29.01.2016 Рәми Ғарипов. Фекерҙәр һәм афоризмдар
Абынмаҫҡа аяҡ аҫтын ғына
Ҡарап баҫҡан йондоҙ күрәме?
Бер хыялһыҙ, йондоҙ күрмәй йәшәү
Кешегә һуң бәхет бирәме?
(“Көнләшмәсе бик һаҡ кешеләрҙән...”).
* * *
Ағай-эне талашыр,
Атҡа менһә ярашыр,
Дуҫ-иштәр бер талашһа,
Ғүмер баҡый талашыр.
(“Көндәлектәр”. 10. XII. 1969).
* * *
Аҙ булһа ла, күп булһа ла
Файҙалы эш яҡшыраҡ.
(“Көндәлек яҙмалар”. 3. V. 1948).
* * *
Ай-Ураҡты Сүкеш тешәгәнгә
Ерҙә тыуған тынмаҫ хәрәкәт.
Ураҡ менән Сүкеш йәшәгәнгә
Донъя – имен, ерҙә – бәрәкәт.
(“Ураҡ менән Сүкеш”).
* * *
Ай, Уралым, Уралым –
Ил һаҡлаған ҡоралым!
Ятып ҡалған төнөң бар,
Балҡып янған көнөң бар,
Мең йыл йәйгән түлең бар,
Түл йәйҙергән телең бар,
Телде һаҡлар халҡың бар,
Илде туплар хаҡың бар!..
(“Уйҙарым”).
* * *
Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
Сүкмәгәндәй ергә Уралтау,
Салауаттың йыры тынмаҫ илдә,
Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау.
(“Салауат батыр”).
* * *
Алдыҡ менән кеше ни һуң ота?
Күпме генә хәсрәт етмәһен,
Мин һаман да әҙер алданырға,
Тик ышаныс ҡына бөтмәһен.
(“Алдыҡ менән кеше ни һуң ота?..”).
* * *
Алмалағы алма төшө кеүек
Үҫә бит ул кеше фекере!..
(“Эй, тәнҡитсем, эй, күләгәм минең...”).
* * *
Алырымҡош менән Бирмәмҡош
Икән дәһә, ай-һай, был тормош.
(“Һуңғы хәбәр”).
* * *
Ат йөрөткән белә атты:
Артыҡ алтындан!
(“Атым”).
* * *
Ат кеше күңеленән айырылғыһыҙ һәм уны кешенән айырырға ярамай.
(“Көндәлектәр”. 26. I. 1955).
* * *
Ата аҡылын тотмаған,
Инә аҡылы йоҡмаған,
Ил ағаһын күрмәгән,
Ил инәһен белмәгән,
Илдең ғәмен ғәм күрмәй,
Илдең йәмен йәм күрмәй,
Беләгендә ғәр булмай,
Аҙғын булып йөрөр ул,
Ҡоҙғон булып үлер ул!..
(“Улыма”).
* * *
Ауыл ситендәге өйҙә йә бик ярлы, йә бик бай кеше йәшәй.
(“Көндәлектәр”. 29. VIII. 1961).
Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.