«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Ғүмеремдең алтын мәле Тау-һуҡмаҡлы Һаҡмар буйым...”



30.10.2015 “Ғүмеремдең алтын мәле Тау-һуҡмаҡлы Һаҡмар буйым...”

“Ғүмеремдең алтын мәле Тау-һуҡмаҡлы Һаҡмар буйым...”Рауил Шаммас 1930 йылдың 9 ноябрендә Стәрлебаш районының Хәлекәй ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Йылайыр районының Һабыр ауылы мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры булып башлай. Тыуған ра­йонының Йәшергән ауылында уҡыта. 1958 йылдан журналистика эшенә күсә. Стәрлебаш район гәзите, “Кызыл таң” гәзите редакцияларында, Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә, Тыныслыҡ комитетында, Яҙыусылар союзы аппаратында, “Һәнәк” журналында хеҙмәт итә.
Ярты быуаттан ашыу ғүмерен әҙәбиәткә бағышлай. Ике тиҫтә шиғриәт һәм проза китабы башҡорт, татар, рус телдәрендә донъя күрә. Быйыл уның “Һайланма әҫәрҙәр”енең 1-се томы баҫылып сыҡты. Автор, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә бик әүҙем ижад итә.
Рауил Шаммас – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты. “Башҡортостан Республикаһы алдындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһе, “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы, БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы, башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән.

Һандуғасҡа өндәшеү

Һинең хаҡта шиғырҙар күп,
Йырҙары ла етерлек.
Һин үҙең бит йыр затынан,
Йырҙар менән бер-берлек.
Йырҙарың да ғүмерлек.

Һайрауыңды бер тыңлау ҙа
Күңелгә ҡуя ҡанат.
Һис тынмаһын һинең йырың,
Һайрасы ҡабат-ҡабат.
Бөтә ғаләмде һайрат.

Һүнеп барған йәндәрҙе лә
Терелтә һинең моңоң.
Тыңлаһын һине бар донъя,
Бар туғай, бөтә болон.
Тынмаһын аҫыл моңоң.

Йөрәктәр ҙә, һандуғас тип,
Йырлайҙар һинең хаҡта.
Һин булғанға ай йылмая,
Һин барға таңдар ата.
Һәр йөрәкте йырлата.

Һайрауың бәхет өләшә,
Беҙ бәхетле һин барға.
Йәшәһен донъя, йәшәһен
Сумып аҫыл моңдарға,
Һайрарға ла һайрарға.

Аҡ, шат йылғам

Донъя бөгөн шундай матур,
Кил, кил, илһам.
Йәмгә биҙәп гүзәллектең
Ике ярын,
Аҡ, шат йылғам!

Шиғриәтем йылғаһы һин,
Йырлай-йырлай сылтыр-сылтыр
Ағыр сағың.
Һөйөнә-һөйөнә рәхәтләнеп
Яҙыр сағың.
Күптән көткән бәхетеңде
Табыр сағың.
Аҡ, шат йылғам!

Һаҡмар буйым

Тау-туғайлы Һаҡмар буйы,
Йәшлек мәлем, йылы ҡуйын,
Йылдар аша урап ҡайта
Һиңә бөгөн ярһыу уйым.

Һиндә тәүләп ҡаршыланы
Хеҙмәт тигән оло донъя.
Тәүге дәрес, тәүге мәктәп
Булды миңә оло оя.

Мин ҡыуанып осоп йөрөнөм
Тау-туғайлы һуҡмаҡтарҙан.
Ҡанат йәйҙем, илһам алдым
Сылтырап аҡҡан һин, Һаҡмарҙан.

Йәшлегемдең бит-күҙҙәрен
Һаҡмарымдың һыуы йыуған.
Дәрес биргән сабыйҙарым
Инде әбей-бабай булған.

Йәшлегемде һағына-һағына
Ҡартлығымда йыуанамын.
Тулҡын-бишек ҡосағында
Бәүелгән бер ир баламын.

Ғүмеремдең алтын мәле
Тау-һуҡмаҡлы Һаҡмар буйым.
Юлдар урап, йылдар урап,
Һиңә ҡайта бөгөн уйым.

Мин генә, тимә...

Бары ла уңай килеп,
Һәммәһен дә еңеп,
Мөмкинлегең ташып торһа ла,
Тирә-яҡтағылар,
Ярамһаҡтар:
«Ул ғына», – тип шашып торһа ла,
Һин генә түгел.
«Мин генә!» – тимә.

Бәхет килә ул,
Уйнап көлә ул.
Рәхәт саҡтарың
Күккә ашһа ла,
Айың-ҡояшың,
Күҙеңә ҡарап,
Йөҙөн асһа ла,
Һин генә түгел.
«Мин генә!» – тимә.

Бөтә ер йөҙөн
Матурлыҡ биҙәй.
Ҙурла матурын,
Әммә бел сиген.
Үҙең был ерҙең
Бик, бик матуры
Һин генә түгел.
«Мин генә!» – тимә.

«Мин генә!» – тимәү
Һине күтәрә.
Аңлаһын ине
Шуны бар күңел.
Тыйнаҡлыҡ менән
Кеше юғары.
Һин генә түгел,
Мин генә түгел.
Әҙер бул

Өмөт-пландарҙы күп ҡорһаң да,
Килерҙәрен белеп бөтмәйһең.
Фараз итеп булмай һәр саҡ алдан
Тәү уйлаған уйҙың үтәһен.

Көткәндәрең килмәй, көтмәгәнең
Килеп инә кәртә һындырып.
Наҙ көткәндә, ҡай саҡ килә бәлә,
Һырт буйыңа ҡамсы һыҙырып.

Һин әҙер бул һәр бер килеренә,
Теләгәнең килһә, йөҙөң шат.
Көтмәгәнең бәлә алып килһә,
Үҙ-үҙеңде еңәр ҡеүәт тап.

Изге ниәт килһен, эшкә ашһын,
Кем теләмәй шундай теләкте?
Әммә көтмәгәндә килер хәлгә
Әҙерләйек, дуҫтар, йөрәкте.

Гөлдәр кеүек

Гөлдәрҙең дә телдәре бар.
Телдәрен беләһеңме?
Гөлдәрҙең дә йөрәге бар.
Тибешен һиҙәһеңме?

Һин үҙең дә гөлдәр кеүек,
Гөлдәргә туған мәллә?
Әллә һинең йәндәреңә
Гөл йәне ҡунған мәллә?

Һөй гөлөңдө, һип һыуыңды,
Тамырҙары дымланһын.
Гөлдәр ҙә йырҙар ярата,
Һиңә ҡушылып йырлаһын.

Һыу һибәйек, үҫтерәйек
Аҫыл-аҫыл гөлдәрҙе.
Яратмауҙар мөмкинме ни
Гөлдәй матур һин йәрҙе!

Ел арттан бит

Ҡышҡы юлдан икәү атлайбыҙ беҙ,
Буранлы көн, елле, ел арттан.
Үҫмер саҡтың ғүмер дәфтәренә
Ел-буранлы шундай көн ятҡан.

Һәр ваҡытта елдәр арттан иҫмәй,
Ҡаршылары була хәтәре.
Әле бына шул саҡ иҫкә төшһә,
Шытырлап ҡуя хәтер дәфтәре.

Әмир мәктәбенә биш саҡрымға
Беҙ уҡырға йөрөнөк көҙ-ҡышын.
Хәтәр ел-буранды яра-яра
Ҡоралыр ул кеше тормошон.

Ҡаршы иҫкән ыжғыр һалҡын
елдәр
Үтмәнеме беҙҙең үҙәккә?
Әрнеткән дә, әммә сынығыу ҙа
Булғандыр ул үҫмер йөрәккә.

Тормош көткәндә лә зәһәр елдәр
Осраманымы һуң юлдарҙа?
Үҫмер саҡта сынығыу алғанғалыр
Бирешмәнек, дуҫтар, шуларға.

Теҙелешеп бергә атлай инек,
Синыфташтар, бөгөн ҡайҙа һеҙ?
Шулай интегеп белем яулауыбыҙ
Булмағандыр, тимен, файҙаһыҙ.

Арттан иҫкән ел дә булды лаһа,
Улар беҙҙе алға әйҙәне.
Әле бына икәү атлайбыҙ беҙ,
Ел арттан бит, алға әйҙәле.

Ал ялҡын

Пионер сағым йыраҡ ҡалды,
Әммә ул яҡын.
Сабый муйынында балҡый,
Ана, ал ялҡын.

Аҡыллылар онотмаған
Изге ялҡынды.
Намыҫ булып бөгөн тағын
Ҡабат ҡалҡынды.

Ҡарт коммунист муйындарға
Галстук бәйләй.
Сабыйҙарҙы намыҫ тигән
Ҙур юлға әйҙәй.

Яңы тыуып килгән буржуй
Ҡорһағын һыйпай.
«Халыҡ өсөн» тигән ҙур һүҙ
Эсенә һыймай.

Ал ялҡындар киләсәккә
Яҡты нур илтә.
Илебеҙҙең итәгендә
Яңы гөл тиртә.

Булмышыңда

Сабырлыҡтар һинең
булмышыңда,
Үҙең менән бергә тыуалыр.
Ҡәҙерен белеп йәшә, унан яҙһаң,
Быялалай донъяң ыуалыр.

Бәләләргә тарыған мәлдәрҙә лә
Тик сабырлыҡ һине ҡотҡарыр.
Ауырлыҡтар китер, еңеләйер,
тиеп
Үҙең менән бергә юл ярыр.

Сабырлығың һинең булмышыңда.
Ул бар икән, ҡыуан, мең һөйөн.
Йөрәгең етеп, уны һаҡлай алһаң,
Һәр саҡ тыныс булыр ил-өйөң.

Ата-әсә теләге

Ике бәхетле кешенең
Улы тыуҙы.
Гүйә, бар яҡ аҫыл гөлдәр
Менән тулды.

Ата-әсә теләк теләй
Изгеләрен.
Гүйә, күрә киләсәктең
Көҙгөләрен.

Теләк теләй: «Улыбыҙ үҫһен,
Юлы уңһын.
Бар донъяны етәкләүсе
Кеше булһын.

Кәрзиндәре бәхет алмалары
Менән тулһын.
Иңбашына изге аҫыл
Фәрештә ҡунһын.
Ғүмере буйы аҡлыҡ һирпеп
Юлы уңһын».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға