«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Көйөргәҙелә лә Талантлылар күп



13.11.2015 Көйөргәҙелә лә Талантлылар күп

1996 йылда Башҡортостандың Яҙыусылар союзы тәҡдиме һәм Күмертау ҡала хакимиәте ҡарары менән Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының талантлы һәм өмөтлө ижадсыларын берләштергән яҙыусылар ойошмаһы рәсми теркәлә. Ҡала хакимиәте уларға бер урында йыйылышып эшләр өсөн айырым бүлмә биреп, яуаплы сәркәтип өсөн эш урыны булдыра. Әммә ҡаланың ижади көстәре уға тиклем үк әүҙем эш алып барған була. 1984 йылда журналист Салауат Кәримов “Ильич юлы” район һәм ҡала гәзите редакцияһы янында “Көйөргәҙе моңдары” тип аталған әҙәби түңәрәк ойоштора. Бөгөн бар республикала билдәле шәхестәр Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Тимер Ниәтшин, Шәүәлиә Зөлҡәрнәева тап ошонда ҡанат нығытҡан.

Күмертау яҙыусылары ойошма булараҡ эш башлағас, етәксе итеп шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙина тәғәйенләнә. Ә 2005 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем ойошма яҙыусы, Баязит Бикбай премияһы лауреаты Кинйәғәле Абдуллин етәкселегендә эшләй. Әлеге ваҡытта 31 ағза иҫәпләнә, улар башҡорт, рус һәм татар телендә ижад итә. Проза һәм шиғыр жанры үҫешкән, публицистика, сатира һәм юмор өлкәһендә лә эшләүселәр бар. 20 йылға яҡын эшләү дәүерендә ойошма биш тиҫтәнән ашыу йыйынтыҡ сығарған. Районда Баязит Бикбаев исемендәге премия булдырылған, ул йылына бер тапҡыр әүҙем эшләгән авторға тапшырыла. Йәш ижадсыларҙың дүртәүһе республика Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа тәҡдим ителгән.

Күмертау яҙыусылар ойошмаһы янында үҙенең һөнәренә һөйөү менән ҡараған ике ижадсы үҙҙәренә алмаш әҙерләү маҡсатында балалар һәм студенттар өсөн әҙәби түңәрәк алып бара. Урындағы педагогия колледжы студенттары менән Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Рима Фәттәхетдин ҡыҙы Арыҫланова эшләһә, Республика политехник лицей-интернаты уҡыусылары менән Азат Насретдин улы Хәлилов шөғөлләнә.

Рима Фәттәхетдин ҡыҙы, ҡәләм тирбәлтеүсе, йыр-моңға маһир студенттарҙы берләштереп, “Ынйылар” түңәрәген ойошторған. Үҙе лә шиғыр­ҙар ижад итә, мәҡәләләре “Юшатыр”, “Торатау” һәм республика баҫмаларында донъя күреп тора. Йыл һайын 14 – 17 студент уның ҡулы аҫтында ҡәләм шымарта.

Ә билдәле балалар яҙыусыһы Азат Хәлилов 2000 йылда уҡ теүәл фәндәргә ҙур иғтибар бүлгән Республика политехник лицей-интернаты уҡыусылары менән “Арғымаҡ” ижад дәрестәрен алып бара. Уның әйтеүенсә, уҡыусылар араһында фекерле, талантлы балалар байтаҡ, уларҙың 18-е ошо дәрестәргә йәлеп ителгән. Балалар шиғыр һәм әкиәт ижад итергә маһир.
Әүҙемлеге менән айырылып торған, йәш быуынды ижадҡа әйҙәгән Күмертау яҙыусылар ойошмаһы оҙаҡламай 20 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.

Нургөл ШӘРИПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға