«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » "Әҙәбиәт әҙәпкә хеҙмәт итә"



13.11.2015 "Әҙәбиәт әҙәпкә хеҙмәт итә"


Әҙәбиәт Яҙыусылар союзының ағзалары һанына ҡарап баһаланмай, һауыттар менән үлсәнмәй. Йәштәрҙең ижадын күреп, уларға киләсәккә юл күрһәтеү, йүнәлеш биреү маҡсатында союзға алғандар икән, бик һәйбәт. Бындай мөмкинлектәр элек тә булған. Мәҫәлән, Мәскәүгә, Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға юлламалар бирелгән. Был традиция бөгөн дә дауам итһә, ижадҡа яңы һулыш, яңы ҡараш өҫтәлер ине


"Әҙәбиәт әҙәпкә  хеҙмәт итә"Үҫеш, камиллыҡҡа ынтылыш өсөн тәнҡит һүҙенең булыуы мөһим. Бөгөн башҡорт әҙәбиәтендә уға үҫергә ярҙам иткән тәнҡит бармы? Кемдәр был жанрҙа эшләй? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, әҙәби тәнҡитсе, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Зәки Арыҫлан улы ӘЛИБАЕВ менән әнгәмә ҡорҙоҡ.

– Бөгөн әҙәби тәнҡит менән кемдәр шөғөлләнә? Йәш быуынға был өлкә яҡынмы?
– Бөгөн шул уҡ синкретик жанрҙар һымаҡ, әҙәби тәнҡиттә лә тик тәнҡит менән генә шөғөлләнгән шәхестәр юҡ. Һәр тәнҡитсе ниндәйҙер төп эшен эшләй, мәҫәлән, беҙҙең– юғары уҡыу йорто уҡытыусылары өсөн тәнҡит хеҙмәтебеҙҙең бер өлөшө генә. Ә төп шөғөлөбөҙ– студенттарға әҙәби белем биреү. Ҡасандыр рус әҙәбиәте ғилемендә ХIХ быуатта, ХХбыуат башында тик әҙәби тәнҡит менән генә шөғөлләнеүселәр булған. Әммә бөгөнгө көндә ул айырым ғына бер тармай булараҡ йәшәй алмай. Үткән быуатта, тәнҡит жанрына Ғайса Хөсәйеновтарҙың быуыны килгәс, яҙыусыларҙың, башлап ижад итеүселәрҙен матбуғат биттәрендә сыҡҡан яңы әҫәрҙәрен күҙәтеп, уларға анализ яһап барғандар. Һәм бына ошо баһалау критерийҙары әҙәбиәт тарихына күсә барған.
Ә бөгөн әҙәби тәнҡиттең сиктәре киңәйә бара. Шул уҡ ваҡытта, заман шарттарына ҡарап, тәнҡитселәр тик тәнҡит менән генә йәшәй алмай. Уларҙы өс төркөмгә бүлергә мөмкин: яҙыусы (әгәр ҙә ул эргәһендәге ижадсыларға битараф булмаһа), юғары уҡыу йортосистемаһында эшләүсе әҙәбиәт уҡытыусылары (улар ғилми эштәр яҙған ваҡытта бәлки көндәлек әҙәбиәткә ҙур иғтибар бирмәйҙер, әммә әҙәбиәт тарихы буйынса ҙур эш башҡара) һәм ябай уҡыусы. Уларҙың ҡайһыһы өҫтөнөрәк икәнен дә билдәләүе ауыр. Әҙәбиәт бар икән, тимәк, уны баһалаусы ла буласаҡ.
Беҙҙең уҡыу йортонда төрлө яҙыусыларҙың ижадына арналған семинар-лабараториялар ойошторола, унда йәштәр ҡыйыу-ҡыйыу фекерҙәр менән сығыш яһай. Айырыуса гәзит-журналдарҙа әле генә донъя күргән яңы әҫәрҙәргә тәүгеләрҙән булып баһа биреүҙәре ҡыҙыҡлы. Әгәр ҙә уҡытыусы уларҙың ҡыҙыҡһыныуын, фекерләү ҡеүәһен тойоп, эләктереп алһа, үҫтерһә, тәнҡит жанрында өҙлөк булмаясаҡ. Әлбиттә, быуындарҙың сылбыры өҙөлөп киткән осраҡтар булғылай. Әммә Ғайса Хөсәйеновтарҙың һалған юлы киң, ҙур, ул юғалмаҫ. Йәштәр араһында ла ижадҡа, әҙәбиәткә ынтылыш бар.

– Тик һуңғы арала тәнҡит ниңәлер яҙған әҫәргә түгел, ә шәхестең үҙенә ҡайтып ҡала. Был айырыуса интернет киңлектәрендә йыш күренә…
–Һәр кем үҙенең бейеклегенән ҡарап фекер йөрөтә. Тәнҡит бер ваҡытта ла шәхестең үҙенә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел. Сөнки ижадты яҙыусының тышҡы ҡиәфәте түгел, ә күңел торошо, рухи үҫеше, бөтөнлөгө билдәләй. Кемдәлер был бөтөнлөк тәүге әҫәрҙәрендә үк күренһә, кемдер уға йылдар аша килә. Шул уҡ ваҡытта үҫеш тә мөһим роль уйнай. 18 йәштә һәйбәт әҫәр яҙып, 40 йәштә түбән тәгәрәү – насар күренеш.
Шулай уҡ дәрәжә лә кимәлде үҫтерә алмай. Бөгөн кешенең иң ҙур бәләһе – ваҡлыҡтарға бирелеү. Тырнаҡ эсенән кер эҙләй-эҙләй бөйөклөктәр, бейеклектәр хаҡында онота. Ә ғүмер ахырында ул нимәлер аңлап ҡала, әммә ваҡыт үткән. Кеше тырнағын ҡырҡып ырғытҡаң йә матур итеп буяп ҡуйған, кер эҙләп ултырыу бушҡа ғына... Донъяға әҙ генә икенсе ҡараш менән йәшәргә кәрәк.
Бер генә әҫәрҙе баһалау күҙәтеү тип атала, ә тотош ижадына баһа бирер өсөн шәхесте, уның йәшәгән ерен, дәүерен, йәшәү рәүешен ентекле өйрәнеү зарур. Ижадсы һәр ваҡыт халыҡ өсөн эшләй. Уның ниндәй икәнен белергә теләһәң, яҙғандарын уҡыу мөһим.
Ә интернетта иһә баһалау критерийы бөтөнләй башҡа, баһалау булып лайктар һанала.

–Бөгөн әҙәбиәттең төп тәрбиәһе, темаһы ниндәй?
–Әҙәбиәт әҙәп өсөн хеҙмәт итергә тейеш. Һәм шулай уҡ әҫәрҙең төп идеологик темаһы – ул илһөйәрлек. Салауат, Бабич, Вәлидиҙар ошо тема менән быуаттар буйына уҡыла, өйрәнелә. Иле өсөн өҙөлөп торған яҙыусы үҙ әҫәрендә халҡының тын алышын, уның йәшәү рәүешен, проблемаларын күтәреп сығасаҡ. Илһөйәрлектән беҙҙең тел асылған, тәпәй баҫылған. Тал сыбығын һындырғанда ҡан тама икән, был һауанан алынған образ түгел, ә ысынбарлыҡтан сыҡҡан реализм, илгә һөйөү. Башҡорт өсөн үҙенең иленән дә бөйөк нәмә юҡ. Был тоғролоҡ, бер яҡтан ҡарағанда, оло трагедия, шул уҡ ваҡытта ул – ҡанға һеңгән матурлыҡ та.

–Ә бөйөктәр иҫәбенә ингән билдәле, исемле яҙыусылар өсөн бөгөн тәнҡит кәрәкме?
–Кәрәк. Уларға өр-яңы һулыш өрөр өсөн кәрәк. Беренсенән, Аҡмулланы бөгөнгө уҡыу программаһына индерер өсөн уны яраҡлаштырыу зарур. Икенсенән, ундай яҙыусыларҙың яңы әҫәрҙәре табылмай, әммә яңы фекер табылып тора. Ижадтың нигеҙендә ятҡан матурлыҡ бер ҡасан да юҡҡа сыҡмай, киреһенсә, яңынан-яңы биҙәктәр менән асыла бара.

–Бөгөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ауырмы?
–Мәктәп программаһына БДИ килеп инде лә, ҡайһы бер фәндәрҙе ҡыҫырыҡлай башланы. Был баланың да, мәктәптең дә ғәйебе түгел, ә йәмғиәтебеҙҙең ауырыуы. Бөгөн балта оҫтаһын да,механизаторҙы ла БДИ бирергә әҙерләйбеҙ. Ә театрға йөрөргә, китап уҡырға, буласаҡ балаларына әкиәт һәйләргә өйрәтергә онотабыҙ. Ошолар булһа, донъя камилыраҡ булыр ине. Юғиһә, быуаттар буйы телдән-телгә һөйләнеп, һаҡланып килгән халыҡ ижадын йыйып, том-том китаптар сығарҙыҡ та, улар китап кәштәләрендә бикләнеп ҡуйылған кеүек. Донъяла беҙҙе уратып алған бөтә күренешкә лә әкиәттәребеҙ бар бит. Заман йәнһүрәттәрендә күрһәтелгән шаҡмаҡ башлы, һыңар күҙле, билдәһеҙ енесле заттар кешелә камиллыҡ, зауыҡ тәрбиәләй, тип әйтә алмайым.
Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына йылдан-йыл яуаплылыҡ өҫтәлә. Үҙ эшенә ижади ҡараған кеше тырыша, көс түгә. Ул ябай уҡытыусы түгел. Сөнки БДИ фәндәрен уҡытыусыларға ҡарағанда, уға өсләтә тырышырға тура килә. Һәр дәресе ҡыҙыҡлы, онотолмаҫ һәм һағындырырлыҡ булһа, уҡыусылар телде беләсәк, әҙәбиәтте уҡыясаҡ һәм 2-3 бала уҡытыусыһының юлын дауам итергә теләк белдерергә тейеш.

– Ҡаты тәнҡиттән һуң әҙәбиәт майҙанынан китеүселәр осрап тора...
– Быны мин аҡланыу кеүек ҡабул итәм. Әҙәбиәттән ситләшеү кемдеңдер ҡаты бәрелеүенән генә түгел. Был – алда әйтеп үткән ваҡланыуҙың бер төрө. Минең күҙәтеүҙәрем буйынса, 90-сы йылдарҙан башлап ҡаты, күтәрә алмаҫлыҡ итеп бер генә яҙыусыға ҡарата ла тәнҡит һүҙе әйтелгәне юҡ. Ә бит заманында ҙур-ҙур шәхестәр матбуғат биттәрендә бер-береһен ҡаты тәнҡитләгән.
Тағы ла бер ситләшеү бар: яҙыусы үҙенең кимәленең түбән икәнен үҙе аңлап, кемгәлер ҡамасауламаҫ өсөн башҡаларға юл бирә. Мәҫәлән, беҙ бала саҡта 20-25 кеше “Йәншишмә” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып йөрөнөк. Ә шуларҙың бары тик икәүһе генә әҙәбиәткә хеҙмәт итә. Ижад шишмәһе ҡороған, тиҙәр был осраҡта.

– Йәштәргә ҡарата әйтелгән тәнҡит һүҙҙәре күбәйҙе. Айырыуса был, Яҙыусылар союзына күпләп йәш быуынды ҡабул иткәсндән һуң күҙгә ташлана…
– Башҡортта бик матур әйтем бар: ҡолондоң билен һындырырһың, тиҙәр. Ҡолонды менеп сапмайҙар, йөк ташыу өсөн екмәйҙәр, үҫкәнен, нығынғанын көтәләр. Шуға күрә, оло быуын яҙыусылары йәштәрҙе тәнҡитләгән саҡта, һүҙҙәрен үлсәп, үҙҙәрендә яуаплылыҡ тойоп әйтһен ине. Әйткән йәки яҙған тәнҡиттәре йәштәрҙең түтәленә борсаҡ түгел, ә йылы ләйсән ямғыр булып яуһын. Юғиһә, ул түтәлдә емеш бирер үҫентеләр ҡороп, сүп үләне генә ҡалҡып сығасаҡ. Мөнәсәбәттәр мәҙәниәтле булһын. “Әҙәби нағыш” марафоны менән райондар буйлап йөрөгәндә лә, йәштәргә фекерҙәрегеҙҙе йомшағыраҡ итеп әйтһәгеҙ ине, тигән теләктәр еткерелде.

Әҙәбиәт Яҙыусылар союзының ағзалары һанына ҡарап баһаланмай, һауыттар менән үлсәнмәй. Йәштәрҙең ижадын күреп, уларға киләсәккә юл күрһәтеү, йүнәлеш биреү маҡсатында союзға алғандар икән, бик һәйбәт. Бындай мөмкинлектәр элек тә булған. Мәҫәлән, Мәскәүгә, Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға юлламалар бирелгән. Был традиция бөгөн дә дауам итһә, ижадҡа яңы һулыш, яңы ҡараш өҫтәлер ине. Бөгөн театрҙарҙа ҡуйылырлыҡ драма әҫәрҙәре әҙ, тип саң ҡағабыҙ, ә тәржемә (айырыуса башҡортсанан рус теленә) бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Ошо тишектәрҙе ямар өсөн булһа ла, уҡырға теләүселәргә юлламалар бирә башларға кәрәк. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Гөлли Мөбәрәковаларҙың быуыны уҡып ҡайтҡас, оло яңырыу кисерһә, 2007 йылда йәнә Мәскәүҙә белем алған бер төркөм йәш актер менән тулыланғас, үҙенсәлекле ижад алымдары күренә башланы. Шуға күрә талантлы йәштәрҙе Мәскәүгә, әҙәбиәт институтына уҡырға барырға өндәйем.
Беҙ, яҙыусылар, шул тиклем ваҡланабыҙмы әллә бөйөкләнәбеҙме белмәйем, бөгөн халыҡ араһынан йәш таланттарҙы күреп, йүнәлеш биреү, ярҙам итеү һирәгәйҙе. Ә Рәми ағай Ғарипов ҡына күпме яҙыусыны әҙәбиәткә килтергән?! Был йәһәттән мин Лариса Абдуллинаны күптәргә өлгө итеп ҡуйыр инем. Белореттан Венер Сәлихов, Учалынан Денис Ғилманов кеүек йәш шағирҙарҙың әҫәрҙәрен баҫмаға әҙерләп, баш һүҙ менән бирҙе. Яҡташтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Һәр шәхес, исмаһам, яҡташтары менән генә лә шулай эшләһә, өйә-өйә оло тау барлыҡҡа килер ине. Әҙәбиәтебеҙ яңы исемдәр, әҫәрҙәр, темалар менән байыһа, үҙебеҙгә ғорурлыҡ бит.
Бөгөнгө әҙәби тәнҡит тураһында фекер йөрөткәндә, башҡа төрлө уй килә. Әҙәбиәтебеҙҙең яңырыу осорон, форма йәһәтенән эҙләнеүҙәрен, шулай уҡ заман менән йәнәш атлап, рухи сығанаҡ булыуын да онотмаһаҡ ине. Ә ижадсы үҙенең әҫәренә ябай ғына булһа ла баһа көтә, кемдеңдер кәңәшенә, иғтибарына мохтаж. Шуға ла бөгөнгө ижадсыбыҙға илтифатлы һәм иғтибарлы булһаҡсы.


Гөлнур ЮЛДАШЕВА
әнгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға