28.03.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар
Ил тойғоһо иргә миҙал түгел –
Муйынына тағып йөрөргә.
Ил тойғоһо ирҙең намыҫында,
Йөрәгендә йөрөй гел бергә.
(“Ил тойғоһо”).
* * *
Ил яҙмышы ирҙә икән,
Ил иртәһен уйлаһын,
Ил иртәһе – ишәккә, тип,
Ҡулын һелтәп ҡуймаһын!
(“Уйҙарым”).
* * *
Ил яҙмышын ир муйынына
Ҡылды ярыр тел бәйләй,
Ҡырҡҡа ярыр тел бәйләй!..
(“Аманат”).
* * *
Илағың килгәндә лә көлөү – бөйөк-
лөк!..
(“Көндәлектәр”. 11. XI. 1971).
* * *
– Ил дә тел тип ылғый ҡайғырмасы,
Ҡалдырсы шул иҫке бер ҡылды!
– Йөҙгә берәү тулмаҫ ҡылың менән
Бергә китһен кәңәш-аҡылың.
Туҡһан туғыҙ ялған ҡыл үргәнсе,
Торһон әйҙә ысын бер ҡылым!..
(“Бер ҡыл”).
* * *
Илебеҙ бер изге имән икән,
Һәр бер халыҡ – уның ботағы.
Мең тамырҙан сыҡҡан олон ғына
Мең йыл йәшәй ала ул тағы.
(“Илебеҙ бер изге имән икән...”).
* * *
Иңрәгәндәй баҡыр торбалар,
Көҙ һағышын ҡоя торналар...
(“Көҙ һағышы”).
* * *
Иптәшем, иң яҡын иптәшем яным-
да. Кем ул? Ул – китап. Унһыҙ инде
тора алмай башланым.
(“Көндәлек яҙмалар”. 1. I. 1947).
* * *
Ир ҙә илай,
Күҙ йәштәре ирҙең
Елгә осмай,
Һеңә еренә.
Тик күрһәтмәй ирҙәр
Күҙ йәштәрен,
Илгә түгел, хатта йәренә.
(“Ут илауы”).
* * *
Ир-егеттең яуға китеүҙәрен,
Уҡ-һаҙағын аҫып, ҡалъянын,
Һөйләһә тик һөйләр ҡурай ғына,
Һөйләй алмаҫ уны тальяның.
(“Ир-егеттең яуға китеүҙәрен...”).
* * *
Ир иңендә ил ятыр,
Ил ятмаһа, бил ҡатыр.
Биле ҡатҡан ир-егеттән
Гүргә илтер сир матур.
(“Үткәүелкәйҙәрҙе үтербеҙ...”).
* * *
Ирлек булһын шағирлыҡта.
Шағирлыҡта ирлек булмаһа,
Ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән,
Дөрөҫ һүҙең инде һуңлаһа?!
(“Ирлек булһын шағирлыҡта...”).
* * *
Иҫ киткес һеҙ, ҡунаҡ булған ерҙәр,
Тик, тыуған ер, әйҙә, мең йәшә!..
(“Һағыш”).
* * *
Их, көндәлегем! Бөтә булған тойғо-
ларҙы, кисерештәрҙе тик һинең
менән генә уртаҡлашырға мөмкин.
Сөнки һинән башҡа иң яҡын кешене,
иң аңлай торған иптәш тапмайым.
(“Көндәлек яҙмалар”. 26. III. 1948).
Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ
алып бара.