«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Әсәй була берәү генә



26.11.2015 Әсәй була берәү генә

Әсә кеше бер ваҡытта ла балаһына насарлыҡ өсөн әйтмәй. Улар күңелен мәлендә аңлай ғына белергә кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр әсәйҙәрен үҙҙәре әсәй булғас ҡына аңлай. Бәғзеләре әсәйҙәренең барлығын да онота. Әсә менән бала араһындағы йылылыҡ, күңел усағы бер ваҡытта ла һүнмәһә икән.


Әсә кеше йәнен бирә балаларға,
Ай, баланың күңелкәйе башҡаларҙа.
Һәр ҡайһыһы үҙенә табан тарта юрған,
Мин-минлектән еңелеүҙәр,
ай-һай, яман.
Үҙебеҙсә дөрөҫбөҙ шул һәр ҡайһыбыҙ,
Әсә кеше йәнен аяр, йә, ҡайһығыҙ?
Ҡай бармаҡты тешләһәң дә, ауырта, тип,
Әсә кеше һаҡлап тора дауылдан бит.
Тормош бит ул һин әйткәнсә генә бармай,
Ҡабаланып бешеп ҡуйма,
ай, һин улай.
Сабырлыҡтың төбө – алтын, аңла шуны.
Бер ваҡытта онотма һин тик ошоно.
Ризалыҡ ал әсәйеңдән һау сағында,
Еңел булыр күңелеңә шул сағында.

Вәхизә ЯЗАҒОЛОВА.
Бөрйән районы,







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға