«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Фекерҙәр. Афоризмдар. Назар Нәжми 3



18.12.2015 Фекерҙәр. Афоризмдар. Назар Нәжми 3

Ысын дуҫлыҡ һәр саҡ асыҡ йөҙлө,
Бер хәйләһеҙ һәм бер эскерһеҙ.
(«Осетин дуҫтарыма»).

* * *
Ысын талант бер ваҡытта ла маһаймаясаҡ.
(«Сәнғәттең милли тәбиғилеге»).

* * *
Ысын шағир – үҙ халҡының, үҙ еренең вәкиле, уның намыҫы һәм күңел күҙе.
(«Шағир бүләктәре»).

* * *
Эҙләгән – сабыр була,
Һөйгәнен табыр була.
(«Их, шишмәһе, һыуҙары!»).

* * *
Эҙләп тапҡан бәхет – бәхеттер ҙә,
Яулап алған бәхет ҡәҙерле.
(«Миңә бит һин еңел бәхет түгел»).

* * *
Эй балалыҡ! Бер ҡатлылыҡ!..
Гел ихлас йыуаныуҙар!
Хыялда юҡты бар итеп,
Юҡ-барға ышаныуҙар!..
(«Ел тоғо»).

* * *
Эй дөрөҫлөк! Ә бит һин генә шул
Ҡойроҡтарҙы ҡырҡа алаһың!
Әммә ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы,
Әллә нишләп һуңға ҡалаһың.
(«Ҡойроҡ»).

* * *
Эй, игенсем! Һинекенә оҡшаш
Ғүмеремдең бөтә шөғөлө.
Мин дә иген игәм, тик баҫыуым,
Тупрағым тик кеше күңеле.
(«Игенсе менән шағир»).

* * *
Эй йөрәгем, үҙең нимә ҡылһаң,
Донъям шуны ҡылыр.
(«Йөрәгемә»).

* * *
Эй, йәшлектең ихлас ғазаптары...
Кем йөрәген улар өтмәгән.
(«Шатланыр, тип һин уйланың, буғай...»).

* * *
Эй матурлыҡ! Үҙ-үҙеңә генә
Матурлыҡ булған хәлдә,
Кем өсөндөр ҡорбан булмауың да
Бәхетһеҙлекме әллә?
(«Яңғыҙ матурлыҡ»).

* * *
Эй мөҡәддәс әсә күкрәк һөтө,
Әсә теле, әсә күңеле,
Һеҙҙә – тупраҡ, нигеҙ һәм сығанаҡ,
Йәндәргә йән биргән бер тибеш.
(«Иблис»).

* * *
Эй мөхәббәт! Һинең һулышыңда
Ғашиҡ талант ҡалмай билдәһеҙ.
(«Фонтен де Ваклюзе»).

* * *
Эй, сәңгелдәк! Әсә ҡулдары бит
Тейгәнгә ул изге, берҙән-бер.
Үҙе әсә, сәңгелдәк тә үҙе
Мәрхүмдәргә лә шул тыуған ер!
(«Космонавтар әйтә:
«Ергә төшкәс...»).

* * *
Эй тыуған ер, ғүмер-ғүмергә
Үҙең илһам һәм йыр шағирға.
(«Мин китмәксе булдым...»).

* * *
Эй, һалдат тормошо!.. Самолеттар бомба ташлап киткәс, сығабыҙ ҙа ҡурай еләге ашайбыҙ, юнкерс яңынан урап килә башлаһа, тағы окопҡа инәбеҙ.
(«Һуғыштың бер көнө»).

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев
алып бара







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға