«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.04.2016 )



25.04.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.04.2016 )

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.04.2016 )
Кисеү бирмәҫ йылға юҡ юғын да,
Тик кисеүҙәр эҙләп торманым.
Усындағы сәпсек кемгә шәптер,
Мин артынан ҡыуҙым торнаның.
(“Торналарға табыныу”).

* * *
Кисәңгене белмәй тороп, бөгөнгөнө аңлау ҡыйын.
(“Көндәлек яҙмалар”. 3. IV. 1948).

* * *
Китап бүләк итеү ҙә бит – бәхет
Китап ҡәҙерен белгән кешегә.
(“Бәхет”).

* * *
Китап уҡыу – онотолмаҫ бер оло байрам ул миңә.
(“Көндәлектәр”. 10. X. 1961).

* * *
Китап!
Һөй һәм ярат уны.
Юлдаш ит,
Ялғанламаҫ,
Тура илтер ул,
Һәр көнөңдө
Яҡты нурға биҙәр,
Күҙең асыр,
Һиңә бирер юл!
(“Пилот яҙмалары”. 4. VI. 1949).

* * *
Китаптар – кешене бөтөнләй яңынан тыуҙырыусы, тәрбиәләүсе иң яҡшы уҡытыусылар.
(“Пилот яҙмалары”. 21. IV. 1949).

* * *
Китапты мин дә Горький кеүек һөйәм. Ул минең иң, иң яҡын беренсе дуҫым.
(“Пилот яҙмалары”. 28. III. 1948).

* * *
Класс таҡтаһы, аҡбур эҙе һиндә,
Бөгөн яҙһаң, иртән юйыла.
Ләкин йөрәгемдә һин, мәктәбем,
Һаҡланырһың ғүмер буйына...
(“Тормошҡа юл”).

* * *
Көлөү – ҙур көс. Тик көлә белеп көл, үҙеңдән көлөрлөк булмаһын.
(“Көндәлектәр”. 3. I. 1962).

* * *
Көн – кешенең ҡул-аяғы булһа,
Төн – кешегә аҡыл-йөрәктер.
(“Төнгө уйҙар”).

* * *
Көн һайын тултырмағанда, алған белем көн һайын кәмей, һайыға. Сөнки тормош көн, сәғәт, минут һайын үҫә, киңәйә, байыға.
(“Көндәлектәр”. 16. XII. 1952).

* * *
Көслөк менән тел булмаҫ,
Үслек менән ил булмаҫ,
Көс үҙенә көс табыр,
Үс үҙенә үс табыр.
(“Көслөк менән тел булмаҫ...”).

* * *
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар – ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә үҙең бел инде...
(“Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...”).

* * *
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡла, шағир,
Тарих дөрөҫлөгөн йырыңда.
Ул тарихты ата-бабаң ҡорған,
Хыялланып хаҡлыҡ турында...
(“Күҙ ҡараһы кеүек һаҡла, шағир...”).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға