«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (1.04.2016 )



04.04.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (1.04.2016 )

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (1.04.2016 )

Йөрәгем –
ҡәберлек минең,
Унда үткәндәр илай.
Йөрәгем –
сәңгелдәк минең,
Унда киләсәк дулай!..
(“Йөрәгем”).

* * *
Йөрәгемдең бөтә көсө
Халҡыма булһын ине.
Шунда ғына йәшәүемдең
Бөтә мәғәнәһе минең.
(“Тормошоңда иң татлыһы...”).

* * *

Йөрәгендә иң ҡәҙерлеһе – халҡы булмаған кеше кеше түгел. Кескәй генә йөрәгеңә бөтә донъя һыйһын – шунда ғына һин донъяның дуҫы бу­лыр­һың. Йөрәгенә донъяны һыйҙыр­ған кеше бер ҡасан да үҙе өсөн генә йәшәй белмәҫ. Тик шул бер нәмәне генә белгән кеше – бәхетле кеше.
(“Көндәлектәр”. 18. III. 1957).

* * *
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
(“Туған тел”).

* * *
Йөрәк әгәр ярһыу толпар булһа,
Ауыҙлыҡлар алтын аҡыл бар.
Ә елергә уға ирек биргәс,
Ары торһон алған аҡылдар.
(“Аҡҡош йыры”).

* * *
Йылғаның бар башы.
Ләкин уның
Ҡойған тамағы ла юҡ түгел.
Тыуған – үлә, үлгән – кире тыумай, –
Һоҡланыр тик быға туҡ күңел.
(“Һоҡланыу”).

* * *
Йылмайһын, йыуатһын,
Гел атһын
Именлек сәскәһе – балалар.
(“Сәскәләр”).

* * *
Йыр кешене кешелеклерәк итә һәм бер-береңә яҡынайта.
(“Көндәлектәр”. 26. I. 1955).

* * *
Йәншишмәкәй ул Мөхәббәт икән,
Йәншишмәнән эскән – Үлемһеҙ.
(“Йәншишмә”).

* * *
Йәшлек һине үҙенең хыял ҡанаттары менән осороп йөрөткәндә, һин уның ҡәҙерен дә белмәйһең. Йәшлек ҡәҙере уның менән хушлашҡанда ғына беленә, йөрәкте өтөп ала.
(“Шиғриәт – йәшлек иле”).

* * *
Йәшәгәс һин, йәшә яна-яна,
Йөрәк йәшәрә тик янғанда!
(“Янып-көйөп йөрөйөм дә,
ҡайсаҡ...”).


* * *
Йәшәй икән кеше донъяла,
Ғүмер буйы кеше һынала!..
(“Ниндәй бай был кеше эсенән...”).

* * *
Йәшәмәгән генә яңылышмаҫ,
Юҡ-бар уйҙар башҡа тулмаһын...
Хаталар ҙа булыр тормошоңда,
Тик тормошоң хата булмаһын!
(“Көнләшмәсе бик һаҡ кешеләрҙән...”).

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға