, нисектер уянып китте, кире әүен баҙарына китә алмай ыҙаланды. Башына килгән уйҙарынан ҡурҡып, хатта урынынан тороп, таңды йөрөп ҡаршыланы. Был ни хикмәт? Төштәрҙе бер бөгөн генә күрәме ни? Уларҙы әле күрә, әле онота, ни эшләп быныһы баштан сыҡмай ҡаңғырта, ни булды һуң был?.. Әллә берәй хәүеф тураһында иҫкәртәме?!
Мәҙинә төшөн үҙенсә юрап, ниәтләп йөрөгән эшем уңмаҫмы икән, тип ҡурҡа ла башланы. Бәхетһеҙлек өҫтөнә бәхетһеҙлек өҫтәп, балаһы булманы. Балалар йортонан юллап етем бала алып, инде ҡыуандым тигәндә генә әллә бер нәмәһе кирегә сығып торамы?! Башына бер туҡтауһыҙ ағылған тынғыһыҙ уйҙарға сыҙамай, ҡатын тиҙ-тиҙ йыйынды ла, иртә менән өйөнән сығып та китте.
Әле, ыңғай яуап ишетеп, тынысланып ҡайтып килә. Тик теге төштән генә арына алманы.
– Эй-й, Мәҙинә, сәләм! – тигән тауышҡа тертләп китте. Уйланып, ҡаршыһына килгән йәшлек әхирәте Әмиләне аңғармаған да баһа. Ҡосаҡлашып күрештеләр.
– Нисә йыл инде күрешмәгәнгә, бер ҙә үҙгәрмәгәнһең, Әмилә! – Мәҙинә шатлығынан тағы ла әхирәтен ҡосаҡлап алды.
– Егермеләп барҙыр. Һине, күреүемсә, донъя баҫҡан. Туҙып, бөтөрөнөп киткән­һең. Ҡайҙа йә­шәй­һең ул?
Был һүҙҙәр Мәҙинәгә ҡурғаш бәрелгән кеүек тойолдо, ә элекке әхирәтенең күҙҙәре зәһәр, уны үтә сәнсәме ни. Ҡаушауҙан ул күҙҙәрен ҙур асып, һүҙен башлай алмай ыҙаланды.
– Мин-мин, ней шул, ней шул, ней, уҡып бөткәс шул, эшкә урынлаштым инде. Бер аҙна ла эшләп өлгөрмәнем, бригадабыҙ менән ауылға төҙөлөшкә, эшкә ебәрҙеләр. Шунда бер егеткә кейәүгә сығып, торҙом да ҡалдым. Ауылда йәшәйем.
– Исмаһам, интернетта ла юҡһың, кеше хәҙер “Контакт” аша аралаша, – Әмилә ауыҙын бәлшәйтеп үпкәләне.
– Интернет тигән нәмәләрен белмәйем дә. Компьютерым да юҡ. Кәрәкмәй ҙә ул миңә, шуға ҡыҙыҡһынмайым да, – тип теҙеп китте ҡатын, үҙен нимәгәлер ғәйепле тойғандай.
– Ғаилә хәлеңде һөйләп ташла, тим, балаларың нисек? – Әмилә, өтәләнеп, ҡабат-ҡабат һорау бирҙе.
– Балабыҙ булманы шул, шуға балалар йортонан бала алырға тип йөрөгән баш. Үҙең, үҙеңсе, нисек йәшәйһең? – асылып киткән Мәҙинә, түҙемһеҙләнеп, әхирәтенә төбәлде.
– Мин ни, бик шәпмен, ал да гөл. Ҡырҡҡа етеп килгәндә генә кейәүгә сыҡһам да, ҡыҙым да, ма­лайым да бар, короче, Ва­сильевтарҙы үҫтереп ятам. Ирем урыҫ минең. Һуң ғына кейәүгә сыҡ­тым, йөрөп тә өлгөрҙөм, машина йөрөтөргә, “право”ға ла уҡы­ным, иномаркам бар, кейендем дә, юғары белем дә алдым, бө­тәһенә лә өлгөр­ҙөм. Йә, ярай, мине көтәләр, магазинға ғына тип туҡтағайныҡ. Әй, кеҫә телефоның, моғайын да, барҙыр. Номерыңды яҙып алайым әле.
– Унһыҙ хәҙер йәшәп буламы, – тип, Мәҙинә, һандарҙы ҡабатлай-ҡабатлай, номерын әйтә башланы.
– Пока! – әхирәте ҡиммәтле телефонын кеҫәһенән сығарып, ашыҡ-бошоҡ номерын яҙып алды ла, йүгерә-атлай китеп тә барҙы. Тик уның артынан ҡалған затлы хушбуй еҫе генә ҡатып, иҫәңгерәп торған ҡатындың танауы төбөндә ҡына тирбәлде.
Мәҙинә, Әмиләне осратҡанға ҡыуанып, әллә нимәләр һөйләмәксе булып асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп, урам уртаһында шулай торҙо ла торҙо. Юл уртаһында оҙаҡ ҡына иҫәңгерәп торғандан һуң, эргәләге эскәмйәгә барып ултырҙы. Ҡайнар күҙ йәше, битен өтөп, аҫҡа тәгәрәне, әхирәтенең эре һөйләшеүен аңламаны, күңеле әрнене. Күҙ йәштәренә быуыла-быуыла алыҫ йәшлегенә ҡайтты. Әмилә менән профтехучилищела бергә уҡынылар, йәғни маляр һөнәрен үҙләштерҙеләр, ятаҡта ла бер бүлмәлә йәшәнеләр. Бергә йәшәгәс, әхирәттәр булып киттеләр. Мәҙинә райондың төпкөл ауылынан, шуға һирәк ҡайта. Әмилә яҡын ғына ауылдан, шуға уға ял ваҡытында ҡайтып килеү бер нәмә лә түгел. Үҙе менән Мәҙинәне лә ҡунаҡҡа саҡыра, ләкин ҡыҙ, уңайһыҙланып, ризалашмай. Бер көн Әмилә: “Әйҙә беҙгә, ҡунаҡҡа бараһыңмы, тыуған көнөмдө ауылда үткәрәм?” – тип ҡыҙҙы үҙҙәренә саҡыр­ҙы. Был юлы, тыуған көнөнә тигәс, ризалашып, барырға булды.
Ауыл ауыл инде, йән тыныслығы, йән рәхәте. Көнө буйы тыштан инмәне Мәҙинә. Иҙелдән мунсаға йүгереп йөрөп һыу ташыны, Әмилә менән икәүләшеп утын өйҙөләр.
Кискә кейенеп-яһанып клубҡа уйынға сыҡтылар. Әхирәте күпме бейергә саҡырмаһын, уңайһыҙланып, бейергә төшөргә ҡыйыулыҡ тапмай, эскәмйәлә тик ултырҙы. Тегеләр балҡыған уттар араһында төрлө сүрәткә инеп, эйелә-бөгөлә бейей. Талғын көй башланды. Бер-бер артлы йәштәр парлашып, көй ыңғайына бәүелә башланы.
Мөйөштә өймәкләшеп, тапанып торған ететтәр араһынан берәүһе айырылып ҡыҙ эргәһенә килеп, уны бейергә саҡырҙы. Тегеһе башын сайҡап ҡына тәҡдимде кире ҡаҡты.
– Ни эшләп бейергә төшмәй, бойоғоп ултыраһығыҙ? – яуап ишетмәгәс, егет уның һайын ныҡышып дауам итте. – Исемең нисек, кем ҡыҙы булаһың? – тип ҡыҙға һорауҙар яуҙырып, эргәһенә ултырып алды.
– Исемемде әйтмәйем, атайымды барыбер белмәйһең, – тип, әллә ҡайҙан ҡыйыу­лыҡ табып, кире яуапланы.
– Исемеңде лә, кемдәргә ҡунаҡҡа килгәнеңде лә беләм, атайыңды ла белермен, – тимәһенме... – Ә мин үҙем Динар атлы булырмын.
Бындай яуапты көтмәгән Мәҙинә, был ҡыйыу, ирмәк егеткә боролоп, аптыраулы ҡарашын тө­бәне. Күҙҙәр осрашты. Егеттең күҙҙәре ҡара йәшел ҡуйы урман. Уй, ниндәй матурҙар! Ундай күҙ­ҙәрҙе бер ҡасан да күргәне булмағандыр. Ҡапыл егеттән уңай­һыҙланып, ҡарашын бейеүсе йәштәр яғына күсерҙе, ә унда ҡыҙ­ҙар, бейеүҙән туҡтап, был икәүҙе күҙәтә ине.
– Бейергә теләгең булмағас, әйҙә йөрөп киләйек! – тип егет ҡыҙға ҡараны.
– Әйҙә, – шул ваҡытта баҙнат­һыҙ ҡыҙ ҡайҙан ҡыйыулыҡ тапты, урынынан тороп, егет менән урамға сыҡты ла китте. Әмиләләр йәшәгән урамды әллә нисәмә тапҡыр урап сыҡтылар, һуңынан баҡса буйындағы эскәмйәлә таңға тиклем һөйләшеп ултырҙылар. Урам буйлап йөрөгәндә Динар, тирә-яҡҡа нур сәсеп ултырған, матур, ҙур ғына итеп һалынған өйгә төртөп күрһәтеп:
– Бына мин йәшәгән өй, күрәһеңме, Әмиләләрҙең өйө өс өй аша ғына, уларға беҙ яп-яҡын йәшәйбеҙ. Ут күршеләрбеҙ инде. Бына бөгөн көнө буйы, тәҙрәнән күҙ ҙә алмай һине күҙәттем. Чуть күҙем – тышта, ә үҙем тәҙрәгә ҡуша йәбешеп тороп ҡалманым...
– Ярай, йәбешеп ҡалмағанһың, ата-әсәңә бәлә булыр инең, – тип ҡыҙ ҙа шаяртып яуап бирҙе.
Йәштәр икәүләшеп урам яңғыратып көлөп ебәрҙе. Урамда ла осрашҡан булғандар, тик Мәҙинә генә, кешеләрҙе белмәгәнлектән, иғтибар итмәгән.
Егет бик шаян булып сыҡты. Әле бер, әле икенсеһен һөйләп, юҡ ерҙән ҡыҙыҡ табып, көлдөрөп кенә торҙо. Мәҙинә егеткә бер нисә сәғәт эсендә өйрәнеп тә китте, тартыныу, оялыу ғәҙәте лә әллә ҡайҙа юҡ булды ла ҡуйҙы. Күптән белгән кешеһендәй, иркенләп һөйләште.
– Һин миңә адресыңды бир әле? – тине егет, ҡыҙға етди ҡарап.
– Яҙып бирергә ручкам да, блокнотым да юҡ.
– Ә баш нимә өсөн? Башҡа яҙам!
– Улай булғас, яҙ! – ҡыҙ ҙа уйынлы- ысынлы яуаплап, адресын әйтте.
– Булды, яҙылды! Машинка һымаҡ, тыҡ-тыҡ и готово. Хат яҙырмын.
– Бәй, һин был ауылда йәшәмәй­һеңме ни?
– Мин дә, оҙаҡ ҡайта алмай йөрөп, саҡ ялға ҡайтҡан кеше ул. Ярты йылдан ашыу ҡайтып булманы, иртәгә кире китергә кәрәк.
– Ҡайҙан ҡайттың, ҡайҙа китәһең? – тине ҡыҙ, түҙемһеҙләнеп.
– Пермь тигән ҡаланан ҡайттым, Пермь тигән ҡалаға китәм.
– Һы, ҡайһылай алыҫ! Унда нимә эшләйһең ?
– Мин Айболит, берәйһе, а-а-й, болит, тиһә, йүгереп барып укол эшләйем.
– Тимәк, һин – табип?
– Әлегә уҡып йөрөйөм. Иртәгә ҡалаға минең менән бергә ки­тәһеңме, атайым автовокзалға алып барып, иртәнге ундағы автобусҡа ултыртып ебәрә?

Линиза ШАКИРОВА.
Белорет районы.

(дауамы бар).

Мәҙинә (аҙағы)

– Ю-ю-ҡ, Әмилә менән кискә генә китербеҙ ул, – тип Мәҙинә, бик тә риза булып бергә киткеһе килһә лә, кире яуапланы. – Унан айырылмайым инде.
Берҙән, төшкә хәтлем йоҡлаған Әмиләнең уянмаясағын да белә, икенсенән, иптәшенән айырылып китеп тә ултырмаҫ.
Офоҡта таң һыҙыла башланы. Йәштәр бер-береһенән айырыла алмай, оҙаҡ торҙо…
Бынан һуң ике йөрәк араһын хаттар яҡынайтып торҙо. Динар килгән-киткән һайын ятаҡҡа туҡталмайынса китмәне. Килгән һайын ҡала урамдарын ҡыҙырып, киләсәккә план ҡорҙолар. Тик Мәҙинә бик теләһә лә, әхирәте уны башҡаса ауылына ҡунаҡҡа саҡырманы.
Мәҙинәләрҙең уҡып бөтөрөнә ярты йыл ваҡыт ҡалды. Ниңәлер Динарҙан хат килмәй башланы. Яңы йыл байрамына ла ҡайтманы. Ҡыҙ түҙмәй, хат яҙып һалды, яуап хаты булманы. Көндәр артынан теҙелешеп – аҙналар, артынан айҙар үтте. Егет килеү түгел, хатта унан хәбәр ҙә булманы. Мәҙинә ятаҡ тәҙрәһенә ҡарап, зарығып уны көттө. Юлдан күҙ алмай, әйтерһең дә, унда ҡулын болғай-болғай, көлөп, Динар китеп барған кеүек тойола башланы. Ни уйларға ла белмәне ҡыҙ, ахыры, түҙмәй, Әмиләнән һорашты. Ул, белмәйем, тигәнде аңлатып, яурынын ғы­на һикертте. Ә ауылдашы тура­һында ниҙер әйтеү түгел, был турала һөйләшергә лә теләмәне. Бер көндө Әмилә:
– Беләһеңме, Мәҙинә, күптән ишетһәм дә, һине йәлләп әйтмәгәйнем, яфаланғаныңды күреп, әйтергә булдым. Әсәйем, Динарҙың әсәһе, баламды анау хәтлем уҡытып, маляр­ҙы алып биреп тормам, үҙ тиңен тапһын, уны үҙенә лә әйтеп ебәрҙем, тип әйтә, тип һөйләгәйне. Шуға лә килмәйҙер ул. Үҙең беләһең, атаһы ла, әсәһе лә табиптар бит...
Мәҙинәнең күҙ алды ҡараңғыланды, бөтә ерҙе ҡара ҡалын буҫтау ҡаплап алғандай тойолдо, оҙаҡламай үҙе лә шул буҫтау аҫтында тороп ҡалды... Иҫенә килгәндә, бүлмәләш ҡыҙҙары нишатыр еҫкәтә ине. Ул арала саҡыртылған “Тиҙ ярҙам” хеҙмәткәр­ҙәре лә килеп инде. Укол ҡаҙап, дарыу биреп сығып киттеләр. Уколдар­ҙан һуң ҡыҙға нисектер еңел булып ҡалды. Тик күп тә үтмәне, моңһоулыҡ тағы баҫып алды. Береһе менән дә һөйләшкеһе килмәне, шымып, иптәштәренән ситләште. Уйынан Динар сыҡманы. Бөтә ерҙә лә уның көлөп торған һыны һағаланы, артынан ҡалманы, тауышы ҡолаҡ төбөндә яңғырап тик торҙо. Ә бер көндө тәҙрәгә ҡарап: “Ана, Динар килә, ҡарағыҙ, Динар килә!” – тип ҡысҡырғанына бөтә ҡыҙҙар тәҙрәгә ябырылды. Тик юлда бер кемде лә күрмәгәс, аптырап, шымып ҡалдылар.
Ә төндә ул бүлмәләш ҡыҙҙарын бөтөнләй хафаға һалды. Утты һүндереп, инде йоҡлар­ға ғына ятҡайнылар, Мәҙинә, ҡулы менән ҡараңғы мөйөшкә күрһәтеп, ҡысҡырып һөйләнә башланы. “Ана, Динар тора. Динар килгән бит! Кил бында, нимә эшләп тораһың?” – тип көлә-көлә, һөйләнә-һөйләнә иларға тотондо. Бүлмәләш ҡыҙҙарына “Тиҙ ярҙам” машинаһы саҡыртыу­ҙан башҡа сара ҡалманы…
Аҡылынан яҙа башлаған ҡыҙҙы табиптар психик сирлеләр дауаханаһына алып китте. Дауалау, әлбиттә, килешкәндер, әммә ҡыҙ Динарҙы күңеленән юйып ташлай алманы. Бөтәһенә лә күнде, ҡаршылашманы, ел ҡайһы яҡҡа иҫһә, шул яҡҡа ҡоланы. Һанда бар, иҫәптә юҡ, тигән һымаҡ уҡып йөрөп, маляр һөнәре буйынса диплом алды. Ҡалалағы төҙөлөштә эш башланы, ә күп тә үтмәй, уларҙың бригадаһын ауылға эшкә ебәрҙеләр.
Беренсе осраған егеткә кейәүгә сығып, ауылда торҙо ла ҡалды. Балалары булманы. Ире төшөрөргә яратҡан кеше булып сыҡты. Тора-бара Мәҙинә лә был шөғөлгә өйрәнеп китте. Иренән туҡмаҡтар эләгә башланы, йәнәһе лә, бала таба алмай. Һуңға табан иренең юҡ-барға йәберләүе, туҡмауы йышайғандан-йышая барҙы. Тәүҙә туҡмал­ғандан һуң кеше күҙенә күренмәй ятһа, аҙаҡ күҙҙәре күгәреп, ауыҙы һаҫып йөрөү уның өсөн ғәҙәти хәлгә әйләнде. Әсәһе килеп:
– Ҡайт, балам, үҙебеҙгә кире алып ҡайтам, – тип күпме өгөтләне.
– Нимә бар унда миңә? Ул ауыл ни, был ауыл ни, миңә барыбер, – тип вайымһыҙ ғына яуап ҡайтарҙы Мәҙинә. Әсәһе ҡабат- ҡабат килеп ялбарҙы, ләкин тыңламаны. Тамам тәҡәте ҡороған әсә: “Ниңә мине тыңламайһың ул?! Әйҙә дауаханаға барайыҡ, балағыҙ юҡлығының сәбәбен асыҡлайыҡ”, – тип инәлде. “Юҡ!” – тип ҡарышты ҡатын, уның һайын киреләнеп, сөнки ҡайһы дауаханаға барһа ла, уға, аҡ халатын кейеп, Динар осрар һымаҡ. Әсәнең тырышлығы бушҡа китмәне, ҡыҙын кодировкаға барырға тип өгөтләй башлағас, тегеһе:
– Нимә, әсәй, мине әллә бөтөнләй бөткән кеше тип уйлайһыңмы? Кәрәк булһа, бына хәҙерҙән башҡаса эсмәйем дә ҡуям.
– Улай тип уйламайым да ул. Аптыраған көндән әйтәм инде. Урамда шулайтып йөрөүең әҙәм көлкөһө бит! Әллә мине көйәләндереп, башыма ғына етерһең инде…
– Әсәй, беләһеңме, йәшәгем килмәй, был донъяның ҡыҙығы ла, йәме лә юҡ, буп-буш ул! Ҡоро йәнмен инде, ни балам да юҡ!
– Һин нимә һөйләйһең? Бөтә нәмә лә һин тигәнсә генә булмай, эскән ир тиһеңме, эскән атайың менән мин дә ғүмер буйы йәшәнем. Һин, һин тип йәшәнем! Һин тип йәшәйем! Мине уйлайһыңмы? – тип ҡыҙын ҡосаҡлап, үкереп илап ебәрҙе әсә.
– Әсәй, әсәй, мин, мин дә һин тип йәшәйем, һине генә уйлайым, юғиһә күптән, күптән-күптән был донъяла булмаҫ инем. Юҡ. Юҡ, әсәй, илама. Минең өсөн күҙ йәшеңде түкмә. Башҡаса эсмәйем! Бына, эсмәйем!
– Эсмә, балам, эсмә! Балалар йортонан бала ал, бәхетең асылыр!
Әсә менән ҡыҙ ҡосаҡлашып, һөйләнә-һөйләнә оҙаҡ иланы...
Эсеүен ташлағас, донъяға ҡарашы ла үҙгәргәндәй булды. Дауаханаларға йөрөй башланы. Тикшерелгәс, бала булмауҙа уның ғәйебе юҡлығын, иренең дә тикшерелергә кәрәклеген әйтеп ҡайтарҙылар. Быны әйткәс, ире тағы нығыраҡ ҡотороп эсергә тотондо. Шулай эсеп йөрөп, һыуға батып үлде. Әллә эсеп, үҙе баттымы, әллә осраҡлы хәл булдымы, тикшереүсе кеше булманы.
Әле, үҙемә иптәш тә булыр тип, бала һөйгөһө лә килеп, Мәҙинә балалар йортонан сабый юллап йөрөй. Документтары ла әҙер инде, бер урындан ғына ҡағыҙ алаһы ҡалған. Бөгөнгө төшөнән ҡурҡыуы ла ошо юҫыҡта. Бөтәһе лә ыңғай булғас, бына әле ҡыуанып ҡайтып килә. Бына һиңә, ҡапыл уйламағанда әхирәтенең осрауы бөтәһен аҫтын-өҫкә әйләндереп, күңел тыныслығын боҙҙо...
Ҡапыл кеҫәһендәге телефоны шылтыраны. Таныш булмаған номерҙы күргәс, кем булыр икән, тип уйлап, телефонын ҡолағына терәне.
– Тыңлайым.
– Был мин, Әмилә, беләһеңме, быны һиңә күптән һөйләргә уйлай инем, бер нисек тура килтерә алманым, бая үҙеңә туранан-тура күҙеңә ҡарап һөйләргә ҡыйманым. Ә бит һинең алдыңда мин гонаһлы. Эйе, эйе, гонаһым ҙур. Йәш саҡты иҫләйһеңме?! Ә белгең килһә, һеҙҙе Динар менән осраштырҙым да, айырҙым да. Мин дә Динарҙы үлеп ярата инем, ғөмүмән, уға ул ваҡытта бөтә ауыл ҡыҙҙары ғашиҡ булғандыр. Теге мәлдә, һине оҙата киткәс, көнләшеп, шартларҙай булдым. Тик һин уны һиҙмәнең дә, белмәнең дә. Ғәйеплемен һеҙҙең алдығыҙҙа, Динарҙан һиңә килгән хаттарҙы асып уҡып, йыртып ырғытып торҙом. Уйлап сығарып, һинең турала ғәйбәт һөйләгән дә мин булдым. Һаман да һиңә хат яҙғас, яуап хатында, имеш, һине, ҡайтмай, ҡайҙа етте, шунда әллә ниндәй егеттәр менән рәхәтләнеп күңел аса, хатта кейәүгә сығырға ла уйы бар, тип яҙҙым. Һуңынан әсәһенән ишеттем, Динар практикаға бында ҡалаға ҡайтырға тейеш ине, әллә ниңә ер башына – Чита ҡалаһына сыҡты ла китте, тип. Ә аҙаҡ бөтөнләй шунда эшкә тороп ҡалған. Уның менән күрешеп һөйләшеү түгел, йүнле-башлы осрашҡан да булманы. Ауылға ла һирәк ҡайта. Әсәһенән телефон номерын алғайным, быларҙы үҙенә һөйләрмен тип, булдыра алманым. Ышанаһыңмы, ул әле лә кәләш алмаған. Һиңә номерын смс менән ебәрәм. Шылтырат!..
Ҡапыл Мәҙинәнең ҡолаҡ төбөндә әсәһенең әйткән һүҙе ишетелде: “Бала алһаң, бәхетең асылыр!..”

Линиза ШАКИРОВА.
Белорет районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға