«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Әлли-бәлли бәүкәйе…(Башы)



12.04.2016 Әлли-бәлли бәүкәйе…(Башы)

Әлли-бәлли  бәүкәйе…(Башы)2015 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәте БР Башлығы грантына «Яңы офоҡтар» исемле хикәйәләр конкурсы иғлан иткәйне. Конкурсҡа килгән 29 ҡулъяҙманы танылған шағир һәм тәнҡитсе Фәнил Күзбәков, «Ағиҙел» журналының проза бүлеге мөхәррире Сабир Шәрипов, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин, «Китап» нәшриәте директоры урынбаҫары, тәржемәсе Фәрит Әхмәҙиев баһаланы. Яҙмаларға авторҙарҙың исем-шәрифе ҡуйылмай, тик рәт һандары ғына һуғылып, тап кемдәрҙең еңеүсе булыуы хатта комиссия ағзалары өсөн дә һуңғаса сер булып ҡалды. Йәғни жюри ағзаларына бер ниндәй баҫым булмай, яҙмаларға ғәҙел баһа бирелде. Конкурста тәүге өс урынды Мөнир Ҡунафин, Баныу Ҡаһарманова һәм Артур Ҡазыханов яуланы. Мөнир Ҡунафиндың «Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә...» әҫәре донъя күреп, уҡыусылар тарафынан да юғары баһаланды. «Йәшлек» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Баныу Ҡаһарманованың ижади бәйгелә «Әлли-бәлли бәүкәйе…» хикәйәһе икенсе урынды алды.
Гәзит уҡыусылар иғтибарына коллегабыҙҙың ошо әҫәрен тәҡдим итәбеҙ.

Әлли-бәлли бәүкәйе,
Ҡайҙа киткән әнкәйе…
Балаһын ташлап, әсәй кеше китәме инде? Тапҡандар йыр… Бишек тигәне кәмә икән, һәм унда әсәһе йоҡлап бәүелә.
Әлли-бәлли бәү…
Күңелдә яңғыраған йырҙы өҙөп, кистән һүндерелгән кеҫә телефоны үҙенән-үҙе терелде һәм наҙлы будильник тауышы менән өҫтәлдә гөрөлдәне. Уны һүндереп, Кира, йоҡо ауынан ҡотолғоһо килмәй, ялҡауланып ҡына кирелде һәм иркәләнеп, эргәһендә ҡолас ташлап йоҡлаған егеткә һыйынды. Ҡыҫҡа шырт сәсле, ҡалын иренле, ятҡанда ла мускулдары бүлтәйеп беленгән һаҡалтай ир заты ҡымшанмай, һаман йоҡоноң кәрәген бирҙе. Ҡыҙ уның киң күкрәгенә башын һалып, ирендәренә нәфис бармағын ҡуйҙы ла, «тс-с» тип, (йәнәһе лә, шымығыҙ, йоҡлай!) селфи эшләне. Фотоһүрәтте шунда уҡ телефоны аша социаль селтәрҙәге битенә һалды – барыһы ла көнсөллөктән сәсрәп китһен! Аноним рәүештә яҙырға мөмкинлектәре булһа, эстәрендәге бар бысраҡты урғылтып, фотоһүрәт аҫтына рәхәтләнеп сүп-сар өйөрҙәр ҙә ине, әммә исем-шәрифтәре күренгәс, «матур»ҙан һалдырыуҙан ары уҙмаҫтар. Кира ҡәнәғәт йылмайҙы ла, ҡыҙыҡһынып, тирә-яғына күҙ һалды. Күргәндәре менән хушһынып, үҙе лә һиҙмәҫтән хыял донъяһына сумды: егет уға мотлаҡ мөкиббән китеп, көн дә романтик осрашыуҙар ойошторор, бер аҙҙан тамам ғашиҡ булып, тәҡдим яһар (Кира инәлтеп тормаҫ, ризалашыр), шунан һуң өйләнешерҙәр, баллы айға Питерға, бик тә булмаһа, Асыға барырҙар. Унан ҡайтҡас, әлбиттә, хай-тек һәм минимализм өлгөһө булған ошо өңдән буйҙаҡлыҡтың эҙҙәрен юйыр: йәнһеҙ быяла өҫтәл, тимер аяҡлы ултырғыстарҙы гевея ағасынан яһалған гүзәл йомшаҡ йыһаз алмаштырыр, жалюзи урынына ебәк ламбрекен-ҡорғандар, үтә күренмәле селтәрҙәр алып элер, тәҙрә төптәренә ғорур орхидеялар ултыртыр... Аш бүлмәһендәге ҡола яланғас кирбес стеналарға ҡыҙғылт төҫтәге обой ҙа йәбештерергә кәрәк, ишетеүенсә, ул төҫ аппетитты ҡуҙғыта… Кеҫә яғына ҡарап, Мысырға йәки Төркиәгә ял итергә йөрөрҙәр, бер нисә йыл үҙҙәре өсөн йәшәгәс, иренә бала табып бирер. Был егет ышаныслыға, уңышлыға, ыңғай холоҡлоға оҡшаған, уның менән тормош ҡороуы ауыр булмаҫ. Исеме кем булды әле һуң? Вадим, тине, буғай. Башҡортмо икән әллә урыҫмы? Тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда – башҡорт кеүек, русса акцентһыҙ һөйләшеүенә ҡарағанда, урыҫ һымаҡ. Ҡушалар бит шундай интернациональ исемдәрҙе, кемдең ниндәй милләттән икәнен дә айырырмын тимә… Хәйер, Кира өсөн был принципиаль түгел, иң мөһиме – кеҫә яғы таҡыр булмаһын. Кисә кафела уның менән танышҡас та, һүҙҙәре тиҙ беректе: бик телсәр, шаян егет Кираны көлдөрөп бөттө. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, аҡсаһын иҫәпләп, йәлләп ултырманы, ҡиммәтле шарап менән һыйланы, төрлө ҡабымлыҡҡа заказ бирҙе, ҡат-ҡат бейергә төшөрҙө. Тәүге тапҡыр бейергә саҡырғас та, ҡолағына эйелеп, бында иң сибәр ҡыҙ ул – һин, тип шыбырлағанда, Кираның башы әйләнеп китте. Юҡ, комплименттан түгел, ул үҙенең кәмселектәрен белмәйме әллә? Ата-әсәһе Анджелина менән Брэд булһа, гүзәллек ҡайҙа, тип аптырар ине, ә былай ул атаһының ҡыҙы: оҙон эйәкле, оҙон танаулы. Шул «оҙон»дар исемлеген аяҡтары дауам итһәсе. Юҡ шул, һыбайлылар затынан икәнен әллә ҡайҙан күрһәтеп, эсен бошоралар. Мәрхүмә өләсәһе, ҡыҙымдың аяҡ араһынан фәрештәләр йөрөй, тиһә лә, Кира төҙ һәм оҙон ботлоларға ҡарап көнләшә. Тубыҡтан аҫта параболалар етмәгән, көлгәндә өҫкө теш ҡаҙнаһы ыржайып күренә. Әллә аяҡтарына, әллә тештәренә ишаралап, «Атҡай, тпру-у!» – тип мәктәптә ҡалай йәненә тейҙеләр. Үҫмер саҡта көҙгөгә ҡарап, мин һылыу, мин сибәр, тип күпме тәҡрарламаһын, матурлыҡ өҫтәлмәне, үкенес. Башҡалар ҙа әллә кем түгел әле, тип күнергә тура килде. Егеттең «сибәр» тиеүе – шарап шауҡымы, енси яҡынлыҡҡа ауҙарыу өсөн әүрәтеү, шуға ҡыйғас ҡашы ла, инглиз мәҡәленә* ярашлы билдән түбән ояларға тейешле күбәләктәр ҙә һелкенмәне (хәйер, кемдең ҡайһы тирәһендәлер, ә Кирала тәңкә ҡанатлылар отряды, ғәҙәттә, башында елпелдәшә). Тулҡынландырғаны – егеттән аңҡыған тәмле одеколон еҫе. «Амбре Топкапи»! Юғары уҡыу йортона уҡырға инә алмай, парфюмерия бүлегенә эшкә төшкәс, бер ир кеше ошо одеколонды һорап килде. Өҫтөндә ҡиммәтле һоро костюм, ап-аҡ күлдәгенән күҙ сағыла, буйлы галстугының төйөнө бер аҙ бушатылған, аяғында – ялтыр туфли… Уртаса буйлы, ялтас башлы булһа ла, ул Кираға буйсан, үтә мөләйем күренде. Ҡалын тауышлы, һөйләшкәндә күҙҙәрен бер аҙ ҡыҫыбыраҡ ҡараған, һирәк йылмайған иргә ярарға ынтылып, Кира каталогтың аҫтын-өҫкә әйләндер­ҙе, кәштәләр­ҙе ҡырҡ ураны, һәм кәрәкле одеколондың үҙҙәрендә юҡлығын белгәс, бошоноуҙан саҡ иламаны. Һис бер ҡурҡынысы юҡ, ул бер-ике йыл элек кенә һатыуға сығарылды, тине ҡупшы ят ир. Ләкин булмышынан байлыҡ төҫө сағылған һөйкөмлө клиентты Кира тиҙ генә ебәргеһе килмәй, беҙ ул одеколонды яҙҙырып алдырырбыҙ, ә хәҙер, бәлки, икенсе еҫтәр оҡшар, тип блоттер-тестерҙарға Армани, Кельне, Кляйн одеколон-хушбуйҙарын һиптереп, нәҙек ҡағыҙҙарҙы ирҙең танауы алдында нәзәкәтле елпелдәтте. Сираттағы парфюмер һыуын алырға һонол­ғанда блузкаһын тишеп сығып барған текә күкрәктәре менән яңылыштан һатып алыусының беләгенә ҡағылды. Һаҡланыу сараһы – ҡабырсығы сатнанымы ни, ир һиҫкәнде. Әйтерһең дә, уға, ғүмереңме әллә муҡсаңмы, тип, ике һөңгө осо төртөлдө: йәшәргә ынтылып, теремекләнде, аяҡтарын айырыбыраҡ баҫып, ҡорһағын тартты, ҡулдарын салбар кеҫәһенә тыҡты. Көрән күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу сатҡылары бейешкән ир-һунарсынан бөркөлгән ыңғай тулҡын­ға бирелеп, ҡыҙ баскетбол тубындай тығыҙ осаларының йомролоғон күрһәтер өсөн «аңғармаҫтан» ручкаһын иҙәнгә төшөрөп ебәрҙе һәм, иргә арты менән боролоп, ашыҡмай ғына уны эйелеп алды. Ирҙең шәһүәт менән төкөрөк йотҡанын, галстугын ашығып нығыраҡ бушатҡанын ҡаршылағы көҙгөнән күреп көлөмһөрәне. Йылмайыуын йәшереп, әйләнде:
– Ғәфү итегеҙ, ниҙә туҡтаныҡ әле ул беҙ?
– Миңә телефонығыҙҙы бирһәгеҙ, одеколон хаҡында шылтыратып белешеп торормон…
Шулайтып эшҡыуар менән танышып, «Амбре Топкапи» еҫенә ғашиҡ булды. Был еҫ уның өсөн байлыҡты кәүҙәләндер­ҙе. «Амбре Топкапи» мул, етеш тормош менән бер тиң ине. Шуға үҙенең сафлығын йәлләмәй, тәжрибәле иргә үҙен тулай килеш тотторҙо, ләззәт донъяһына уның етәгендә инде. Йәл, биналар төҙөгән эшҡыуар менән аҙнаһына бер тапҡыр ғына осраштылар. Кираның теләгенән ҡалһа, көн дә осрашырҙар ине лә бит, ләкин эш кешеһенең ваҡыты минутына ҡәҙәр иҫәпләнгән: эшлекле осрашыуҙар, килешеүҙәр, йыш командировкалар. Етмәһә, ҡатыны ла уның менән бер фирмала эшләй. Бергә офисҡа баралар, ҡултыҡлашып тигәндәй ҡайталар. Кира уның урынында булһа, бот күтәреп өйҙә генә ятыр ине. Йәки, журналдарҙан белеүенсә, телевизорҙан күргәненсә, той-фокстерьер, чихуахуа кеүек кескәй генә эт ҡосаҡлар ҙа, башҡа байбисәләр ише, матурлыҡ салондарына, бассейн­ға, тренажер залына йөрөр ине. Ә эшҡыуарҙың ҡатыны көндәр буйы компьютерҙа һыҙмалар һыҙыу менән булыша, проекттар менән идара итә, ҡатмарлы документтарҙы тултыра. Ғаиләһе хаҡында күп һөйләргә яратмаған ир архитектор ҡатыны менән ғорурланғанын йәшермәне: «Талантлы белгес!»
Һәләтле хәләл ефетенә хыянат итеүҙе ғәҙәти хәлгә иҫәпләгән ҡырҡ биш йәшлек эшҡыуар тәүҙән үк: «Бер ниндәй вәғәҙәләр, шылтыратыуҙар, смс-хәбәрҙәр – ғаиләмде боҙоу пландарыма инмәй, шул шарттарға ризаһыңмы?» – тине. Был мәлдә ул Кираның блузкаһының төймәләрен берәмләп ысҡындыра ине, ҡанды ҡайнатҡан ымһындырғыс серле тойғолар шауҡымынан телһеҙ ҡалған ҡыҙ өндәшмәне. Ир, ишетмәйем, тип башын ҡалҡытҡас, ризалығын белдереп, оҙон эйәген генә һелкетә алды – үтә күренмәле аҡ кейеме иңбашынан наҙлы һыпырылып аяҡ аҫтына осто… Ярай-ярамайҙың сиктәре билдәләнеп, мөхәббәт тураһында бөтөнләй һүҙ булмаһа ла, Кира барыбер, ул ҡарт ҡатыны менән айырылышыр ҙа, миңә өйләнер, тип өмөтләнде. Ирҙе йәш, һығылмалы тән менән ымһындырыуы, яҡынлыҡта ожмах баҡсалары рәхәтлеген вәғәҙәләр итеп ылыҡтырыуы бер ни тормай, ә үҙеңә нығытып бәйләр өсөн ни кәрәк? Урта белемле Кира ғына түгел, академиктар ҙа ир менән ҡатынды бер-береһенә магнит ише тартып, ике ят затты ҡуша йәбештергән илаһи механизмдың рәтен-сиратын йүнләп асыҡлай алмай, буғай. Ошоғаса исемен генә теүәл билдәләгәндәр – мөхәббәт. Етеш тормошта унһыҙ ҙа йәшәлер, тип, Кира интернеттағы «Нисек ир-егетте үҙеңә ҡаратып алырға» һәм «Нисек оҡшаған ир-егетте үҙеңдән ысҡындырмаҫҡа» тигән мәҡәләләрҙе ҡат-ҡат өйрәнеп, белгестәрҙең кәңәштәрен һүҙмә-һүҙ үтәне. Һөйәркәһе япон аш-һыуын яратамы? Ауыҙ итегеҙ суши-ролдарҙы, иркәм! Уны гейшалар ҡыҙыҡһындырамы? Була ул кимоно, сәй һәм башҡа церемонияһы! Аһ-аһ, төшкө ашҡа ул спагетти ашарға күнеккәнме? Кира өсөн карбонара пастаһын әҙерләүе бер ни тормай. Ә десертҡа – уның башҡарыуында ҡан тамырҙары буйлап ут аҡҡан ялҡынлы испан ҡыҙы Кармен! Их, психо­логтар­ҙың күрһәтмәләрен ихлас атҡарып, иркә-наҙын һис йәлләмәгәйне лә бит, әммә ләкин… Нисек тиҙ генә осраша башлаһалар, шулай еңел генә айырылыштылар ҙа, сөнки бизнесмендың эше артты, ҡыҙыҡһыныуы кәмене, осрашыуҙары һирәгәйгәндән-һирәгәйҙе. Етмәһә, Кира ғаилә хәле буйынса тыуған ҡалаһына ҡайтырға мәжбүр булды. Эшҡыуар, исем өсөн генә булһа ла, шылтыратһасы…
Уйҙары ғаиләһенә килеп төртөлгәс, ҡыҙҙың йөҙөн һөрөм баҫты. Өйҙәрендәге ауыр еҫ бында килеп етеп, тынын ҡурғандай тойолдо. Тап шул мәлдә ҡулындағы телефоны өҙөк-һурыҡ сыңҡылданы. Кира уны шымдырып, егеттең «Амбре Топкапи» еҫенә мансылған күлдәген кейеп, аяҡ осонда ғына шымтанлап ванна бүлмәһенә йүнәлде. «Алло», – тип шыбырлап та өлгөрмәне, теге яҡ остан ағаһының тауышы яңғыраны:
– Һин ҡайҙа йөрөйһөң? Әсәй…
– Нимә «әсәй»? – бошмаҫ ҡиәфәттә көҙгөгә эйелеп сәстәрен рәтләгән Кира кинәт турай­ҙы, – әйтә һал тиҙерәк, нимә һуҙаһың? Әсәй ауырып киттеме әллә? Тағы ҡан баҫымымы?
– Ҡайт, – ағаһының тауышы тоноҡланды, – әсәй… бөгөн таңда…
– Нимә бөгөн таңда? – Кираның йөрәге, ҡотолғоһоҙ бәләне һиҙгәндәй, шәп-шәп типте, ләкин ул, упҡынға осоуына ышанмаған бәндә һауаға йәбешкәндәй, ағаһының һүҙҙәренә бәйләнде, ваҡытты һуҙҙы.
– Әсәй үлде.
Бына шулай. Ике генә һүҙ. Ҡыҫҡа ғына ике һүҙ. Дүрт ижек: ә-сәй үл-де. Һигеҙ хәреф. Ике, дүрт, һигеҙ… «Был арифметик прогрессия булдымы әле ул әллә геометрикмы? Арифметик, буғай… Шарапты күберәк һелтәгәнмен, ахыры, күҙ ҡабаҡтары шешкән… Ә былай хас та Сара Джессика Паркермын. Ниңә баш шулай зыңҡып ауырта?!» – һүҙҙәр­ҙең мәғәнәһе Кираның аңына гүйә барып етмәне.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

*«Butteflies in my stomach» («Күбәләктәр минең эсемдә» – мөхәббәтте тойоу).

(Дауамы бар).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға