«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Тыуған ерҙә көндәр гел ҡояшлы, Гел йондоҙло төндәр, ай яҡты”



16.05.2016 “Тыуған ерҙә көндәр гел ҡояшлы, Гел йондоҙло төндәр, ай яҡты”

“Тыуған ерҙә көндәр гел ҡояшлы, Гел йондоҙло төндәр, ай яҡты”Күңелем
миҙгелдәре

Күңелемдә яҡты яҙҙар,
Гөрләүектәр ашҡына.
Һине көтәм. Эй, йөрәгем,
Сабыр итсе саҡ ҡына.

Күҙҙәремдә – һары һағыш,
Еткәнме алтын көҙөм?
Һин булмағас, бер сәскәһеҙ
Кипкән һабаҡтай үҙем.

Миңә илтер юлдарыңды
Ҡар, бурандар ҡаплаған.
Һинһеҙ мин – аҙашҡан юлсы,
Йылы урын тапмаған...

Һин – сәскәһе гөл туғайҙың,
Эҫе мәлдә – күләгә.
Ҡойма ямғырҙар яуғанда
Булһаң ине эргәлә...

Йыл миҙгеленә тап килмәй
Күңелем миҙгелдәре.
… Үрһәләнгән күңелемдең
Һине көткән мәлдәре...

Өләсәйемдең шәле
Өләсәйҙең ҡул йылыһы
Ҡалған мамыҡ шәлдәрҙә.
Уйҙар осто, шәм яндырып,
Шәл бәйләгән мәлдәргә.

Уй тағатып, көйҙәр көйләп,
Баҫып та һағыштарын,
Өләсәй ҡулы тыуҙырған
Шәлемдең нағыштарын.

Өләсәйҙең күҙ нурҙары
Шәлдең һәр бер күҙендә.
Йылдар үтте. Шәл бәйләргә
Өйрәндем мин үҙем дә.

Өйрәнһәм дә гел ябынам
Өләсәйемдең шәлен.
Иҫләйем шәм яҡтыһында
Шәлдәр бәйләгән мәлен...

Буш ауыл
«Үҙ күҙемә үҙем ышанмайым,
Атайсалым шундай үҙгәргән...»
А. Игебаев.

Ҡапҡа алдарында ҡалды
Ялан аяҡ эҙҙәрем.
Шул эҙҙәрҙе ҡайтып эҙләп,
Талды инде күҙҙәрем.

Бала саҡта үҫә ине
Ишек алдында үлән.
Шул үләнде ашап үҫте
Ҡаҙ бәпкәләре гелән.

Атай өйгә ҡайтыр ине
Кисен аттарын тышап.
Гөбөрләтеп һыйыр һауған
Ҡуралар ҡалған бушап.

Таңдан тороп һыйырҙарҙы
Ҡыуа инек көтөүгә.
Эй, йәшенмәк уйнар инек
Кисен эштәр бөтөүгә.

Ауылда буш өйҙәр тора,
Ҡапҡаларын ел аса...
Бала сағым миңә ҡарай
Бик алыҫ йылдар аша...

***
Төнгө күктә ҡыйырсыҡ ай –
Мейестән сыҡҡан ҡалас.
Ай яҡтыһында күгүлән –
Биҙәкле йәшел балаҫ.
Төнгө шишмә сылтырауы –
Әллә сәңгелдәк көйө?
Талдар уның йырын тыңлай
Баштарын эйгән көйө.
Услап күккә һипкән йондоҙ –
Көҙгө ярсыҡтарымы?
Үләндәге көмөш алҡа –
Таңдың ысыҡтарымы?
Сиңерткәләр, серәкәйҙәр
Бәхәсләшә үҙ-ара.
Алыҫта офоҡ ағара,
Йәйге төндө уҙғара...
Шаян елдәр тартҡылайҙар
Ҡайындың йәшел шәлен.
Онотмайым серле төндөң
Шундай хозур бер мәлен...


Әсе балан
Ҡыҙыл буйы ҡыҙыл балан,
Усыма йыйып алам.
Әбей сыуағында ойой
Таллыҡтар, көҙгө ялан.

Бына тағы балан бешкән –
Донъяның үҙ хәстәре.
Һытылырға ғына тора
Баландың күҙ йәштәре.

Устарыма ялҡын йыям –
Баландың иң бешкәнен.
Кемдәрҙер ҡалдырып киткән
Өлөшөмә төшкәнен...

Ҡапҡайным, телем ҡурышты –
Уй, әсе минең өлөш...
Ә шулай ҙа өндәшмәнем –
Өлөшкә тейгән көмөш...

… Айырырға кәрәк булһа
Яҡшы менән яманды,
Гел генә иҫкә төшөрәм
Бешкән әсе баланды...

Тауҙар, тауҙар...
Тауҙар, тауҙар...
Төшмө әллә өнмө?..
Тыуған яҡтар тартты аяҡты,
Тыуған ерҙә көндәр гел ҡояшлы,
Гел йондоҙло төндәр, ай яҡты.

Һеҙгә ҡайтһам, тыным иркенәйә,
Был донъяға тыуам яңынан.
Бөтмәй әле ситтә ейер ризыҡ,
Ҡайтып булмай, һеҙҙе һағынам.

Сабырлыҡ та, саялыҡ та һаҡлап,
Өнһөҙ ҡарай миңә һәр ташың.
Йыл сылбырын һүтеп, юлдар үтеп,
Ҡайтып төштө бына яҡташың...

Тауҙар, тауҙар!
Күккә ашҡанһығыҙ,
Ә мин баҫып торам түбәндә.
Күпме генә күккә ҡараһам да,
Болоттарға теймәҫ түбәм дә...

Хыялымда мин тауҙарҙан бейек,
Ә булмышым минең түбәндә,
Хатта тыуып үҫкән ауылым да
Гөл-сәскәләр үҫкән үҙәндә...

Йондоҙ булып күккә атылманым,
Аҫыл ерҙәр эҙләп гиҙмәнем.
Ни күрһәм дә, тауҙар, һеҙҙең
менән,
Әйләнеп тә ҡайттым, түҙмәнем.

Юғарыға күптәр ынтылалар,
Бар бәхетең, имеш, бейектә.
Түбәндәге кеше кешеме ни,
Бейек кеше, имеш, бөйөк тә...

Ялған бейеклектәр биҙәмәйҙәр,
Ышанмаһаң, һора тауҙарҙан.
Өнһөҙ баҫып торған анау ҡая
Тере ҡалған күпме яуҙарҙан...

Бына килдем һеҙгә, ғорур тауҙар,
Аңлайһығыҙ минең хәлемде.
Нисә тапҡыр яҙмыш ҡыра һуҡты,
Нисәнсе ҡат миңә йән инде...

Яуызлыҡтар алһа алҡымымдан,
Ялған бөрә тотһа иңемдән,
Аяғымды яҙмыш айырмаһын
Тәпәй баҫып үҫкән еремдән...

– Тауҙар, тауҙар!
Кем бөйөк һәм бейек?
Һорау китте әллә ҡайҙарға...
Яуап килде:
– Ябай кеше бөйөк,
Бейеклектәр ҡалһын тауҙарға!

Фәнүзә БИКТИМЕРОВА.
Әбйәлил районы,
Ҡырҙас ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға