«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



20.11.2015 Мәҙәктәр

МәҙәктәрХужаның берҙән-бер атын урлайҙар. Йыйылған халыҡ Хужаны төрлөсә битәрләй икән:
– Аҙбарҙы ике йоҙаҡҡа бикләргә кәрәк бит.
– Ҡойманы бейегерәк яһар­ға ине.
– Аты бар кеше төндә үлек кеүек йоҡлап ятамы ни?
Хужа быларға сыҙап торған да:
– Йәмәғәт, мине ныҡ битәрләнегеҙ, ат урлаған кешене лә бер аҙ тиргәгеҙ инде, исма­һам, – тигән.
* * *
Батша үҙенең вәзире менән һунарға сыҡҡан. Көн бик эҫе булғас, кейемдәрен һалып, хеҙмәтсегә күтәрткәндәр. Быларға Хужа Насретдин осраған.
– Ҡара әле, Хужа әфәнде, беҙҙең хеҙмәтсебеҙ ниндәй көслө, үҙ елкәһендә бер ишәк йөгөн күтәреп бара, – тигән вәзир.
– Юҡ, әфәндем, хеҙмәтсегеҙ ике ишәк йөгөн күтәргән бит, – тигән Хужа.

* * *
Өйҙә телефон шылтырай. Трубканы бәләкәй малай ала.
– Атайың кәрәк ине, – тигән тауыш ишетә.
– Ул өйҙә юҡ, – ти малай.
– Ана бит, атайың диванда гәзит уҡып ята, – ти тегеһе, шаяртып.
– Атай, атай, мә, һине күрҙеләр инде, – тип трубканан ауыҙын алмайынса ҡысҡырған малай.

* * *
Төндә Хужаның балаһы илай башлай. Ҡатыны уны уятып:
– Был бала беҙҙең икебеҙҙеке. Яртыһы – һинең өлөш, яртыһы – минеке. Исмаһам, бер генә тапҡыр булһа ла һин дә тынысландырсы баланы, – тигән.
– Тәүҙә һин үҙ өлөшөңдө тынысландыр, һуңынан мин үҙемдекен тынысландырырмын, – тигән дә Хужа юрғанына төрөнгән.

* * *
ҡатыны үлгәс, Хужа бер тол ҡатынға өйләнгән. Көн һайын был ҡатын, элекке ирен иҫенә төшөрөп, илай ҙа илай икән. Көндәрҙең береһендә Хужа уға ҡушылып илай башлаған. Ҡатыны, быға аптырап:
– Мин, исмаһам, элекке иремде һағынып илайым, ә һин ниңә илайһың? – тигән.
– Мин дә һинең иреңде иҫкә төшөрөп илайым, – тигән Хужа. – Ул үлмәгән булһа, мин һиңә өйләнмәгән булыр инем бит…

* * *
Әсәһе бәләкәй улын теш табибы кабинетынан алып сығып бара:
– Улым, табип ағайыңа нимә әйтергә кәрәк?
Малай, йәш тулы күҙҙәрен һөртөп:
– Фашист, ҡәбәхәт! – тигән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға