«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Урғыла хис – саф аһәң…



22.01.2016 Урғыла хис – саф аһәң…

Гөлнур ЯҠУПОВА

Болонда болан…

Урғыла хис – саф аһәң…Күңелем болон ине,
Һөйгәнем болан ине.

Дуҫ тигәндәр көнләште,
Илгә ғәйбәт өләште –
Бер көтөү улар булған,
Болонға килеп тулған.

Тапанылар болондо.
Тапманылар боланды.

Болонда серле мөйөш –
Боландың өйө, имеш.
Асылмай ишек унда,
Асҡысы минең ҡулда.

Дуҫтарҙан биҙҙе йәнем,
Иланым – hиҙҙермәнем.

Күңелем минең – болон.
Һөйгәнем минең – болан.

Минең айым

…Төнгә индем
Серле төнгә:
Йөрәгеңде
Ас, тип, миңә
Ай нур һуҙҙы –
Алтын энә.
Арбай-арбай,
Ҡаҙай, буғай,
Энәһен,ай!
Йөрәк серем –
Һағышымды
Һурыр-һурыр…
Һәм һарғайыр.
Ай – наркоман,
Ә мин – донор.

Шарап

Эңер һарҡыуында,
Шәмдәл балҡыуында
Ялтыр күлдәк кейәм,
Ялтыр һүҙҙәр сөйәм.

Ишегемде асам,
Һөймәгәнде ҡосам…
Йөрәгемдә – һағыш,
Һәм ул шундай таныш.

Нескә ауҙар үрәм,
Үтәләйгә күрәм:
Шарап ҡояһыңмы,
Ауҙы тояһыңмы?

Шарап күбекләнә,
Телдәр ебәкләнә.
Алдайһың һин мине,
Алдайым мин һине...

Йөрәгемдә – һағыш,
Һәм ул шундай таныш.
Их, иҫерткес күбек –
Беҙҙең уйын кеүек...

Ун етелә

... Еләк йыям. Баш осомда
Бал ҡорто оса безләп,
Болонда сәскә бөткәнме,
Мине килгәнсе эҙләп.

Күңелемдең аяҙ сағы,
Шаян һүҙ тел осонда:
Һиңә тигән сәскә бүтән,
Мин түгел, тим, ос шунда!

Бал ҡорто осто йүкәгә,
Ә мин – хыял иленә...
Бармаҡтарым еләк тирә,
Уйым кемдә – бел генә!

Елме әллә бер - берәүме
Толомомдо уйната?
Ун ете йәшлек башымда
Абау, ниндәй уй ята.

Һин, бер - берәү,
ҡайҙаһың, әү?!
Исемең кем, исмаһам?
Һөйөү көтәм, күкрәгемдә
Урғыла хис – саф аһәң...

Ялған

Усағым– ут-ялҡын,
Ниңә һуң боҙ-һалҡын
Үҙәккә үк үтте,
Елеккә үк етте?
Йылы көттөм-көттөм,
Тамам туңып бөттөм.

Берәү әйтте көлөп:
Ошомо ни көнөң?!
Нимәһе оҡшамай,
Хаҡ көнөм ошо шул!
Үҙемдең усағым,
Һыйыныр ҡосағым…

Тик һаман ҡалтырап
Мин өшөп ултырам.
Баҡтиһәм,
Һүрәткә,
Ә түгел йөрәккә,
Мин икән бағынған–
Усағым бит ялған!

Һүрәт шул–уйынсыҡ…
Йылытмаҫ ул усаҡ.
Их, минең йүләр саҡ!

Үс

Үсектем мин hиңә!
Үс иттем:
Хис йәдкәрен ваттым,
Көс етте.
Утҡа яҡтым ватып,
Көл иттем.
Эҙҙәреңә
Услап көл hиптем.
Көлгә ҡарап
Үҙем ант иттем:
Мин оноттом hине,
Оноттом!
Кем көлә ул?
Көлмө?
Мөмкинме?!
Көлгә ҡалды
Һинме?
Йә минме?!
… Хис йәдкәрен
Көлдән эҙләнем,
Көлгә батты
Текә теҙҙәрем.

Төңөлөү

Алдандым шул.
Их, алдандым,
Ҡурҡаҡ бәпкә бәпләп.
Нығытманы ҡанаттарын,
Һауаламай бәпкәм.

Харап ҡына иттең, тиеп,
Инде бәпкәм илай.
Ә күктәрҙә мине арбап,
Ҡыйғыр бөркөт дулай.

Йә, илама,
Тәүәккәллә —
Тәҙрәләрем асыҡ:
Унда киңлек,
Унда – ирек,
Рөхсәт итәм,
Бар, сыҡ!

Сыҡмайһыңмы?
Осмайһыңмы?
Кил ҡуйынға, бәпкәм.
Һүреләйек…
Мин төңөлдөм —
Бөркөт бул, тип әйтмәм.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға