«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



24.08.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Һин специальносың буйынса кем?
– Мин – ҡара һәм аҡ бухгалтерия магистры.

* * *
Аквариум – ул бесәй­ҙәр өсөн интерактив телевизор.
* * *
Яңы өйләнешкән пар сәйәхәткә китә. ҡәйнә кеше улынан: «Әсәй, борсолма, минең бөтәһе лә яҡшы. Тамағым туҡ, өҫтөм бөтөн, кәләшемдән дә ҡәнәғәтмен», – тигән хат ала.
– Бына бит, – ти әсә, ҡәнәғәтһеҙлек менән. – Өйләнешеп тә өлгөрмәнеләр, ә ул улымды алдашырға ла өйрәткән.

* * *
– Ни өсөн ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәй икән?
– Сөнки уларҙың ҡатындары юҡ.

* * *
Яҙыу өҫтәлемдә супермаркеттан алынған чек килеп сыҡты. Шул тиклем оҙаҡ баш ваттым, «шишкина любовь» тип исемләнгән нимә һатып алдым икән, тип. Аҙаҡ көс-хәл менән айышына төшөндөм, ул кассир ҡыҙҙың исем-шәрифе икән.

* * *
Ашҡаҙан – яҡшылыҡты хәтерләмәй һәм көн һайын талап итә лә итә.

* * *
– Ғәлиә, бөгөн минең ата-әсәйем театрға китәсәк...
– ҡунамы ни?
– Юҡ, ял көндәренә генә.
* * *
Фатирҙа телефон шылтырай. Эт трубканы ала:
– Гав!
– Алло!
– Гав!
– Алло, аңлашылмай, хәрефләп әйтегеҙ әле!
– Гөлшат, Азамат, Вәлимә...
* * *
Хайуандар йыйылып ҡунаҡта ултыра. Бер заман ҡуян ишекте тибеп аса ла, арыҫлан эргәһенә килеп:
– Әйҙә сығайыҡ әле, – ти.
– Әйҙә, – ти арыҫлан.
Бер аҙҙан арыҫлан ҡанға батып, йөҙө сыйылып килеп инә. Хайуандарҙың иҫе китә. Аптырап, нимә булыуы хаҡында һорашалар.
– Уның крыжовник араһына инеп ҡасырын кем белгән, – ти арыҫлан, ырылдап.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға