«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Һаҡлайыҡ!



12.11.2015 Һаҡлайыҡ!

Әсәкәйем – күҙ нурым,
Отоп һандуғас моңон,
Сылтыр шишмәләр йырын,
Ҡушып йөрәк йылыһын,
Һиңә арнайым йырым.
Әсәкәйем – күҙ нурым,
Һин йондоҙом, һин айым.
Күктә балҡый Етегән,
Ерҙә, әсәй, һин генә,
Яҙмышымды, йәнемде
Яҡтыртаһың һин гелән.
Әсәкәйем – күҙ нурым,
Һин минең бөтмәҫ йырым.
Бул шулай гел мөләйем,
Оҙон ғүмер теләйем!

Гөлнур ЙЫҺАНШИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға