«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Күмертау яҙыусылар ойошмаһы ағзалары ижады



13.11.2015 Күмертау яҙыусылар ойошмаһы ағзалары ижады

Эттәр

(Мәҫәл)

Бер көн шулай тыҡрыҡта ғауға
ҡупты:
Эт менән эт араһында низағ сыҡты.
Эҙләй торғас, Аҡ эт һөйәк тапҡайны,
Ләззәтләнеп кимерергә ятҡайны,
Бәхетлене бер Ҡара эт ҡалды
күреп,
Өрә-өрә килеп етте ул йүгереп:
«Һөйәк ятҡан был тыҡрыҡ – минең
төйәк,
Шулай булғас, һөйәге лә – минең
һөйәк!»
Ағы әйтә: «Был һөйәкте мин
таптым, – ти,
Шулай булғас, кимерергә мин
хаҡлы! – ти, –
Олаҡ бынан, боғаҙыңдан алмаҫ
борон,
Мир алдында мәсхәрәгә ҡалмаҫ
борон!»
Был әйтешеү, бәлки, ҙурға
китмәҫ ине,
Һүҙҙән үтеп өҙгөләшкә етмәҫ ине.
Килеп ҡыҫылды бәхәскә Ала эт
(үәт бәлә!),
Самалаптыр, ахыры,
сығырын йә бәлә.
Аҡ эткә ул бышылданы:
«Ниәтең – аҡ!»
Сәмләндерҙе Ҡара этте:
«Дәғүәң – хаҡ!
Үҙ һүҙеңде, шулай булғас,
уҙҙыр алға,
Йәлләп торма дошманыңды,
туҙҙыр ҡанға!»
Ҡупты һуғыш, бәрелеште түштәр
түшкә,
Саҡматаштай сәкәштеләр
тештәр тешкә,
Ауыҙҙарҙан, морондарҙан ҡан
күп аҡты...
… Бына эттәр хәлдән тайып
барып ятты.
Шыңшый-шыңшый
яраларын яланылар.
Аптырашып бер-береһенә
ҡаранылар:
Ҡотортоусы әллә ҡайҙа киткәйне,
һөйәктән дә инде елдәр
иҫкәйне...

Закир ӘКБӘРОВ.

* * *

Серле лә иттең мине һин,
Керле лә иттең…
Ғүмеремде йомарланың,
Йәиһә һүттең…

Ҙур иттең дә күңелемде,
Хур иттең ҡай саҡ…
Тәлгәшеңдән өҙөп бирҙең,
Бүләк – ҡолонсаҡ…

Һин булғанда бер ни түгел
Донъя афәте…
Күңелемдән китмә генә,
Cаф мөхәббәтем…

Зиниә БАЙНАЗАРОВА.

Икеләнеү

Оҙаҡламай килеп етер
Ҡыштың ҡаты һалҡындары.
Һүндермәҫме улар беҙҙең
Һөйөүебеҙ ялҡындарын?
Ҡыштың зәһәр бурандары
Ергә хужа булыр инде.
Мөхәббәтебеҙ сәскәһе
Һыуыҡтарҙан һулыр инде.
Йәшлектәге ҡайнар хистәр
Етерме икән ғүмергә?
Бер саҡ улар һүнмәҫме һуң,
Әйләнмәҫме көл-күмергә?
Салауат САДИҠОВ.

Уҡыу кәрәк

(Аҡмуллаға эйәреп)

Алыҫ юлдар үтер өсөн,
Аҙашмайса ҡайтыр өсөн,
Төрлө телдәр белер өсөн,
Зирәк булып үҫер өсөн,
Малай-ҡыҙҙар, уҡыу кәрәк,
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!
Үҙ ереңде һаҡлар өсөн,
Үҙ илеңде данлар өсөн,
Башҡортоңдо яҡлар өсөн,
Йәшәүеңде аҡлар өсөн,
Малай-ҡыҙҙар, уҡыу кәрәк,
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!
Белем тауын яулар өсөн,
Тоғро юлдаш һайлар өсөн,
Йондоҙ һымаҡ балҡыр өсөн,
Ҡояш булып ҡалҡыр өсөн,
Малай-ҡыҙҙар, уҡыу кәрәк,
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға