15.01.2016 Фәрит ӘХМӘҘИЕВ. Электрон быуат
1.
Беҙҙең электрон заманда,
Интернет селтәре араһында,
Яңғыҙ булып ҡалдың, кеше –
Ҡурсаҡ булып иблис ҡулында.
2.
Ысын ғүмер осоп үтте күҙ
йомғансы,
Битлек кейеп алдың “ник” – һаҡсы.
Интернет селтәренә эләгеп
буталдың –
Үҙ йөҙөңдө бөтөнләй юғалтҡансы.
3.
“Контакт”та дуҫтарың менән бергә
Күрешәһең быяла аша көн дә.
Һин аңларға тейеш, минең дуҫым –
Һин күләгәләр араһында күләгә.
4.
һин арының йөрәк яраларынан,
Өмөт менән ҡарайһың экраныңа.
Алтын балыҡ йөҙә селтәрҙә –
Һин уларға ҡарап алданма.
5.
Матур ғына йөҙ күрҙең экранда,
Ләкин кем һуң ул ысынында?
Йәшме, ҡартмы – белеп булмай –
Кем йәшенгән битлек аҫтында?
6.
Телефонһыҙ инде береһе лә
ҡалмаған.
Кеҫәһенә һалған, муйынына
таҡҡан.
Кемдер ала уны һуңғы юлға –
Кем генә смс ебәргән ожмахтан?
7.
Ҡайнай тормош бөгөнгө ҡалала,
Халыҡ урамда юҡҡа ҡабалана.
Тығыҙлыҡ эсенә эләктек,
һуңланыҡ –
Беҙҙе дөйә уҙып китә ала.
8.
һүҙ бирҙем бүтән кредит алмаҫҡа,
Һаулыҡты ул бигерәк ҡаҡшата.
Процент түләү үҙе гонаһ –
Түләү көнө көтә беҙҙе яуапҡа.
9.
Ер оҡшаған компьютер дискына,
Беҙ вирустар түгелме һуң бында?
Беҙ бер-бер артлы китәбеҙ
сыйылдап,
Программа шул дискыны
таҙартҡанда.
10.
Ете гонаһ яҙылған китапҡа,
Ете ғазап көтә һине тамуҡта.
Кодтарҙы ват та яҙмышыңды
кире яҙ –
Һин, хакер булараҡ, ҡурҡып торма.
11.
Кеше кодтарын емереп асһаҡ,
Айныу дарыуы кәрәкмәҫ шул саҡ.
Гел шатлыҡтан иҫереп йөрөрбөҙ –
Тормошобоҙ күнелле буласаҡ.
12.
Уйында ҡуйылған дәрәжә,
Килеп сыҡмай уны үтергә.
“Үлемһеҙлек” режимын ҡуйһаң –
Был уйында һин тиң Тәңрегә.
13.
Бер сәғәт эсендә түбәне алырға
Ҡушалар миңә ҡыҙыҡ уйында.
Мин һуғыш суҡмары, минең
һалдаттар –
Түбәне алалар биш минутта.
14.
Хоҙай һинең һымаҡ “компта”
уйынсы.
Уның өсөн ҡояш этәргес биреүсе.
Был уйынға беҙ ҡыҫылмайыҡ –
Уйнаһын гарантия сыҡҡансы.