12.04.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (8.04.2016 )
Йәшәү балҡый,
Йәшәү күкрәй
Кескәй бөртөгөндә бойҙайҙың.
...Алтындарҙан,
Атомдарҙан
Көслөрәк ул кескәй бер бөртөк.
(“Йәшәү балҡый...”).
* * *
Йәшәү бик тиҙ үтеп китә торған юлсы кеүек, иң ҡыҙыҡлы донъя! Ысын йәшәү өсөн йөрәгең менән янырға, ҡаның менән ҡайнарға кәрәк, йәшәү бер ҡасан да көтөп тормай һәм ул бер генә ваҡыт килә.
(“Дон далаларында”).
* * *
Йәшәү мәғәнәһе бит – еңеүҙә!
(“Шаулай диңгеҙ”).
* * *
Йәшәү өсөн кәрәк мөхәббәт.
(“Һөймә мине, һылыу, әгәр ҙә һин...”).
* * *
Кем ғәйепләй уны, хөкөм итә,
Кем бығауҙар һала ҡулына,
Шул онотор мәңге үҙ балаһын,
Баҫыр илен һатыу юлына.
* * *
Кемдән кемдең
ҡото осҡанды
Фил дә белә,
күрһә сысҡанды.
(“Ахилл үксәһе”).
* * *
Кеше бер нәмәлә икенсе кеше менән килешә алмай икән, уларҙы көсләп килештереп булмай һәм бының кәрәге лә юҡ.
(“Көндәлектәр”. 8. IX. 1961).
* * *
Кеше ғүмере һуң күпме генә? –
Бөркөттөң бер ҡанат ҡағыуы!
Шул күҙ асып йомған арала ла
Күпме эсә хәсрәт ағыуын:
Әле йотлоҡ,
Әле һағыштары,
Әле яла,
Әле ялғаны,
Ғәҙелһеҙлек,
Донъя ваҡлыҡтары... –
Сикһеҙ ептәй киткән ялғанып!..
(“Кеше ғүмере һуң күпме генә?..”).
* * *
Кеше ел тирмәне түгел.
(“Пилот яҙмалары”. 22. IV. 1949).
* * *
Кеше матур һәр саҡ эше менән.
(“Һөймә мине, һылыу, әгәр ҙә һин...”).
* * *
Кеше ни тиклем ябай булһа, шул тиклем ул үҙенә булған ихтирам менән бай була.
(Хаттан. 1951).
* * *
Кеше өсөн һөйөнмәгән йәндең
Ҙур буламы инде шатлығы?!
(“Кәңәш”).
* * *
Кеше тупраҡты алтын итә, алтын кешене тупраҡ итә.
(“Көндәлектәр”. 18. I. 1954).
* * *
Кеше үҙенең характерын тормош эсендә ҡайнап, көрәштә тәрбиәләргә тейеш. Туранан-тура тормоштоң эсенә кергәндә генә характер тәбиғи була. Ә үҙ-үҙең менән ҡаҙыныу үҙ-үҙеңде уйлап сығарыуға һәм үҙ-үҙеңде алдауға килтерә. Ҙур бер ҡаршылыҡҡа осрау менән үк юғалаһың, тарҡалаһың һәм көсһөҙ булаһың.
(“Көндәлектәр”. 26. I. 1955).