«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Йәшлек мәҙәктәре



06.11.2015 Йәшлек мәҙәктәре

Йәшлек мәҙәктәре– Кейәү, ниңә ҡыҙыма ҡул күтәрҙең?
– Иҙел менән киноға барған өсөн.
– Һуң, ул бит һиңә кейәүгә сыҡҡанға тиклем булған хәл.
– Ә мин был турала кисә генә белдем.

* * *
Бер ҡыҙ йүгереп ҡайтып инә лә әсәһенә:
– Әсәй, әсәй, Ирек миңә тәҡдим яһарға йыйына, – ти.
– Теләйме, әллә яһанымы?
– Әлегә яһаманы, әммә ҡатыны менән биш балаһын айырып ебәргән инде.

* * *
– Миңә кейәүгә сыҡсы, Сәғиҙә.
– Кит инде, мин һинән 15 йәшкә кесе лә һуң.
– Борсолма, ҡатыным булһаң, бик тиҙ ҡартайырһың.

* * *
– Күршекәйем, беҙҙең тауыҡ һеҙгә инмәгәнме?
– Кәстрүлде асып ҡара, шунда түгелме?

* * *
Бер ҡартты ҡунаҡҡа саҡыралар. Икенсе көндө танышы осрап:
– Йә, нисек, аш-һыу тәмле булдымы? – тип һораша.
– Мин – ти ҡарт, – бер нәмә лә ашай алманым. Эргәмдә ултырған бер ҡылый күҙле ир табын бөткәнсе минең тәрилкәнән ашаны.

* * *
– Менюҙа балыҡ юҡ ине, ә хәҙер тағы барлыҡҡа килгән. Быны нисек аңларға? – тип һорай бер ир официанттан.
– Әле генә сығып киткән әфәнде балығын ашамай ҡалдырған.

* * *
Депутатлыҡҡа кандидат тултырасаҡ анкетанан: "Һеҙ ҡайҙа уҡынығыҙ? Әгәр бер ҡайҙа ла белем алмағанһыҙ икән, ҡайҙа уҡытаһығыҙ? "Хөкөм ителгәнегеҙ бармы? Әгәр юҡ икән, сәбәбен аңлатығыҙ?"

* * *
Бер һары һаҡаллы ир һаҡалһыҙ хеҙмәтсеһенән көлөү ниәте менән халыҡ алдында:
– Ниңә һаҡалың юҡ? Мосолманға һаҡал-мыйыҡһыҙ йөрөү бер ҙә килешмәй бит, – ти икән.
– Ғәйеп миндә, бай әфәнде, – тигән хеҙмәтсе. – Һаҡал өләшкән ергә һуңлап барҙым. Мин килгәндә ҡара һаҡалдар бөткәйне. Һары һаҡаллы кешеләрҙең йүнһеҙлеген, һаранлығын, туң баш икәнен электән белгәнгә, һарыһын алырға теләмәнем. Шулай итеп буш ҡайтырға тура килде…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға