«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Балаларҙы һөйөп кенә үҫтерегеҙ!



05.04.2016 Балаларҙы һөйөп кенә үҫтерегеҙ!

Балаларҙы һөйөп кенә үҫтерегеҙ! Үҙем туҡмалып үҫкәс, бының ниндәй һөҙөмтәләргә килтергәнен яҙырға булдым.

Донъя матур, кешеләр һәйбәт, атай-әсәйҙе яратабыҙ, уларға ышанабыҙ, беҙҙе улар ашата-эсерә, кейендерә, һаҡлай. Ләкин бер көндө барыһы ла үҙгәрҙе. 3 – 6 йәшлек ҡыҙҙар тышта күмәкләшеп күрше инәйҙең өйө тирәһендә уйнайбыҙ. Уның ҡапҡаһы ла, ҡоймаһы ла юҡ, яңғыҙ өй генә. Инәй үҙе ҡыҙҙары менән эштә, моғайын, бесәндә булғандыр.
Тәҙрәһе бәләкәй генә, асылмалы. Уйнап йөрөй торғас, кемебеҙҙер тәҙрәне асты ла өй эсенә инеп уйнаныҡ. Яҫтыҡтары аҫтынан сынаяҡ аҫты ҙурлығындағы ҡул икмәге килеп сыҡты. Яртыһын ашап өлгөрҙөк (мин ашаманым) һәм таяҡ тотоп йүгереп килгән өс әсәй­ҙе күреп, тышҡа ашыҡтыҡ.
Барыһы ла ҡасты, ҡайһыһы – һыу буйына, шырлыҡҡа, кемдер – һарай артына. Ниңә ҡасырға икәнен аңламай, мин ҡатып ҡалдым. Әсәйем эләктереп алды ла, туҡмарға тотондо, алһыу сәскәле аҡ күлдәгемдән бер ни ҡалманы. Элек тауар булманы бит, эй кейемем йәл булды. Әсәйем ҡурҡыныс, ҡот осҡос кешегә әүерелгәйне ул ваҡытта. Арта­бан да ҡәҙерле кешемә ҡарата күңелем иремәне. Сөнки бер мәл ул, теген машинаһының сүреһен таптырып, биш йәшлек ҡустымды туҡманы, сипсы менән ирендәрен ҡыҫып, ҡанатып бөтөрҙө. Ҡустым ҡарышты ла ҡуйҙы, иламай ҙа, әйтмәй ҙә. Тик өс көн үткәс кенә сүренең ҡайҙа икәнен әйтте. "Ниңә шундуҡ әйтмәнең?" – тиһәк, туҡмағас, әйтмәнем, ти.
Һеңлем туҡмалманы. Эш боҙа ла, берәйһенә һылтай ҙа ҡаса ине. Иң өлкән бала булараҡ, миңә йыш эләкте: әсәй йә йыға һуға, йә теләһә ниндәй һүҙҙәр әйтеп әрләй торғайны. Ауылда барыһы ла шулай йәшәгәс, аптыраманыҡ. Атай-әсәйҙе яратыу булманы, уларҙан ҡурҡтыҡ ҡына.
Ҡустылар өйләнеп, беҙ, ҡыҙҙар, үҙ донъя­быҙҙы ҡорғас та, әсәйҙән ҡурҡтыҡ. Ҡустылар эсһә, килен менән икәүләп әрләнеләр, хатта әсәйем, туҡманым, тип маҡтанды. "Эшкин­мәгәндәр, суҡынып китегеҙ!" – тип ҡарғаны, һәр ваҡыт килендәрен яҡланы. Хатта ирҙәр менән йөрөп тотолғанын да. Бер ҡустым Себер яғына китеп, 46 йәшендә генә шунда үлеп ҡалды.
Икенсе ҡустым ауырып йөрөгән, аварияла үлгәс, ярғандан һуң уның бер генә үпкә менән йәшәгәнен белдек. Уға 41 генә йәш ине. Тағы ла бер ҡустым ныҡ егәрле булды, ләкин килен уны яратманы, мәңге унан әрләнде. Кө­йөнһә, эсте. Эсһә, килен ашатманы, әсәйгә килһә, килен менән икәүләп әрләнеләр. Был ҡустым да, айыҡ көйө, бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында 56 йәшендә вафат булды.
Тағы ла бер ҡустыбыҙ ҡырҙа йәшәй, ауырый, 58 йәштә. Күп­ме ғүмере ҡалғандыр, Алла белә…
Атай беҙҙе әрләмәне, һуҡманы, сөнки үҙе әсәйҙән ҡурҡҡандыр. Ул ике һуғыш ветераны ине, аҙаҡ эскегә бирелеп, 66 йәшендә гүр эйәһе булды.
Үҙем балаларымды туҡмаманым, тик бер ваҡыт ҡыҙымдың насар холҡон нисек ташлатырға белмәгәс, бер еңгәй, сыбыҡла, тигәс, сыбыҡ менән 2 – 3 тапҡыр һуҡтым. Ысынлап та, ул холҡон ташланы. Ләкин әле булһа шуның өсөн оялам, ҡыҙымдан был хаҡта һорағым килә, иҫләйме икән? Ул ваҡытта 3 – 4 кенә йәштә ине.
Әле ҡайһы ваҡытта балаларын туҡмап, теләһә нимә тип әрләгәндәрен күрәм, ишетәм. Элек етешһеҙ тормош булды, бер сынаяҡ ватылһа ла туҡмалынды, һорауһыҙ ашаған ярты телем икмәк өсөн дә. Ә хәҙер нимә етмәй?!
"Йәшлек"тең бер нисә һанында уҫал әсәй­ҙәр тураһында уҡып, уйланып йөрөнөм дә, үҙ фекеремде яҙырға булдым, күңелемдәге уйҙар менән уртаҡлашҡым килде. Ҡатын-ҡыҙ ныҡ була бит. Беҙ бирешмәй үҫтек, тик хәҙер мин һәм бер һеңлем икенсе төркөм инвалидыбыҙ. Әсәй әле шәп, 97 йәштә, күҙе-ҡолағы һәйбәт, тауышы көслө. Хәлен йышыраҡ белешмәһәң, әле лә әрләшә.
Беҙ ун бала инек, дүртәү генә ҡалдыҡ. Әcәйгә килендәре килеп тора, хәлен белешә. Килендә­рем шәп, тип уларҙы маҡтай.
Мин ир-атты йәлләйем. 17 – 18 йәшлек малайҙар һуғыш күреп ҡайтып, донъя көтөүҙе онотоп, улар юҡта донъя йөгөн ир-ат һымаҡ тартҡан һәм холоҡтары ла ир-атҡа әйләнгән ҡатын-ҡыҙ ҡулына эләккәндәр. Шундай ҡатындар ирҙәрен дә, малайҙарын да дер һелкетеп тотҡас, хәҙер: "ҡайҙа һеҙ, көслө зат?!" – тип ҡысҡырырға ҡалды. Закондар ҙа ҡатын-ҡыҙҙы ғына яҡлай. Ире үлһә, пенсия ала. Айырылышһалар, ҡатын эскесе, холоҡһоҙ булһа ла, бала унда ҡала. Тағы иренән алимент түләттерә…
Ирҙәр үлә, аҙ йәшәй, өйләнмәй, тибеҙ. Улар беҙҙән ҡурҡа. Ә инде ҡурҡаҡ ирҙәрҙән ҡурҡаҡ балалар тыуа. Генетика был. Ҡуяндан ҡасан арыҫлан тыуһын инде!
Зифа инәйегеҙ.
Баймаҡ районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға