«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Назар Нәжми



27.11.2015 Назар Нәжми

Назар НәжмиҺәр кемдең үҙ алтыны булырға тейеш.
(«Гармунсы дуҫ»).

* * *
Һәр кемдең үҙ көйө барҙыр.
(«Шул көйө ҡалһын»).

* * *
Һәр кемдә тел – бөйөк әсә теле
Әсә һөтө менән асыла.
(«Тыуған ер-һыу – үҙе бөйөк
мәктәп...»).

* * *
Һәр ҡәбер – ерҙең яраһы,
Уңалмай торған яра.
(«Кәкүк тауышы»).

* * *
Һәр нәмәлә шиғыр ята,
Әгәр күрә, тоя белһәң,
Күргәнеңде йөрәгеңдә
Шиғыр итеп ҡоя белһәң.
(«Һәр нәмәлә шиғыр ята...»).

* * *
Һәр нәмәнең, беләм, сиге бар,
Йомроноң ғына сиге юҡ.
(«Офоҡ»).

* * *
Һәр нәмәнең сиге булмай булмай –
Сикләй ала әҙәм ут юлын.
Һине күргәс кенә аңланым мин
Матурлыҡтың сиге юҡлығын.
(«Дүрт юллыҡтар»).

* * *
Һәр нәмәнән ауыҙ йырып көлөү менән донъяны күңелләндереп булмай.
(«Яҙғы йыр»).

* * *
Һәр осҡан ҡош түгел ыласын.
(«Шиғыр яҙған һәр кем шағир түгел...»).

* * *
Һәр таланттың ерҙә үҙ урыны бар.
(«Сит тел аша...»).

* * *
Һәр тел бөйөктөр ул үҙенсә.
(«Иблис»).

* * *
Һәр телдең бар тыуған иле.
(«Татар теле»).

* * *
Һәр төрлө хәшәрәт йәшәй,
Йәшәүҙәре лә хаҡтыр.
Тик уны ҡан эсмәҫ элек
Юҡ итеү яҡшыраҡтыр.
(«Серәкәй»).

* * *
Һәр халыҡтың була үҙенә хас
Йән күрке һәм холҡо ҡанында,
Ә башҡорттоң көслө теле үҙе
Көсһөҙ кеүек улар алдында –
Һүҙҙәр менән әйтеп биреп ҡара
Ҡурай моңон, өзләү хикмәтен,
Ҡатмарлыҡты ябайлыҡта күреп,
Хайран ҡалды бөтә сит мәкин*.
(«Урал»).
*Үҙен оло тотоусы (ғәрәпсә).

* * *
Һәр халыҡтың тик үҙ, үҙ моңо бар.
(«Иблис»).

* * *
Һәр халыҡтың, һәр милләттең ерҙә
Үҙ тамыры һәм үҙ олоно.
Һәр береһе үҙенсә бит бөйөк,
Бәләкәйме йәки оломо.
(«Тере ҡан»).

* * *
Һәр һалдаттың яуҙа үҙ яҙмышы һәм үҙ һуғышы.
(«Тере ҡан»).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға