21.11.2015
ҠАПҠАН
Грузин яҙыусыһы Реваз Мишвеладзе төрлө әҙәби жанрҙарҙа эшләй, хикәйәләр, пьесалар, киносценарийҙар яҙа. Уның әҫәрҙәре рус, француз, инглиз, немец, испан, фарсы, әрмән, япон, болгар, украин, әзербайжан, вьетнам һәм абхаз телдәренә тәржемә ителгән. Шота Руставели, Илья Чавчавадзе, Акакий Церетели исемендәге премиялар лауреаты.
Утыҙ туғыҙ йәшлек буйҙаҡ Рафиэл Зумбадзены ҡыҙ ҡарарға алып китеп баралар. «Баралар» тигән һүҙҙе тиктәҫкә генә ҡулланманым, сөнки көс-ҡеүәте ташып торған фармацевтың да, ҡәҙерле уҡыусым, мин һине рәнйетергә йыйынмағандай, өйләнеү теләге юҡ самаһында ине. Шулай ҙа ул ниндәй генә һылтау уйлап тапмаһын, ваҡытты нисек кенә һуҙмаһын, барыбер ҡотола алманы. Рафиэлдың туған-тыумасаһы һәм дуҫ-ише (бигерәк тә класташы, өс бала атаһы Гизо Шавдиа) уны нисек тә өйләндерергә булды. Бына шуға ла дарыухананың алдынғы хеҙмәткәренә һуңғы өс айҙа етенсе тапҡыр ҡыҙ ҡарарға барырға тура киләсәк. Рафиэлды өйләндерергә ынтылыштарҙың алдағы алтыһы, кейәүҙең бәхетенә күрә, уңышһыҙ килеп сыҡты. Беренсе тапҡыр ул кәләшкә оҡшаманы, икенсе мәртәбә ҡыҙҙың әсәһе ҡырҡа баш тартты, ә дүрт осраҡта Зумбадзе үҙе тиҫкәреләнде: «Оҡшамай, күңелемә ятмай ул минең – хет үлтерегеҙ. Гизоға нимә! Уға түгел, ә миңә йән тартмаған ҡатын менән йәшәргә тура киләсәк. Янып барамы әллә, ниңә боғаҙға бысаҡ һалаһығыҙ? Саҡ ҡына сабыр итегеҙ, баш-күҙ алырға форсат бирегеҙ, йүнлерәге табылыр, бәлки». Рафиэлдың йөрәге таштан яралмағайны, йыш ҡына хаҡһыҙ кире ҡағылған ҡыҙҙың ялбарыулы ҡарашы йоҡларға ирек бирмәне. Әммә уның өйләнгеһе килмәне, шуға ла, яҡындары нисек кенә тырышмаһын, әлегә ҡәҙәр эш бешмәне. Күпме генә әүрәтмәһендәр, әйткәндәре бер ҡолағынан инде, икенсеһенән сыҡты. Ни өсөн өйләнгеһе килмәгәнен ул үҙе лә йүнләп аңламай ине. Тормошо үҙгәрер, бәхетле ирәүән осор бөтөр, иңенә ауыр йөк ятыр кеүек тойолдо.
Сапрасиянан Гагнидзе ғаиләһен Гизо эҙләп тапты. Ер эштәре белгесе Тариэл Гагнидзеның ҡыҙы Шорена, педагогия училищеһын тамамлап, Багдад башланғыс мәктәбендә балалар уҡыта икән. Ҡыҙ бик яҡшы ғаиләнән, төҫ-ҡиәфәтенә тел тейҙергеһеҙ, ғиффәтле тип ышандырҙы Гизо (һуңғы төшөнсә имеретиолар өсөн киң мәғәнәгә эйә һәм мин, әҙәп һаҡлап, уны тәфсирләп тормайым). «Бөгөн һинең, ғөмүмән, өйләнергә ҡулыңдан киләме-юҡмы, ир-егет булып тыуғанһыңмы икәнлегең асыҡланасаҡ!» – тип ҡырт киҫте Гизо. Ҡыҫҡаһы, дуҫтар, ҡулдарынан килгәнсә, Рафиэлды өгөтләне һәм оялтты. Уны ҡырындырҙылар, кейендерҙеләр, әле иһә «ирәүән кейәү»ҙе Сапрасияға алып китеп баралар. «Хоҙайым, ҡотҡар һәм ярлыҡа!» – тип уйланып, Рафиэл юл буйы машина тәҙрәһенән Сагория имәндәренә мыштым ғына ҡарап барҙы. Эйе, уны Алла ярлыҡаһын берүк, сөнки әле фармацевт балалыҡ дуҫы Гизо Шавдианы ен урынына күрә: «Өс балаһы бар, үҙе телевизорҙан футбол ҡарарға ла ваҡыт еткерә алмай, дуҫтарын бөтөнләй онотто – хәҙер миңә ҡамыт кейҙерергә маташа!» Ул ғаиләле ҡустыһы Датунды ла әрләй, хатта тормошҡа сыҡмаған апаһы Вераға ла – Сапрасияға сәфәргә ҙур өмөт бағлап, әле «Жугили»ҙа барыусыларҙың бөтәһенә лә асыулы. «Һеҙҙеңсә килеп сыҡмаясаҡ», – тип уйлай Рафиэл, күңеленән булһа ла үҙ фекерен белдереүенә ҡыуанып бөтә алмай.
Гизо килеп туҡтау менән, йәшелгә буялған ел ҡапҡанан бер малай килеп сыҡты. Ул асфальтҡа һөйрәтеп, ҙур ҡапҡаны шар асып ебәрҙе лә, ҡулдарын ҡыҙыл күлдәгенә һөрткөләгәс, аш-һыу аласығынан ҡунаҡтарға ҡаршы ашығыусы Тариэлға баҡты.
– Ишек алдына ин, ҡәҙерле Гизо! Ишек алдына! Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар! – Хужа иң тәүҙә Вера апай менән ҡул биреп һаулыҡ һорашты.
– Ярай, бында ғына торһон, – Гизо машинанан төштө лә ишекте асыҡ ҡалдырҙы. – Тариэл батоно*, был минең дуҫым Рафиэл Зумбадзе, ә был уның ҡустыһы Давид, ә Вера апай менән һеҙ таныштар шикелле.
– Эйе, ситләтеберәк танышбыҙ, – Гизонан тыш, башҡаларҙы тәүге мәртәбә күрһә лә, Гагнидзе ыңғай яуапланы.
Верандала уларҙы йылтырауыҡлы күлдәк кейгән, аҡ битле, сағыу иренле йәш ҡатын-ҡыҙ ҡаршыланы. Шоренаның күҙҙәре ғәҙәттән тыш хәйләкәр йымылданы, ул матур ирендәрен көлөп ебәреүҙән саҡ тыйҙы. Күренеп тора: ҡыҙ күҙләү уның өсөн дә яңылыҡ түгел. Ҡыҫҡа ғына ҡырҡылған тура ҡара сәс, ҡара ҡыйғас ҡаштар, ыҫпай йоҡа танау уны йәш күрһәтә, йыуан беләктәре генә Шоренаның күптән егермене уҙғанлығын һиҙҙереп тора ине.
Танышҡас, көн торошо, тегеһе-быныһы тураһында һөйләштеләр, шунан, алдан килешелгәнсә, хәл иткес әңгәмә өсөн кейәү менән кәләштең үҙҙәрен генә ҡалдырып, барыһы ла берәмләп бүлмәнән сығып бөттө.
Шорена, ҡулдарын күкрәгенә ҡуйып, һөйләшеү башланғанын көтөп, күҙҙәрен «Валаам ишәге» репродукцияһынан алманы.
Рафиэл, ҡыҙға ҡарап алғас, ҡәтғи рәүештә:
– Шорена, беҙгә асыҡтан-асыҡ һөйләшергә кәрәк, – тине.
Зумбадзеның һүҙҙәре янағандай яңғыраны.
Шорена уға табан боролдо.
– Йә әйт әле, быларҙың бөтәһе лә нимәгә? Күрәһеңме, донъяла нимәләр булып ята? Һәр кем үҙе өсөн генә яуап бирергә тейеш. Хәҙер балалар үрсетеү заманы түгел. Ҡайһылыр психтың башына ҡапыл нимәлер килеп, төймәгә баҫыр ҙа – балаларың һәм хәләлең менән бергә үҙеңдең дә эҙең ҡалмаҫ.
– Нимә һине шулай ҡурҡытты, һөйкөмлө кеше? – Шорена ят тауыш менән һорап ҡуйҙы.
– Гизо үҙенсә уйлай. Ә мин тормошҡа башҡасараҡ ҡарайым. Егерме биш йәштә өйләнеп, балалар булдырырға кәрәк булған. Ә хәҙер минең бындай йөктө күтәрерлек көсөм бармы ни? Мин былай ҙа аяғымда саҡ баҫып торам. Тиҙҙән ҡырҡ йәшем туласаҡ, күрәһеңме, башым йолҡонған ҡаҙҙыҡы кеүек.
Шорена уйға ҡалды.
– Һин, күреүемсә, аҡыллы ҡыҙ, мине дөрөҫ аңларға тейешһең. Мин ғаилә тормошо өсөн яратылмағанмын. Бала-саға, сир-сырхауҙар, дарыуҙар, сәңгелдәктәр, туған-тыумаса – быларҙың береһе лә минең өсөн түгел. Баҙарға йүгергеләп, һөткә сиратта тора алмайым. Аңлайһыңмы, тора алмайым! Мин былар өсөн яратылмағанмын.
– Ә кем мәжбүр итә һуң? – Ҡыҙ ситкә боролдо.
– Кем мәжбүр итәме? Өйҙә минең йәнемә тейәләр. Вера апайым – Тәңре язаһы ул. Үҙе кейәүгә сыҡманы, яңғыҙы үҙ күңелен күреп йәшәй. Ә минең миңрәү ҡустым нисегерәк бәйләнә: миңә ҡалала күренергә оят, һинең һаҙаған ир булып ҡартайыуың өсөн оялам, ти. Бына һиңә кәрәк булһа, бының нимәһе оят? Аллаһы Тәғәлә барыһын да ғаилә өсөн яралтмаған бит.
– Быныһы хаҡ.
Өмөтлө һүҙҙән ҡанатланған Рафиэл ултырғысын Шоренаға яҡыныраҡ шылдырҙы ла ҡыҙып-ҡыҙып һөйләргә тотондо:
– Һин – гүзәл ҡыҙ, мин һинән баш тарта алмайым, ләкин һинең менән минән бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Һинең урында Сибәрлек алиһәһе Мәрйәм үҙе булһа ла – миңә кәрәге юҡ. Мин, ғөмүмән, өйләнергә йыйынмайым. Бында үҙ ихтыярым менән килгән тип уйлайһыңмы әллә? Тиле Гизошка мине машинаға көсләп ултыртты. Хәҙер баш тартһам – мин уны беләм, ул мине дөмөктөрөр. Мине һин ҡотҡарырға тейеш.
– Мин ни эшләргә тейеш һуң? Күңелең ятмаған нимәнән һине Алла үҙе һаҡлаһын, – тине Шорена, уйсанланып.
– Үҙең Хоҙай рәхмәтендә бул! Мин быны аңлайым – һин аҡыллы ҡыҙ! Һин минән үҙең баш тартырға тейешһең. Шулай яҡшыраҡ булыр. Оҡшамай, тип әйт, уға барғансы, ҡойма һайғауына кейәүгә сығам, тиң. Минең менән мөмкин тиклем ҡырыҫ бул. Өйләнергә йыйынған хәлдә лә – мин һиңә ниндәй пар булайым инде? Мин ғаилә тормошо өсөн яраҡһыҙмын. Бер тапҡыр ҡустымдың улының сәңгелдәген тирбәткәйнем – башым шул тиклем әйләнде. Шундай кәмселекле кешеләр була ла баһа.
– Үтенесең ябай ғына ла баһа, – Шоренаның күҙҙәрендә шайтандар бейеште. Был йылмайыу йәлләү һәм уның хәленә инеү билдәһе булдымы йәки ҡыҙ унан көлдөмө – Рафиэл төшөнмәне.
– Мин һин миңә оҡшаның тип әйтәсәкмен, ә һин аяҡ терәп ҡаршы тор: теләмәйем, бөттө-китте! Улар минең әжәлемде көҫәйҙәр шикелле. Миндә өйләнеү ҡайғыһылыр шул! Төндәр буйы йоҡлай алмайым. Мин ауырыу кеше. Миңә табиптарға барырға кәрәк: һул бөйөрөм һыҙлап маҙама тейә, үт ҡыуығын да күптән алдырып ташларға ваҡыт.
– Һин үҙеңде тере килеш ерләмә инде.
– Дөрөҫөн һөйләйем. Ниңә алдашырға? – Рафиэл ҡуш ҡулын йөрәгенә ҡыҫты. – Мине һәләк итмә, Шорена. Минән ҡырҡа баш тарт. Һин аҡыллы ҡыҙ бит.
Шорена йылмайҙы, ҡарашын Рембрандт һүрәтенән алып, Рафиэлды тағы ла бер тапҡыр баштан-аяҡ күҙҙән кисерҙе.
– Ниңә һин минең менән һатыулашаһың, мөләйем кеше? Был хаҡта үтенмәһәң дә, мин былай ҙа баш тартырға йыйынғайным.
Фармацевт һикереп тороп, иренен ҡыҙҙың ҡулына тейҙерҙе.
– Хоҙай фатихаһында була күр!
* * *
...Гизо һүҙ һорағанда, Тариэл Гагнидзе ата-бабалар өсөн тост әйтергә йыйынғайны.
– Мине ғәфү итегеҙ, ҡәҙерлеләрем. Ләкин серҙәр һәм әйтеп бөтөлмәгән һүҙҙәр беҙгә төҫ түгел. Был өҫтәл артындағы кешеләрҙең бөтәһе лә – үҙебеҙҙеке. Беҙҙең бөгөн бында ни өсөн килгәнде барыһы ла һәйбәт белә. Нисек кенә булһа ла, бөтәһе бөгөн үк хәл ителә. Бындай эштәрҙә кисектереү – шайтанға табыш. Бына бында минең өсөн ҡәҙерле Рафиэл ултыра, һөйкөмлөләрҙән һөйкөмлө Шорена ла бында. Бәлки, бер аҙ ашығамдыр, ләкин мин тураһын һөйләүсәнмен. Был табын күңелдәрендә игелекһеҙ уйҙар йөрөтөүселәргә файҙа килтермәһен. Мин, Рафиэл, һиңә, айыҡ аҡыллы кешегә, мөрәжәғәт итәм. Был ҡыҙ һиңә оҡшаймы?
Рафиэл тирә-яғына ҡаранып алды ла башын түбән эйҙе:
– Эйе.
– Уны ҡатынлыҡҡа алаһыңмы?
– Алам, батоно, тик ул миңә кейәүгә сығырмы?
Вера апайҙың күҙҙәренә йәш тулды.
– Хәҙер һиңә мөрәжәғәт итәм, һеңлекәшем. Бына бында һинең ата-әсәң ултыра, беҙ ҙә бөтәбеҙ ҙә бында. Һәйбәтләп уйла ла, дөрөҫөн әйт: был кеше һиңә оҡшаймы? Һине бер кем дә ихтыярһыҙламай. Әммә эште оҙаҡҡа һуҙырға ла ярамай. Әйт, оҡшаймы? Уға кейәүгә бараһыңмы?
Табында ҡәбер тынлығы урынлашты.
Шорена петрушка япрағын өҙөп алып, ҡулында әйләндерҙе, Гизоға ҡарап йылмайғас, көс туплап, тын алды ла ҡыйыу ғына әйтте:
– Эйе.
Ҡыҙҙың яуабы Рафиэлға аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай яңғыраны. Маңлайына тир бәреп сыҡты, йөрәге дөп-дөп типте, ҡолаҡтары шауланы. Ул үҙен төп башына ултыртыуҙарын аңланы.
Уны ҡотланылар, ҡосаҡланылар, Гизо Шавдиа кейәү менән кәләш өсөн тост әйтте. Фармацевта өҫтөнә ябырылған күңел асыу шарлауығын тыйырлыҡ көс табылманы. Юғалып ҡалған Рафиэл урынынан тороп Шорена янына килде, ҡулын уның иңбашына һалып, ҡолағына бышылданы:
– Бына һин ниндәй «аҡыллы» икән. Тимәк, һеҙгә, ҡатын-ҡыҙға, бер нисек тә ышанырға ярамаймы?
Шорена уның ҡулынан һыйпап, донъялағы иң бәхетле ҡатын-ҡыҙ йылмайыуы бүләк итте.
...Туйҙы шәмбе көнгә, 1984 йылдың 8 сентябренә билдәләнеләр.
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.
*Батоно – грузинса «әфәнде», «хужа», «хөрмәтле кеше».