«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Күңел дәфтәре



29.10.2015 Күңел дәфтәре

Күңел дәфтәреКүңел дәфтәреСығарылыш имтихандары тапшырабыҙ. Геометриянан теореманы иҫбатлау юлын иҫләмәйем. Ә бит бөтә фәндәрҙән дә шәп уҡыусы һанала инем. Әллә әсәйемдең сирләп китеп, аяҡтан яҙыуы шулай тәьҫир иттеме? Нишләргә белмәй ултырғанымды күреп, яратҡан уҡытыусым Ғамир Хажиәхмәт улы Ибраһимов эргәмә килде лә: "Ни булды?" – тип һораны. Шунан: "Ә һин үҙеңсә фекерлә һәм иҫбатла. Мин бит һеҙгә гел өйрәтә килдем: мәсьәләнең бер генә төрлө сиселеше булмай", – тип күңелемде үҫтереп китте. Аҙаҡ уйланып ултыра торғас, нимәлер асыҡланды кеүек һәм, яуабымдың әҙерлеген белдереп, билет һорауҙарын тотоп, имтихан ҡабул итеүселәр алдына барып ултырҙым. Ғамир ағай: "Әйттем бит, булдыраһың тип, маладис, мәсьәләнең дә үҙеңсә сиселеш юлын тапҡанһың, теореманы ла үҙеңсә иҫбатлағанһың”, – тип бик һәйбәт билдә ҡуйып сығарҙы.
Ҡәләмдәшем, журналист Хәтирә Шәрипованың "Китап" нәшриәтенең www.kitap-ufa.ru сайтында электрон варианттағы "Ҡыҙыҡлы осрашыу­ҙар" китабын уҡып сығыу әлеге ваҡиғаны иҫкә төшөрҙө. Йыйынтыҡ­тың тәүге бүлегендә республикабыҙҙың дүрт күренекле математигы тураһында һөйләнә. Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты уҡытыусыһы, математик моделләү кафедраһы мөдире, профессор Йәүҙәт Шәүкәт улы Ильясов, БДУ-ның математика факультеты деканының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Дамир Ғәҡил улы Латипов, БДУ уҡытыусыһы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Сорос профессоры, донъя кимәлендә танылыу яулаған ғалим һәм педагог Ринат Салауат улы Юлмөхәмәтов, математика фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты математика факультетының математик анализ кафедраһы мөдире Хәйрулла Хәбибулла улы Морта­зиндар хаҡындағы мәҡәләләрендә автор уларҙы ғалим булараҡ ҡына түгел, ә кеше, ғаилә башлығы, балалар атаһы, ҡыҙыҡһыныуҙары һәм шөғөлдәре тураһында ла һөйләп, уҡыусыларға аса. Ғәҙәттә, математиктарҙы тормошта бик күңелһеҙ кешеләр тип баралар. Эштәре лә – һандар ҙа һандар, ялҡытҡыстыр ул, тиҙәр. Яңыраҡ бер журналистың математик күршеһенә шулай тип әйткәнен ишетергә тура килгәйне. Ә теге фән докторы: "Математика поэзия, музыка кеүек бит ул", – тип аптыратты. Ҡайһылай ҡыҙыҡ сағыштырыу. Бәй, мин дә бит мәктәптә уҡығанда математиканан өйгә эштәрҙе йырлай-йырлай башҡара торғайным. Ысынлап та, журналист Хәтирә Шәрипованың яҙмалары аша беҙ математиканың мауыҡтырғыс бер донъя булыуына, ә математиктарҙың мөғжизәле һөнәр эйәләре икәненә ышанабыҙ.
Артабанғы бүлектә автор күренекле йырсылар Зәки Мәхмүтов, Флүрә Ноғоманова, Нажиә Аллая­рова, Роза Аҡкучукова, композитор Айһылыу Сәлмәнова, китапханасылар Фәниә Ишморатова, Альбина Ғайсина хаҡында мәҡәлә, интервьюларын тәҡдим итә. Хәтирә Шәрипо­ваның яҙмаларында иң беренсе шул күҙгә ташлана: ул геройҙарының быға тиклем уҡыусыларға билдәле булмаған ҡылыҡ-сифаттарын ҡыҙыҡлы деталдәр менән күрһәтә белә. Уның өсөн, әлбиттә, кешенең күңеленә үтеп инерлек итеп ихлас әңгәмә ҡора белеү мөһим. Мәҫәлән, Нажиә Аллаярованың тормошо һәм ижады хаҡында байтаҡ ҡына мәҡәлә уҡырға тура килһә лә, уның "Туманова" тигән ҡушаматы барлығын белмәй инем әле. Баҡһаң, дуҫтары йырсының түҙемлегенә һәм сабырлығына һоҡланып, "Ҡорос нисек сыныҡты?" әҫәрендәге героиняға оҡшатып шулай атаған икән.
Математик Дамир Ғәҡил улы Латиповтың "Бер көнлөк Баймаҡ" тигән ҡушаматы Баймаҡта тыуып бер көн торғас та ата-әсәһенең Учалыға күсеп китеүе арҡаһында йәбешкән, имеш. Ошолай мауыҡтырғыс башланып киткән яҙмыштар уҡыусыны үҙенән-үҙе материал эсенә алып инеп китә. Журналистың оҫта алымы был.
Йыйынтыҡтағы бөтә мәҡәлә, һүрәтләмә, хәтирәләргә тулы анализ биреү ниәтен ҡуйманым. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтеп үткем килә: мине Хәтирә Шәриповалағы рәхмәтлелек тойғоһо һоҡландырҙы. Китап менән танышып сыҡҡас та: "Исемен “Күңел дәфтәре" тип атар инем", – тип ҡуйҙым. Һәр беребеҙҙең күңелендә күпме хәтирә һаҡлана: бала саҡ тураһында, атай-әсәйҙәребеҙ хаҡында, мәктәп, университет йылдары, класташтар, курсташтар, дуҫтар, туғандар, ауылдаштар… Һәр береһе менән онотолмаҫ ваҡиғалар бәйләнгән. Атай-әсәйҙәребеҙ менән бер ултырып һөйләшергә лә ваҡыт тапмай, күпме үкенесебеҙ ҡала был тормошта. Шулар хаҡында яҙып, битараф булмаҫҡа, вайымһыҙ ҡалмаҫҡа күңел ҡылдарыбыҙҙы сиртә бит Хәтирә Шәрипова. Уның бала сағы тураһында уҡып, үҙеңдең тормошоңдо күҙ алдына килтерәһең, туғандарына ҡарата йылы мөнәсәбәттәрен күреп, үҙеңә фәһем алаһың, дуҫтары хаҡында һоҡланып яҙыуын уҡып, үҙеңдең дә яҡын әхирәттәреңде иҫкә төшөрәһең. Ана бит, мин дә математиканан имтихан биргән мәлемде юҡҡа иҫемә төшөрмәнем.
Хәтирә Шәрипованы күптән белгәнгә күрә уның сабырлығына, сыҙамлығына, тормошта тик матурлыҡты ғына күреп һоҡлана белеүенә, иң ауыр саҡтарында ла эсендәге ут-ялҡынды яттарға һиҙҙермәүенә, барына риза булып, шөкөр итеп йәшәүенә, байлыҡ, мал, дан тип ҡыумауына, ғүмер буйы ғаиләне – ирҙе, балаларҙы – иң алға ҡуйып, үҙе күләгәлә ҡалыуына, ике баҡса үҫтереп, ике яҡтың да туғандарын үҙ күреп йәшәүенә, бөтәһенә лә өлгөрөүенә хайран ҡалам. Ә иң һоҡландырғаны: ҡабаттан әйтәм – рәхмәтле була белеүе. Был сифат, үкенескә күрә, күптәрҙә онотолоп бара. Китабындағы яҙмаларында ла ул үҙе эшләп киткән "Йәшлек", "Баш­ҡортостан" гәзиттәрен, "Башҡор­тостан ҡыҙы" журналын, ундағы уҡытыусы-ҡәләмдәштәрен, бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен оло рәхмәт тойғолары менән иҫкә ала. Ҡайһы бер яҙмаларын уҡығандан һуң: "Ҡарасы әле, беҙ әллә ни иғтибар ҙа бирмәгән нәмәләр хаҡында ла шулай матур иҫтәлектәр һөйләргә була икән дә", – тип уйлап ҡуяһың. Күңелдә ниндәйҙер тетрәнеү кисереп һағышҡа батаһың. Журналистың уҡыусы йөрәгенә юл табыуы шул булалыр инде, күрәһең.
Хәтирә Шәрипованың теле лә бик үҙенсәлекле. Белорет районының Ҡаһарман ауылында тыуып үҫкән тормош иптәше, хәрби летчик Сабир Кинйәбай улының бала сағы үткән яҡтарҙа булып, Бишитәк тауына менеүҙәре хаҡындағы яҙманы уҡып, журналистың яҙыусылыҡ һәләте барлығын да тойомлайһың. Был иҫтәлектәр әҙәби әҫәр кеүек уҡыла.
… Һәр кемдә лә бар ошондай хәтирәләр, күңел дәфтәрҙәре. Әммә бөтә кеше лә уларҙы башҡалар баһаһына сығармай. Ә бит бындай яҙмалар үткәндәр тураһында уйланырға, киләсәккә ҡарап йәшәргә ярҙам итә.
Хәтирә Шәрипованың күренекле тәнҡитсе Ғәйниә Әбсәләмова апай менән дә ныҡ аралашып йәшәгәнен беләбеҙ. Әлеге йыйынтыҡта уның хаҡында ла яҙмалар барҙыр, тип өмөтләнгәйнем. Журналист Ғәлиә Тимербаева, яҡташы, бала саҡ әхирәте күренекле артистка Рәмилә Сәлимгәрәева тураһында ла иҫтәлектәре, хәтирә яҙмаларын күрермен, тип уйлағайным. Тимәк, күңел дәфтәрҙәренең икенсе китабы ла булырға тейеш.
Ҡәләмдәштәре, күренекле журналистар Фәүзиә Мөхәмәтшина менән Зәйтүнә Әйленең йыйынтыҡҡа яҙған баш һүҙҙәре, Хәтирә Шәрипова хаҡындағы мәҡәләләре лә авторға ҙур яуаплылыҡ өҫтәп, яңы ижад үрҙәренә ҡанатландырыр, тип ышанабыҙ. Амин, шулай булһын!

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға