«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » БҮЛӘК



13.11.2015 БҮЛӘК

Мәләүез ит комбинатына тапшырған һыйырының аҡсаһын барып алырға тип, Морат ағай күршеһе Әхәт менән «УАЗ»игына ултырып, юлға ҡуҙғалды. Асыуы йөҙөнә сыҡҡан Әхәттән Морат ағай:
– Кисә кәләшең менән талаштығыҙмы әллә? – тип һораны, йәш ирҙең күңелен күтәрергә тырышып.
– Эйе шул... Хәҙер өйҙә көн дә ғауға...
– Нимә бүлешә алмайһығыҙ инде?
– Холҡон күрһәтә бисә, үҙе баш, үҙе түш булырға теләй. Ғаилә башлығы ир генә булырға тейешлеген аңламай. Әллә айырылышайым да ҡуяйыммы икән, тип уйлайым әле.
– Ҡуй, ҡустым, улай ярамай. Асыу башы – йүләрлек, аҙағы – үкенеп үлерлек, тигәндәй, асыуҙан хата яһап, үкенеп үлерлек булмаһын.
Ҡалаға килеп ингәс, бер минутҡа ғына тип, Әхәт ниндәйҙер магазин янында машинаны туҡтатырға ҡушты.
– Бухгалтериялағы ҡыҙҙарға берәй күстәнәс алайым. Бәлки, сиратһыҙ ғына үткәреп, аҡсаны тиҙерәк бирерҙәр.
Ит комбинатына барып еткәс, бухгалтерияға юлландылар, ә Әхәт бүләген бөтөнләй онотоп ҡалдырған да ҡуйған. Ике күрше төшкә тиклем талаша-һуғыша тигәндәй сиратта тороп сыҡты. Ниһайәт, оҙаҡ ҡына көттөргән аҡсаларын алғас, ирҙәр, бушлай биргәнбеҙ икән башмаҡтарыбыҙҙы, тип үкенешеп тә ҡуйҙы. Бөтөнләй кәйефе төшкән Морат ағай менән Әхәт юл буйына өндәшмәй ҡайтты.
Тыуған ауылдарына ҡайтып инеү менән Әхәт, өйөнә инеп тә тормайынса, ҡабаланып эшкә китте. Морат ағай «тимер дуҫ»ын гаражға индергәс, ғәҙәттәгесә, кабинаһын ҡараштыра башланы. Шул саҡ ултырғыс аҫтынан бер төргәк табып алды. Күршеһенең ҡайтҡанын көтөп тормайынса, ул «бүләк»те Әхәттең хәләл ефете Нәфисәгә үҙе индереп бирергә булды.
– Бына, Нәфисә, Әхәт һиңә тигән бүләген бирергә онотҡан.
Ҡатындың асыулы йөҙө ҡапыл үҙгәреп китте.
– Бүләк?! Миңәме?
– Һиңә. Әхәт һыйыр аҡсаһын алғас та, Нәфисә кәләшемә бәләкәй генә булһа ла күстәнәс алайым, күптән матурыма бүләк биргәнем юҡ, тине. Тик Әхәт үҙе эшкә йүгерҙе, һуңлап ҡайттыҡ бит.
Әле бер нисә минут ҡына элек йәш матур ҡатындың ҡара болот ҡаплағандай уҫал йөҙө яҡтырып киткәндәй тойолдо, күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары күренде. Нәфисәнең күңеле күтәрелеп китте, ул төргәкте балаларса ҡабалана-ҡабалана аса башланы, үҙе мөләйем генә йылмайып, ишетелер-ишетелмәҫ кенә: «Рәхмәт», – тине. «Әҙәм күңеленә күп тә кәрәкмәй икән шул», – тип уйлап ҡуйҙы Морат ағай һәм:
– Иҫән-Һау тороғоҙ, – тип, ҡәнәғәт йылмайып, сығып китте.
Ошонан һуң Морат ағай бер ҡасан да күршеләрендә башҡа тауыш-ғауға ишетмәне.
Зифа НИҒМӘТУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға