«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Рәнйетә күрмәгеҙ...



11.04.2016 Рәнйетә күрмәгеҙ...

Рәнйетә күрмәгеҙ...Яңғыҙҙарға йәлләп ҡарамайым,
Һоҡланам - йәшәр көс тапҡанға!
Яңғыҙлыҡтан иҫәрләнеп кенә,
Эләкмәһен хәйлә-ҡапҡанға...

Үҙ-үҙенә хөрмәт менән ҡарап,
Матур донъя көтөп ятҡанға-
Күптәр көнләшерҙәр-
,,Ниндәй көслө!...
Үс тә ҡанмаҫ ҡанаттарын ҡайырып
Ҡара ергә ҡуша һуҡһаң да!...,,

Барына гел шөкөр ҡылып йәшәр,
Өлөш көтөп тормаҫ туфаңда,
Ашыҡмаҫ ул ҡайнар ҡосағыңа,
Ҡолас йәйеп көтөп торһаң да!

Сабый хаҡын уйлар,үҙ нигеҙен...
Яттар тиеп ят һүҙ тейгеҙер...
Ара-тирә үткәндәрен барлап-
Үткәненә усаҡ тергеҙер...

Яңғыҙҙарҙың рух ҡанаты ныҡлы,
Хоҙай бүләк иткән булмышы!
Һоҡландырып йәшәр парлыларҙы
Тиргәмәҫ һис насип яҙмышын...

Рәнйетә күрмәгеҙ, яңлышып!
Нуриҙә Илһамова







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға