26.11.2015 Үҙ һүҙен әйтер әле
Эльмира Ибраһимова. Был исем гәзит-журнал уҡыусыларға тәрән мәғәнәле, үткер тәнҡитле, күңелгә дәрт өҫтәүсе яҙмалары менән илһам биреп торһа, яңы жанрҙа ижад итеүгә тотоноп, күңелдәрҙә илһам, ышаныс һәм өмөт уятты.
Һуңғы бер нисә йылда Эльмира матур әҙәбиәт өлкәһен яулай, яҙыусылыҡ баҫҡыстары буйлап юғары үрләп килә. Уның ижады уҡыусы күңеленә яҡын. Уҡыйҙар, үҙ аудиторияһы тулылана тора. “Кем был йәш яҙыусы?” – тигән ҡыҙыҡһыныу менән китаптарын ҡулға алып уҡыусылар милли баҫмалар менән ҡыҙыҡһыныусы дуҫтарыбыҙ араһында ла арта бара. Сер түгел, хәҙер ижад итеүселәр күп. Ләкин һәр ижадта ла үҙ тауышың, үҙ моңоң, үҙ фекерең – барыһынан да айырылып торорҙай, һинеке генә булырға тейеш.
Быға тиклем Эльмира Ибраһимованы ике китап авторы булараҡ белә инек. “Йәштәр тауышы” циклында беренсе әҫәрҙәре донъя күреп, күп тә үтмәне, “Наҙҙар ҡала яҙҙарҙа” (пьесалар) һәм “Һөйөү хаҡы” (мөхәббәт тарихы) китаптары авторы булараҡ танылды ул. Ә инде һуңғы ваҡытта үҙен яңы жанрҙа ярайһы уҡ уңышлы асмаҡсы тип әйтеп булалыр. Уның әҙәби эшмәкәрлегендә, миңә ҡалһа, иң ҡыҙыҡлыһы, йәш авторҙың ҡурҡмайынса иң ауыр ижад жанрына – драматургияға тотоноуындалыр.
Яҙыу – бер хәл. Ә бына һинең йәмғиәткә һөрән һалырға теләгән фекереңде ишетеүсе табылырмы? Ишетерҙәрме, ҡабул итерҙәрме, аңларҙармы? Бына бит мәсьәлә?! Быны ике бәхетле осраҡ берлектә хәл итә алалыр, беренсеһе, билдәле, авторҙың ижади һәләте булһа, икенсеһе “тейешле кешеһенә эләгеү”ҙер.
Эльмираның да “Наҙҙар ҡала яҙҙарҙа” пьесалар китабы осраҡлы рәүештә генә Сибай концерт-театр берләшмәһенең “Сулпан” театрының баш режиссеры, Башҡортостандың халык артисы Вәкил Йосоповҡа эләгә. Һәм инде сибайҙар быйыл яҙғыһын нәҡ Эльмираның эшен сәхнәләштереп, сираттағы ижад миҙгелен бик уңышлы йомғаҡлап ҡуйғайны. Ни өсөн Эльмира Ибраһимованың пьесаһы буйынса эшләүен ул саҡта Вәкил Барый улы былай тип аңлатты:
– Мин ҡайҙа йөрөһәм дә, пьеса китаптары һатып алам. Һәр авторҙың эше менән танышып барам. Өфөгә бер барыуымда нәҡ Эльмираның китабы ҡулыма эләкте. Бер тында уҡып сыҡтым да, уйға ҡалдым. Авторҙың әйтер һүҙе бар, ысынлап та, был әйберҙәрҙе сәхнәгә ҡуйырға була, тигән һығымтаға килдем. Әлбиттә, драматург яҙғанса ғына булмай. Режиссер уны сәхнәлә үҙенсә күрә. Был осраҡта ла шулай булды. Эльмира актуаль теманы күтәргән – ауылда ҡыҙҙар ҡалмай, ауыл тулы буйҙаҡтар ғына... Килеп сығырға тейеш, тинем үҙ-үҙемә һәм эшкә тотондоҡ. Юлай Моратов музыкаһын яҙҙы, йыр текстарын Мотал Рәмов ижад итте. Мюзикл, тип яҙһаҡ, халыҡ аңламаҫ тип, афишаға музыкаль комедия тип ҡуйҙыҡ. Тамашасылар спектаклде бик оҡшатты, актерҙар уйынын аңлап, пьесала әйтелергә тейешле теманы яратып ҡабул итте.
Драматургия – бик ауыр жанр бит ул. Еңел генә драматург булып китеп булмай. Ә Эльмира теманы тота белә. Иҫәнлек булһын, киләсәктә башҡа әҫәрҙәре буйынса ла эшләрбеҙ. Был уртаҡ эшебеҙ менән Өфө тамашасыһын да һөйөндөрмәксебеҙ.
Фәрештәнең “амин” тигән сағына тура килгәндер Вәкил Барый улының был уй-теләктәре. Күптән түгел Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сибайҙар алып килгән “Ҡунаҡ ҡыҙы Ынйы йәки “Операция Б” спектакле ҙур уңыш менән үтте. (Б – буйҙаҡтар тигәнде аңлата – авт.) Быйыл да коллектив үҙҙәренә хас булмаған яңылыҡ менән сығыш яһаны. Был көндө театрҙа булған халыҡ ике сәғәткә булһа ла тормош ығы-зығыһынан айырылып, иркенләп ял итте. Тормош – ул театр, тибеҙ. Ә бына был театрҙа ысын тормош сағылыштарын күреп рухланған халыҡ ихлас ял миҙгелдәрен кисерҙе. Әлеге комедия иһә нәҡ шундай маҡсаттан сығып ижад ителгән дә. Автор тәү ҡарашҡа көлкөлө күренгән, ә ысынбарлыҡта күптән саң һуғырлыҡ проблемаларҙың береһен күтәргән. Ә режиссер артистар менән бергәләп был мәсьәләнең ни ҡәҙәр актуаль булыуын тағы ла тәрәнерәк асып биреүгә өлгәшкән. Шулай итеп, концерт көткәндә театр ҡуйып, сибайҙар “Ҡунаҡ ҡыҙы Ынйы йәки “Операция Б” спектакле менән ҙур уңыш ҡаҙанды. Тәжрибәле тамашасы беренсе минуттарҙа уҡ сюжеттың ҡайһы яҡҡа барыуын аңлап, мотлаҡ авторҙың кемлеге менән ҡыҙыҡһына. Ахырҙа, иң беренсе авторға, унан һуң уны ҡуйыусы режиссерға ҡарата фекер йомғағы төйнәлә. Уның йә рәхмәтен, йә тәнҡитен көт тә тор. Ә сибайҙар алып килгән күстәнәстән һуң тәьҫораттар, фекерҙәр иһә йәш автор, башлап яҙыусы драматург Эльмира Ибраһимова һәм тәжрибәле режиссер Вәкил Йосопов файҙаһына, гел “плюс”.
Беренсе китабындағы беренсе пьесаһының башлап Сибай филармонияһы сәхнәһендә уйналыуына ла ҙур ҡәнәғәтлек кисергәйне Эльмира. Вәкил Барый улының ижади төркөмөнөң был уңыштары тағы ла ҙурыраҡ һөйөнөстәр алып килде. Йәш автор ҡәләменән төшкән әҫәрҙең республиканың иң ҙур театры сәхнәһендә уйналыуы – автор өсөн дә, ижади коллектив өсөн бик ҙур мәртәбә. Иң мөһиме, талапсан Өфө тамашасылары ла спекталде бик йылы ҡабул итте. Тамашанан һуң тыуған фекерҙәрҙе белеү ҙә ҡыҙыҡлы. Шул уңайҙан Эльмираның остазы, күренекле драматург, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Әсҡәт улы Ғәйетбаевҡа мөрәжәғәт иттек. Уның рухландырғыс фекерҙәре Эльмира Ибраһимованың үҙенә лә гәзит аша яңылыҡ булып барып етер һәм яңы ижад илһамы өҫтәр, тип ышанам.
– Бик ваҡытлы мөрәжәғәт иттегеҙ әле, рецензия яҙырмын тип тора инем, – тип башланы һүҙен танылған драматург Наил Ғәйетбай. – Бик оҡшаны. Пьесала хәрәкәт бар, ҡыҙыҡлы, йәнле сюжетҡа ҡоролған. Уның нигеҙендә беҙгә бик таныш, актуаль ауыл проблемалары ята. Иң мөһиме – характерҙар асыла. Уны тамашасыға еткереүҙә актерҙар Ғаяз Ғәйетбаев һәм башҡалар оҫталығын күрһәтте. Һәләтле режиссер Вәкил Барый улы, ысын профессионал булараҡ, шундай мезансцена ҡорған. Актерҙар уйынында һүҙгә баһа биреү бик дөрөҫ ҡуйылған. Һәйбәт эшләнгән, профессионалдарса. Бында режиссерҙың ҙур хеҙмәт өлөшө бар.
Ә Эльмира – маладис, матур тема тапҡан. Барыбыҙҙы ла борсоған тема был. Халыҡ бик яратты. Хәҙер беҙҙең театрҙарҙа бөтөнләй аңлайышһыҙ спектаклдәр бара. Теләһә ниндәй репертуар менән тамашасыны театр иленән өркөтөп бөтөрҙөләр. Ә бына “Ҡунаҡ ҡыҙы Ынйы йәки “Операция Б” – күңелгә оҡшай торған тамаша. Ул ҡалалар һәм райондарҙа ла күрһәтелһә, бик шат булыр инем. Шундай спекталдәр ҡуйылыуына һоҡланам. Халыҡ күңеленә оҡшаған тамаша күптән кәрәк ине.
Алһыу ТӨХВӘТУЛЛИНА.